Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Министрлыҡ икегә бүленде

    27 июндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары hәм тирә-яҡ мөхитте hаҡлау министрлығы Тәбиғәттән файҙаланыу hәм экология hәм БР Урман хужалығы министрлығына үҙгәртелде.
    Республика Хөкүмәтенә үҙгәртеп ҡороу сараларын үткәрергә, норматив-хоҡуҡ акттарын Указға ярашлы тәртипкә килтерергә ҡушылды.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Путин бәйләнештә ҡала

    Ял көнө РФ Хөкүмәте Премьер-министры һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының лидеры Владимир Путин Мәскәү янындағы «Лесные дали» пансионатында «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Думаһы фракцияһының вәкилдәре менән осрашты.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеүсе батырға – автомобиль Яңылыҡтар » Спорт

    Оло йыйындарҙа, төрлө байрамдарҙа көрәш ойоштороп, иң көслө батырҙарҙы билдәләү – халҡыбыҙҙың электән үк килгән йолаһы.
    Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында район һәм ҡала һабантуйҙары еңеүселәре араһында «2008 йыл батыры» исеменә милли көрәш бәйгеһе үтте. 18 йәштән олораҡ спортсылар араһында 70, 80, 90 килограмм һәм унан да юғарыраҡ ауырлыҡ категорияларында ярыштар үткәрелде, ә абсолют еңеүсегә бүләккә еңел автомобиль ҡуйылды.
    Турнирҙа ҡатнашыусы көрәшселәрҙе Республика милли көрәш федерацияһы президенты Артур Әхмәтханов тәбрикләп, спортсыларға уңыштар теләне һәм бәйгене асыҡ тип иғлан итте.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Яңылыҡтарҙан ҡурҡырға ярамай» Яңылыҡтар

    «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған сираттағы матбуғат конференцияһы мәғариф мәсьәләләренә арналды. Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров уҡыу йылы, сығарылыш имтихандары йомғаҡтары, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенә әҙерлек һәм юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Унда шулай мәғариф министры урынбаҫарҙары Владимир Аристархов, Елена Козлова һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин ҡатнашты.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үткәндәрҙән – киләсәккә Яңылыҡтар

    27 – 28 июндә Өфө ҡалаhында «Урал – Алтай: быуаттар аша киләсәккә» тип аталған III Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияhы үтте. Ул билдәле ғалим, төркиәтсе, телсе, уҡытыусы, Рәсәй Фәндәр академияhының мөхбир ағзаhы, профессор Николай Дмитриевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналды.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баймаҡтар ҙа, ниһайәт, ипподромлы булды Башҡортостан » Милли проекттар

    Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында, «Баймаҡ» тәжрибә хужалығы биләмәhендә ипподром асылып, унда тәүге ат сабыштары уҙҙы.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәңке башлы ҡара йылан, Аҡ мамыҡтай йомшаҡ йылан... Сәйәсәт

    Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадындағы йылан арбап hамаҡлауҙа шундай юлдар бар.
    Ауыр тормоштан йонсоған халыҡ hуғыштан hуң күмәк hәм шау-шыулы мәжлестәргә бигүк йыш йыйыла алмай ине. Шулай ҙа бер мәл олатайым, бал әсетеп, өй тултырып ҡунаҡ йыйҙы. Аслы-туҡлы йөрөгән кешеләргә күп кәрәкме ни, ҡырлы стакандар бер-ике мәртәбә әйләнеүгә, ағай-эне гөж килә башланы. Бала булhам да, шунда ишеткән таҡмаҡ ниңәлер хәтерҙә ҡалған. «Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй, ҡайғы күрмә никакуй. Тәҙрәңдән буран өрhә, куфайкаңды тыҡ та ҡуй».

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Байрам рухы аңҡыны бар ерҙә Башҡортостан

    Байрам рухы аңҡыны бар ерҙә
    Тыуған төйәгебеҙ Башҡортостандың, күрше Һамар, Пермь, Ырымбур өлкәләренең иң аҫыл, иң дәртле йәштәрен бер төйәккә бер маҡсат менән йыйыу сараhы ул – йәштәр hабантуйы. Быйыл V Төбәк-ара йәштәр hабантуйы Октябрьский ҡалаhы эргәhендәге яланда уҙҙы. Иртә таңдан уҡ унда тормош геүләп торған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Һәр район үҙенең тирмәһен ҡороп ҡуйҙы, яландың икенсе яғында иhә тотош палаткалар ҡаласығы барлыҡҡа килде, дәртле көй-йырҙар туҡтамай яңғырап тора. Октябрьский ҡалаhының ҡунаҡсыл хужалары hәр килгән ҡунаҡты хөрмәтләп ҡаршы ала. Ҡыҫҡаhы, hәр нәмәнән байрам рухы аңҡый, айырыуса тантаналылыҡ тойола. Бәй, шулай булмайса, йәштәрҙең йыл буйына көтөп алған иң матур байрамы, үҙ көстәрен, үҙ мөмкинлектәрен hынар көрәш майҙаны, күңел асыу hәм ял итеү, сәләмәт рухлы йәштәр менән аралашыу урыны бит ул – hабантуй.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru