Иренгән ике үлгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар

    Премьерҙың эш сәфәре

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондарында булып, һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү барышы менән танышты.
    Был – Хөкүмәт башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса Республика советына әҙерлек барышы менән бәйле икенсе сәфәре. Раил Сарбаев май башындағы сәфәре барышында эштәр торошо менән танышып, Архангел район дауаханаһын иң ҡатмарлы объекттарҙың береhе, тип билдәләгәйне. Ул ваҡытта бында эш ярты йыл элек кенә башланған була. Әле төҙөлөш график буйынса бара. Төҙөүселәр 50 урынлыҡ дауалау корпусын күтәрә һәм терапия корпусында капиталь ремонт эшләй.
    Район хакимиәте яңы дауахананы кадрҙар менән тәьмин итеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләһен хәл итә.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әрме – 2008 ---

    Егеттәр китте хеҙмәткә

    Ошо көндәрҙә Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан 115 егет хәрби частарға юлланды. Улар Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә – Мәскәү, Владимир өлкәләрендә, Ҡаҙан ҡалаhында, Североморскиҙа, эске, тимер юл ғәскәрҙәрендә, флотта хеҙмәт итәсәк. 3 июлдән 7 июлгә тиклем быйыл вуз дипломы алған егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡыртыласаҡ. Улар иң тәүҙә Елань ҡалаhындағы уҡыу подразделениеларында «учебка» үтеп, кесе командирҙар сифатында хеҙмәт итәсәк.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Тыуҙырған образдары – мәңгелек

    Мәскәүҙә 83-сө йәшендә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Нонна Мордюкова вафат булды.
    Актриса 60-лап кинофильмда төшкән. «Йәш гвардия», «Журавушка», «Председатель», «Комиссар», «Добровольцы», «Әсәй» фильмдарындағы ролдәрен тетрәндергес итеп уйнап, совет кинематографияһында иң сағыу эҙ ҡалдырҙы. Тамашасы әле лә ул ҡатнашҡан фильмдарҙы яратып ҡарай.
    Бөйөк Британия экциклопедияһында Н. Мордюкова ХХ быуаттың иң билдәле 10 актрисаһы исемлегенә индерелгән.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла Башҡортостан » Милли проекттар

    170 мең тирәhе башҡорт йәшәгән Силәбе өлкәhендә май аҙағынан алып ауыл, район, ҡала кимәлдәрендә бихисап hабантуй уҙҙы. Былтыр бик күп ойоштороу көсө hәм ярайhы матди сығым талап иткән Бөтә Рәсәй hабантуйын уҙғарыу күп көстө алhа ла, урыҫлашҡан мөхиттә, йыл әйләнәhенә туған телендәге йыр-моңға, уйын-көлкөгә hыуhап өлгөргән милләттәштәребеҙ, матур йолаға әйләнгән өлкә hабантуйының быйыл да уҙғарылыуын белеп, оло шатлыҡ кисерҙе.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәскәүҙәрҙе «аh» иттереп Яңылыҡтар

    Мәскәүҙең «Битца» ат спорты комплексы майҙанында был көндө алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Йола буйынса йыл hайын үткәрелеп килгән дуҫлыҡ, милләт-ара татыулыҡ hәм халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған hабантуй башҡорт менән татарҙы ғына түгел, башҡа ҡәрҙәш милләттәрҙе лә йыйҙы.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Данлы Учалы! Башҡортостан » Юбилейҙар

    5 июлдә Учалы ҡалаһы үҙенең 45 йыллыҡ, ә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне
    Байрам саралары иртәнән кискә саҡлы барҙы – бар ҡала гөрләп торҙо: Ленин исемендәге майҙанда спортсылар стритбол буйынса көс һынашһа, «Таусы» стадионында еңел атлетика буйынса ярыштар үтте.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйhыҙ ҙа ғына егет – hуйыр ташы... Сәйәсәт

    Беҙҙең мосолман халыҡтарында ир кеше булыу – енси үҙенсәлек кенә түгел. Ирлек – социаль статус, әхлаҡи категория hәм ул шул сифатты йөрөтөүсе кешегә бер ниндәй ҙә ҡанундарҙа ҡаралмаған рухи бурыстар hәм вазифалар йөкмәтә. Ир кешенең кешелек сифаттарын, беренсе нәүбәттә, уның Ватан улы hәм ҡатын-ҡыҙға терәк була алыу hәләттәре менән билдәләйҙәр. Был йәhәттән бөтә халыҡтарҙа ла тапҡыр hәм тәрән мәғәнәле әйтелгән бик күп мәҡәл, йор hәм кинәйәле hүҙ бар. Кешелектең ир сифаттарына айырым иғтибары уның йәмғиәттә hәр йәhәттән биләгән ифрат мөhим урыны тураhында hөйләй. «Ир – келәт, ҡатын – йоҙаҡ», «Ир үлде – итәк йыртылды», «Ир хәстәрле булhа, ҡатын таҫтарлы була». Ҡайсаҡ, нимәгәлер намыҫланып киткән мәлдәрҙә: «Ирме мин, түгелме?» – тип тә ебәрәләр.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урал батыр рухы саҡырҙы Башҡортостан » Милли проекттар

    Урал батыр рухы саҡырҙы
    Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
    Кеше булһын затығыҙ,
    Яманға юл ҡуймағыҙ,
    Яҡшынан баш тартмағыҙ.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru