Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Рәсми хроника
» Экстремист тапҡан – отҡан
» Йәштәр ауылға ҡайта!
» Яҡташыбыҙға рәхмәт
» «Рубин» икеләтә чемпион!
» Үәт, ҡыҙыҡ!



Франциянан – орден менән Яңылыҡтар
Францияның Рәсәй Федерацияһындағы илселеге делегацияһы эшлекле сәфәр менән баш ҡалабыҙ Өфөгә килде.
Делегация составына Франция илселегенең Рәсәйҙәге хеҙмәттәшлек һәм мәҙәниәт буйынса департаментының белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлеге буйынса атташеһы Мирей Шеваль һәм Екатеринбургтағы «Француз альянсы» директоры Эдвард де Люмле ингән.
Сәфәрҙең маҡсаты – Башҡортостан менән Франция араһында мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек проекттарын тикшереү, шулай уҡ «Француз альянсы» йәмәғәт ойошмаһының почетлы директоры Нина Антонованы бүләкләү. Уға Франция Республикаһы Хөкүмәте «Академик пальмалар ордены кавалеры» тигән юғары исем биргән. Орденды тапшырыу тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.
Сәфәргә ярашлы, Мирей Шеваль һәм Эдвард де Люмле Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлыҡтары етәкселәре менән осрашты. Бынан тыш, Франция вәкилдәре М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булды, Милли китапханала француз уҡыу залының эше менән танышты.
Т. АМАНОВ.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Париж башҡорттарҙы көтә!
  • Башҡорттар Парижды яулай
  • Өс һөйләм менән
  • Француз ҡуйған швед спектаклен ҡараясаҡбыҙ
  • Сит ерҙәргә барып, фәһем алып
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru