Белгестәр ошондай һығымта яһай: рәсәйҙәрҙең күбеһе аҙ ғына буш ваҡыты булһа, ғәҙәт буйынса, «зәңгәр экран» алдына төрлө сериалдар, ток-шоуҙар ҡарарға ултыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә үҙҙәренә ысын мәғәнәһендә ял ойоштора: театр һәм музейҙарға йөрөй, классик музыка тыңлай, китапханаларҙан үҙҙәре хуш күргән яҙыусыларҙың әҙәби китаптарын алып уҡый... Донъя мәшәҡәттәренә сумып, ғаиләһен төрлө яҡтан тәьмин итергә ашыҡҡан, ҡара таңдан эшкә йөрөгән халыҡҡа ябай ғына һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек: килеп сыҡҡан ял сәғәттәрегеҙҙе нисек сарыф итәһегеҙ, буш ваҡытығыҙҙы, өй мәшәҡәттәренән тыш, ҡырҙа йыш үткәрәһегеҙме, ял көндәрегеҙҙә нимәләр менән мәшғүл булаһығыҙ? Алынған яуаптарҙан сығып, шуны әйтергә мөмкин: халыҡ үҙенең ялын артыҡ төрләндереп бармай. Яуап биреүселәрҙең күптәре буш ваҡыттарын телевизор ҡарап үткәрә, йә иһә өй эштәре менән булыша, бик булмаһа, гәзит-журнал уҡый. Китап менән ял итергә яратыусылар ни бары өстән бер өлөштө генә тәшкил итә. Әйткәндәй, бик күптәре еңел әҙәбиәткә – детектив һәм фәнтәзигә (15%) өҫтөнлөк бирә. Кешеләрҙең күбеһе ял итеүҙе көс алыу, мейене ял иттереү тип иҫәпләй. Шуның өсөн дә инде телевидение һәм радио популярлыҡ яулай бара. Уларҙың икеһенең дә мәғлүмәттәре еңел үҙләштерелә һәм өҫтәмә көсөргәнеш талап итмәй. Яуап биреүселәрҙең күптәре (37%) дуҫтарына йәки туғандарына хәл-әхүәл белешергә йөрөүҙе ял тип иҫәпләй. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр 18 процент тәшкил итә. Спорт менән шөғөлләнеүҙе ни бары 7 процент ҡына үҙ итә, 10 процент халыҡ – театрҙарға, 4 проценты ресторандарға йөрөй, 19 процент самаһы мәсеттәргә йөрөүҙе ял тип иҫәпләй. Ҡул эштәре, һүрәттәр һәм фотоһүрәттәр һ.б. менән мауығыусылар ун кешегә берәү генә тура килә. Яуап биреүселәрҙең хаҡлы ялда булыусылары белдереүенсә, Европа илдәрендәге өлкәндәр менән сағыштырғанда, уларҙың сит илдәргә сығып йөрөргә матди һәм физик хәле мөмкинлек бирмәй. Икенсе төркөм яуап биреүселәр – урта йәштәгеләр. Улар ҙа үҙҙәренә яҡшы ял бүләк итә алмай. Сөнки күп эшләйҙәр һәм кәйеф-сафа ҡорорға ваҡыттары ҡалмай. Йәштәргә килгәндә, уларҙың ваҡыттары етерлек, тик финанс яҡтан ҡытлыҡ кисерәләр. Һуңғы айҙа өйҙәренән бер ҡайҙа ла сыҡмаусыларҙың һаны бик күп. Быны ваҡыт етмәү йәки ял итә белмәү тип ҡарарға ярамай, сөнки күптәрҙең яҡшы итеп ял итергә мөмкинлектәре юҡ. Әгәр клубтарға, ял үҙәктәренә арзаныраҡ хаҡтар ҡуйһалар, халыҡ унда, әлбиттә, ҙур кинәнес менән йөрөр ине. Динара АрыҪланова, БДУ студенты: – Оҙайлы йәйге ялымды, йәғни каникулымды ауылда, атай-әсәйем янында үткәрәсәкмен. Мин йыл һайын ауылға апайымдарҙың балаларына тәрбиәсе булып ҡайтам. Балаларҙы ныҡ яратҡанға күрә буласаҡ һөнәремде лә уларға бағышларға булдым. Ҡусты-һеңлеләрем мине күптән дүрт күҙ менән көтә. Һыу инеп, еләк йыйып, ялым үтеп тә китер. Ә уҡыу осорондағы буш ваҡыттарымда әҙәби китаптар уҡыйым, театрға йөрөйөм, ғөмүмән, студент йылдарын заяға үткәрмәҫкә тырышам. Альбина Әмирова, 23 йәш: – Минең ял ваҡыттарым юҡ тиһәм дә була. Аҙыраҡ буш ваҡытым була ҡалһа, ҡытай телен өйрәнергә ултырам, сөнки быйыл Ҡытайға барырға ниәт итәм. Әйткәндәй, мин унда, Алла бирһә, икенсегә барам. Тәүге тапҡыр бер ай уҡырға ғына барҙым, ә был юлы ярты йылға бармаҡсымын. Сит илгә сыҡҡанда бөтөнләй таныш булмаған кешеләр менән танышаһың, ят-ят ерҙәрҙе күрәһең, көтөлмәгән хәлдәргә осрайһың... Беҙ сит ил менән танышырға ғына бармайбыҙ, ә үҙебеҙҙең республикабыҙ, милләтебеҙ менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп барабыҙ. Ринат АҪылйәров, 28 йәш: – Дөрөҫөн генә әйтәм, минең буш ваҡытым юҡ, хатта футбол да ҡарай алманым. Ҡара таңдан ҡара төнгә тиклем эштә булам. Ялым – ул отпуск мәле. Уны августа аласаҡмын. Алла бирһә, ғаиләм менән Төркиәгә сәйәхәткә китергә йыйынабыҙ. Йылына бер генә бирелгән оҙайлы ялымды быға тиклем, ғаиләм менән, Башҡортостандың төрлө тәбиғи ҡомартҡылары иҫәбенә ингән ерҙәргә барып үткәрҙек. Хәҙер сит илдәргә күҙ һалырға ваҡыттыр... Азамат ЯубаҪаров, 47 йәш, водитель: – Эштән һуң, ғәҙәттә, телевизор ҡарайым. Әлеге мәлдә мине һәм дуҫтарымды спорт үҙенә йәлеп итә. Бынан тыш, кино ҡарауҙан да баш тартмайым. Йәй урталарында, ял ваҡытында, ауылға ҡайтып, ғаиләмә ярҙам итәм, бесәнгә төшөргә кәрәк. Яланда йөрөгәндә төрлө ҡош-ҡорттоң тауыштарынан, яңы үлән еҫенән кинәнес алам, ҡала тауышынан, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнашҡан кешеләр төркөмөнән арынам. Ауыл булғанда, төрлө курорттарың ары торһон! Әлфиә Ахмаева, БДУ-ның журналистика бүлеге студенты. |