Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Дима Билан үҙенең уҡытыусыһына ғаш ...
» «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе актив ...
» Башҡортостан яңылыҡтары
» Йырҙарың күп һинең, моңдарың ...
» Иҫтә, һаман да
» Тәгәрмәс ял иткәндә



«Беҙ күмәк, тәбиғәт берәү генә» Башҡортостан
Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм йәштәр комитетының уртаҡ проекты – волонтерҙар хәрәкәте сираттағы акцияһын үткәрҙе. Был юлы мәктәп уҡыусылары Һамар ауылы янындағы урманда палатка ҡаласығы ҡороп, тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартыу десанты ойошторҙо.
Татырүҙәк, Быҙаулыҡ, Һамар, Уфимский, Бүребай ҡасабаһының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренән йыйылған 65 уҡыусы һәм 11 педагог өс көн дауамында Һамар ауылы янындағы шырлыҡты, Таналыҡ йылғаһы буйын сүп-сар өйөмдәренән таҙартыу менән генә шөғөлләнеп ҡалманы. Киреһенсә, экологик десант уларҙың тәбиғәт ҡосағындағы спорт һәм мәҙәни сараларға бай йөкмәткеле ялдың күңелле бер эпизоды булды. Үҫмерҙәр төп ваҡытын иһә мәктәп һәм үҙ-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға, аралашыуға бүлде. Танышыу кисәһе, ирекле темаларға шаян плакаттар төшөрөү, ҡыҙыҡлы викториналарҙа ҡатнашыу, ҡаҙан аҫып аш бешереү, төнгө усаҡ янындағы уйындар, сыр-сыу килеп Таналыҡта һыу инеү – быларҙың барыһы ла уҡыусыларҙың хәтерендә йылы иҫтәлек булып ҡалып, оҙон ҡыштың ыжғыр бурандарын артыҡ бошонмай үткәреп ебәрергә ярҙам итәсәк.
Лагерь начальнигы, Татырүҙәк мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назарова әйтеүенсә, бындай палатка ҡаласыҡтары Хәйбулла районында өсөнсө йыл рәттән ойошторола, ә волонтерҙар хәрәкәте иһә балаларҙы тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы булырға өйрәтә икән. Ысынлап та, тәбиғәтте үҙең таҙалағас, үҙең бысратып йөрөп булмай бит инде.

Ҡ. НӘБИУЛЛИН.
Хәйбулла районы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 10 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Төп маҡсат – сәләмәт һәм белемле ...
  • Берҙәмдең эше – бергә
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Изгелек ҡыл да һыуға һал...
  • Балаларҙы күңелле ял көтә
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru