Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Еңеүселәрҙе еңеүселәр Мәғәриф

    Өнөммө был, төшөммө!? Берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡотолоп, аттестатты кеҫәгә һалыр көндәр ҙә килеп етте! Лафаа-а! Урта мәктәп сығарылыусылары иркен тын алып та өлгөрмәне, уларға яңы мәшәҡәт өҫтәлде – ул да булһа белем алыуҙы артабан дауам итеү зарурлығы. Һөнәрселек лицейында, колледжда, юғары уҡыу йортонда... Әлбиттә, юғары уҡыу йортонда яҡшыраҡ, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай институтында булһа, бөтөнләй яҡшы. Нимәгә тиһегеҙме?
    21 – 22 майҙа Мәскәү ҡалаһында «Студенттар – ирекле эшҡыуарлыҡта» (»SIFE») исемле халыҡ-ара конкурстың Бөтә Рәсәй этабы уҙҙы. Рәсәйҙең 136 юғары уҡыу йорто араһынан башта финалға, артабан суперфиналға сығып, сибайҙар 1-се урынды яуланы һәм 3 – 4 октябрҙә Сингапурҙа үтәсәк Донъя кубогында илебеҙ намыҫын яҡлау хоҡуғына эйә булды. Бына һиңә провинция, бына һиңә филиал!

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухи ептәрҙе нығыта Шәжәрә тамырҙары Башҡортостан » Милли проекттар

    Рухи ептәрҙе нығыта Шәжәрә тамырҙары
    Үткән аҙнала Балаҡатай районының Билән ауылында ойошторолған Шәжәрә байрамында һәр кем шәжәрәләр күргәҙмәһенән үҙ араһын, аймағын, нәҫел ептәрен эҙләп табырға тырышты. Баҡтиһәң, тотош ауыл туғандар булып сыға түгелме! Ана шулай туғандарҙы, яҡындарҙы осраштырыуы менән үҙ, яҡын ул был байрам һәр кемдең күңеленә.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡартлыҡтағы бәхет – ҙур бәхет Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡартлыҡтағы бәхет – ҙур бәхет
    Яҡты нур булып йәшәү, башҡаларға изгелек эшләү hәм йылылыҡ өләшеү – кеше лайыҡ була алған бәхеттең иң ҙуры.
    Был hүҙҙәрҙе Белорет районының Йөйәк ауылының күп кенә ҡатын-ҡыҙына ҡарата hис икеләнеүhеҙ әйтеп була. Шуларҙың береhе – Зәйнәп Мәхмүт ҡыҙы Әбсәләмова. Ошо ябай ғына ауыл ҡатыны, элекке уҡытыусы үҙенең изге күңеллелеге, хеҙмәт hөйөүсәнлеге менән айырылып тора.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ап-аҡ эҙҙәр Башҡортостан » Хәтер

    СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйтүнә Бикбулатованың тыуыуына – 100 йыл
    Ап-аҡ эҙҙәр
    1979 йыл. Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға ингәс, һәр дәресте шау-гөр килеп башлап ебәрә торғайныҡ. Бөтә нәмә лә ҡыҙыҡ, яңы. Һәм бына, ниһайәт, Актерҙар йортона «Сәхнә теле» дәресенә саҡырҙылар. Уҡытыусыбыҙ СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова икән. Һәммәбеҙ менән дә танышып бөткәс, «эш материалы», йәғни беҙҙе һынап ҡарау маҡсатындалыр инде, һәр беребеҙҙән шиғырҙар һәм башҡа әҫәрҙәрҙе уҡытып ҡараны. Шулай итеп, бик ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы дәрестәребеҙ башланды. Үҙенең асыҡ, сыңлап торған тембрлы тауышы менән: «Артист эше ул ифрат ҙур хеҙмәт һәм көс талап итә, йәмәғәт», – тип, бөтәбеҙҙе лә күҙләп сыҡты ла, ниәтенең етдилеген алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйҙы. Тел йәһәтендә дикция, тембр, тын алыш һымаҡ етди деталдәрҙән һуң уҡыған материалдың мәғәнәһе, фекере һәм башҡа бик күп талабы менән беҙгә әллә ни шау-гөр килеп ултырырға тура килмәйәсәген белдерҙе.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер осрашыу – мең ғазап Сәләмәтлек

    Башта Сирен йәшергән – ауырымай үлгән тигән халыҡ әйтеменең асылына төшөнмәй торғайным. Нисек инде нимә менән сирләгәнеңде йәшерергә йә ауырымай үлергә мөмкин, тигән уйҙар үҫмер сағымдың яуапһыҙ һорауҙары булып ҡалды. Әммә үҫә төшкәс, ҡасандыр яуап таба алмай йонсоған хәлгә үҙемә тарырға тура килде. Башҡорт башынан үткәнде һөйләй тигән кеүек, мин дә кисергәндәремде гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашырға булдым.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭХ ҺИН, АҘҒЫН СИФИЛЮС... Сәләмәтлек

    Француз табибы Бетанкурҙың «еңел ҡулы» менән енси юл аша таралған ауырыуҙар мифологик мөхәббәт алиһәһе Венераның исемен йөрөтә. Ғәҙеллек өсөн шуны әйтергә кәрәк: ҡағиҙә булараҡ, венерик сирҙәрҙе ошо бөйөк тойғо булмағанда йоҡторалар. Венерик ауырыуҙарҙың исемлеге ҙур ғына һәм шуларҙың береһе – сифилис республиканың ҡайһы бер райондарында «сәскә» ата.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр көнө – иҫтә ҡалырлыҡ Сәләмәтлек

    Йәмле йәйге каникулдар етеү менән Башҡортостаныбыҙҙың һәр мөйөшөндә ял һәм хеҙмәт лагерҙары эшләй башланы. Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ мәктәбендә лә бар ул. Рәмилә Рәшит ҡыҙы Ибәтуллина етәкләгән ял һәм һауыҡтырыу лагерына балалар ҙур теләк менән йөрөнө.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәхрәләге ожмах мөйөшө Сәләмәтлек

    Сәхрәләге ожмах мөйөшө
    Кемдәр заманында пионер лагерында ял иткән, улар шул ваҡытты бала саҡтың иң күңелле бер мәле тип һағынып иҫкә ала торғандыр. Борғо, барабан тауыштары аҫтында иртәнге линейкаһы, ҡыҙыҡлы уйындары, мауыҡтырғыс сәйәхәттәре, сәмле ярыштары һәм конкурстары менән хәтерҙә ҡалған ул. Ә төн ҡараңғылығында янған ҙур усаҡ янында йырлашып-бейеп күңел асыуҙарҙы оноторлоҡмо һуң?! Пионер лагерҙары бөтөрөлгәндән һуң, күңелгә яманһыу булып ҡалғайны, балаларҙы шундай матур ялдан мәхрүм итәбеҙ. Хәҙер ҙә бар ул ял лагерҙары, әммә нисектер унда башҡасараҡ, элеккеләрҙән ҡайтышыраҡ кеүек тойола ине.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru