Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Шәжәрәңде бел!
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Суғамаҡ башында
  • Атың булһа, ил таный
  • Эш солтаны
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ТОРМОШ АҒЫМЫ МЕНӘН... Мәҙәниәт

    Белгестәр ошондай һығымта яһай: рәсәйҙәрҙең күбеһе аҙ ғына буш ваҡыты булһа, ғәҙәт буйынса, «зәңгәр экран» алдына төрлө сериалдар, ток-шоуҙар ҡарарға ултыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә үҙҙәренә ысын мәғәнәһендә ял ойоштора: театр һәм музейҙарға йөрөй, классик музыка тыңлай, китапханаларҙан үҙҙәре хуш күргән яҙыусыларҙың әҙәби китаптарын алып уҡый...

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар – илдең киләсәге! Яңылыҡтар » Спорт

    Баш ҡаланың «Биатлон» спорт комплексы ошо көндәрҙә балалар тауышынан гөрләп торҙо. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән 12 команда хәрби hәм спорт ярыштарында көс hынашты. «Ҡағылғыhыҙ запас – Башҡортостан балалары» фестивале 16 йәшкә тиклем балаларҙан иң осҡорҙарын, иң ҡыйыуҙарын, ысын илhөйәрҙәрҙе йыйҙы.
    Алты кешенән торған командалар тәүге көндә үҙҙәре менән таныштырҙы. Патриотик йырҙарҙы башҡарыу ҙа ҡаралғайны. Икенсе көндө балалар кросс, футбол буйынса ярышты. Ә инде фестивалдең өсөнсө көнөн күптәр түҙемhеҙләнеп көтөп алды. Сөнки атышыу – барлыҡ малайҙарҙың уй-хыялы! Шул уҡ көндө ҡул hуғышы, турникта күтәрелеү бәйгеләре уҙғарылды.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡатын иренә:
    – Балаларҙы ашатып йоҡлатам да, hинең күлдәк-салбарыңды үтекләрмен. Аҙаҡ тиҙ генә иҙәнде йыуып, иртәгәгә ашарға әҙерләрмен дә театрға барырбыҙ.
    – Бик яҡшы, ә hин театрға барып, билет hатып алырға өлгөрәhеңме hуң, билеттар ҡалмауы ла мөмкин бит, – тигән ире, креслола ҡырын ятҡан килеш телевизорҙан айырылмайынса ғына.

    авторы: Нур | 10 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Премьерҙың эш сәфәре

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондарында булып, һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү барышы менән танышты.
    Был – Хөкүмәт башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса Республика советына әҙерлек барышы менән бәйле икенсе сәфәре. Раил Сарбаев май башындағы сәфәре барышында эштәр торошо менән танышып, Архангел район дауаханаһын иң ҡатмарлы объекттарҙың береhе, тип билдәләгәйне. Ул ваҡытта бында эш ярты йыл элек кенә башланған була. Әле төҙөлөш график буйынса бара. Төҙөүселәр 50 урынлыҡ дауалау корпусын күтәрә һәм терапия корпусында капиталь ремонт эшләй.
    Район хакимиәте яңы дауахананы кадрҙар менән тәьмин итеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләһен хәл итә.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әрме – 2008 ---

    Егеттәр китте хеҙмәткә

    Ошо көндәрҙә Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан 115 егет хәрби частарға юлланды. Улар Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә – Мәскәү, Владимир өлкәләрендә, Ҡаҙан ҡалаhында, Североморскиҙа, эске, тимер юл ғәскәрҙәрендә, флотта хеҙмәт итәсәк. 3 июлдән 7 июлгә тиклем быйыл вуз дипломы алған егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡыртыласаҡ. Улар иң тәүҙә Елань ҡалаhындағы уҡыу подразделениеларында «учебка» үтеп, кесе командирҙар сифатында хеҙмәт итәсәк.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Тыуҙырған образдары – мәңгелек

    Мәскәүҙә 83-сө йәшендә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Нонна Мордюкова вафат булды.
    Актриса 60-лап кинофильмда төшкән. «Йәш гвардия», «Журавушка», «Председатель», «Комиссар», «Добровольцы», «Әсәй» фильмдарындағы ролдәрен тетрәндергес итеп уйнап, совет кинематографияһында иң сағыу эҙ ҡалдырҙы. Тамашасы әле лә ул ҡатнашҡан фильмдарҙы яратып ҡарай.
    Бөйөк Британия экциклопедияһында Н. Мордюкова ХХ быуаттың иң билдәле 10 актрисаһы исемлегенә индерелгән.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла Башҡортостан » Милли проекттар

    170 мең тирәhе башҡорт йәшәгән Силәбе өлкәhендә май аҙағынан алып ауыл, район, ҡала кимәлдәрендә бихисап hабантуй уҙҙы. Былтыр бик күп ойоштороу көсө hәм ярайhы матди сығым талап иткән Бөтә Рәсәй hабантуйын уҙғарыу күп көстө алhа ла, урыҫлашҡан мөхиттә, йыл әйләнәhенә туған телендәге йыр-моңға, уйын-көлкөгә hыуhап өлгөргән милләттәштәребеҙ, матур йолаға әйләнгән өлкә hабантуйының быйыл да уҙғарылыуын белеп, оло шатлыҡ кисерҙе.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәскәүҙәрҙе «аh» иттереп Яңылыҡтар

    Мәскәүҙең «Битца» ат спорты комплексы майҙанында был көндө алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Йола буйынса йыл hайын үткәрелеп килгән дуҫлыҡ, милләт-ара татыулыҡ hәм халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған hабантуй башҡорт менән татарҙы ғына түгел, башҡа ҡәрҙәш милләттәрҙе лә йыйҙы.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru