Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Балалар һәм йәштәр баҫмаларын – һ& ...
» Янылыктар
» Балалыҡтың моңло иле
» «Салауат Юлаев» – көслө команда!»
» «Һаҡланғанды һаҡлармын»
» Үәт, ҡыҙыҡ!



Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
– Ирем, аҡсаны нимәгә туҙҙырыуым хаҡында hөйләмәhәм, бик ҡаты асыулана, – ти бер ханым әхирәтенә.
– Ә hин hөйлә, – тип кәңәш бирә әхирәте.
– Һөйләhәм, ул мине бөтөнләй үлтерәсәк...

* * *
«Һаумыhығыҙ, эфирҙа «Квартирный вопрос» тапшырыуы. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар Маша hәм Паша. Улар – асарбаҡтар. Шуның өсөн бөгөн беҙ Курск вокзалын ремонтлаясаҡбыҙ».

* * *
– Нимә булды?
– Эй, бынау «ҡыҙыу линия» буйынса шылтыраттым.
– Шунан?
– Бештем.

* * *
– Борсолмағыҙ, – тип йыуата табип яңы ғына лифт эсендә балаhын ҡабул иткән ҡатынды. – Миңә былтыр, бер ҡатын туҡталышта бала тапҡан, тип hөйләгәйнеләр өле.
– Табип әфәнде, ул бит мин инем, – тигән ҡатын.

* * *
Күҙ табибына берәү килә лә:
– Табип әфәнде, миндә дальтонизмдың бик ҡыҙыҡ төрө. Бер төҫтө лә күрмәйем, – ти.
– Ниндәйҙе, аңлатып hөйләгеҙ?
– Бәй, ҡайҙан беләйем, мин бит уны бер ҡасан да күргәнем юҡ, – тигән пациент.

* * *
Ҡәйнәhе – кейәүенә:
– Шулай итеп, мин hеҙгә артыҡ баш инде, ә кем hуң мине ҡәйнә итте?

* * *
– Һылыуҡай, бөгөн кис hеҙ нимә эшләйhегеҙ?
– Бер нәмә лә.
– Ялҡау, улайhа, әйҙә минең менән.

* * *
«Миндә йыртҡысты уятмағыҙ, мин бесәй булып мыяулай белмәйем».

* * *
– Иртән әтәстәр менән бергә уянам, үгеҙ hымаҡ эшләйем, кисен бүре hымаҡ асығам, йомран кеүек яҡшы йоҡлайым, тик организмымдың торошо менән ҡәнәғәт түгелмен, – ти бер ир.
– Эй, ҡорҙаш, әллә мал табибына күренеп ҡарайhыңмы? – тип кәңәш биргән дуҫы.

* * *
Петька Чапаевтан:
– Василь Иваныч, hин нисек уйлайhың – Рәсәй Президенты кем була?
– Әлбиттә, Медведев, тик уны Иванов тип йөрөтәсәктәр.
– Ә, аңланым, конспирация өсөн, эйе бит?
– Юҡ, Петька, яңылышаhың, Конституция өсөн!
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 5 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үэт ҡыҙыҡ
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөлиум
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru