Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Данлы Учалы! Башҡортостан » Юбилейҙар

    5 июлдә Учалы ҡалаһы үҙенең 45 йыллыҡ, ә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне
    Байрам саралары иртәнән кискә саҡлы барҙы – бар ҡала гөрләп торҙо: Ленин исемендәге майҙанда спортсылар стритбол буйынса көс һынашһа, «Таусы» стадионында еңел атлетика буйынса ярыштар үтте.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйhыҙ ҙа ғына егет – hуйыр ташы... Сәйәсәт

    Беҙҙең мосолман халыҡтарында ир кеше булыу – енси үҙенсәлек кенә түгел. Ирлек – социаль статус, әхлаҡи категория hәм ул шул сифатты йөрөтөүсе кешегә бер ниндәй ҙә ҡанундарҙа ҡаралмаған рухи бурыстар hәм вазифалар йөкмәтә. Ир кешенең кешелек сифаттарын, беренсе нәүбәттә, уның Ватан улы hәм ҡатын-ҡыҙға терәк була алыу hәләттәре менән билдәләйҙәр. Был йәhәттән бөтә халыҡтарҙа ла тапҡыр hәм тәрән мәғәнәле әйтелгән бик күп мәҡәл, йор hәм кинәйәле hүҙ бар. Кешелектең ир сифаттарына айырым иғтибары уның йәмғиәттә hәр йәhәттән биләгән ифрат мөhим урыны тураhында hөйләй. «Ир – келәт, ҡатын – йоҙаҡ», «Ир үлде – итәк йыртылды», «Ир хәстәрле булhа, ҡатын таҫтарлы була». Ҡайсаҡ, нимәгәлер намыҫланып киткән мәлдәрҙә: «Ирме мин, түгелме?» – тип тә ебәрәләр.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урал батыр рухы саҡырҙы Башҡортостан » Милли проекттар

    Урал батыр рухы саҡырҙы
    Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
    Кеше булһын затығыҙ,
    Яманға юл ҡуймағыҙ,
    Яҡшынан баш тартмағыҙ.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Иң шәп әҫәр әле яҙылмаған» Әҙәбиәт

    «Иң шәп әҫәр әле яҙылмаған»
    14 июлдә Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйындағы ял йортонда йәш драматургтарҙың семинар-лабораторийы асыла. Унда Рәлиф Кинйәбаев, Сөләймән Латипов, Владимир Жеребцов кеүек исемдәре билдәле драматургтарҙан тыш, әҫәрҙәре сәхнәлә ҡуйылған авторҙар Сәрүәр Сурина, Зөһрә Фәйзуллина ҡатнаша. Уларҙан тыш, Тойғон, Сабир Шәрипов, Салауат Әбүзәров, Әлмирә Кәримова, Светлана Чураева, Нәфисә Тулыбаева, Радик Өмөтҡужин, Әминә Яхина, Борис Мәхмүтов бара.
    Бөгөн республика сәхнәләрендә ҡуйырлыҡ драма әҫәрҙәре бармы? Режиссерҙар авторҙар менән нисек эшләй? Замана драматургияһы нимә хаҡында һөйләргә тейеш? Ғөмүмән, драматургияға ҡағылышлы теге йәки был һорауҙар менән Рәлиф Кинйәбаевҡа мөрәжәғәт иттек.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баллыстан иленә сәйәхәт Яңылыҡтар » Конкурстар

    (Әкиәт)

    Бөгөн Зәлифә бик иртә уянды. Иренеп кенә тәҙрәгә баҡты. Ҡояш ҡалҡа торған мәл икән. Ҡыҙыҡай ҡарашын ҡулына күсерҙе. Ҡулының суғы бер аҙ шешеп, ауыртып тора ине.
    Зәлифә – ҡала ҡыҙы, быйыл өсөнсө синыфты тамамланы. Каникул еткәс, әсәhе уны ауылдағы олатаhы-өләсәhе янына ебәрҙе. «Бигерәк сибекhең дә инде, исмаhам, сынығып ҡайтырhың», – тине ул хушлашҡанда. Атаhы көлөп: «Бәлки, умартасылыҡҡа ла өйрәнерhең», – тип өҫтәп ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал ҡорттарының барлыҡҡа килеүе Яңылыҡтар » Конкурстар

    (Әкиәт)
    Борон-борон заманда булған был хәл. Ете диңгеҙ, ете тау артында, ҡара урманда йәшәгән, ти, Бал исемле егет. Ул арыҫландай ҡыйыу, айыуҙай батыр, бөркөттәй үткер булған, ти. Ул бер ҡасан да күңелhеҙләнмәгән, сөнки урманда йәнлек дуҫтары күп булған. Бал егеткә ярҙам кәрәкhә, hәр йәнлек ярҙам иткән. Ул да дуҫтарын ярҙамынан ҡалдырмаған.
    Бер ваҡыт Бал: «Ер йөҙөндәге хәлде белеп ҡайтайым», – тип ил гиҙергә сығып китә. Эй барған, ти, эй барған, ете диңгеҙ, ете тау үткән, ти.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атҡарылмаған ниҡах Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Fаилә тормошона килгәндә, ваҡытында ашарға бешереп, ирен эштән ҡаршы алыу, уның өҫ-башын йыуыуҙы ни өсөндөр кәмhенеүгә hананы Гөлсөм. Бала сағынан кешеләр менән ыҙғышып өйрәнмәгән, ата-әсәhенең үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәтен күреп үҫкән Азамат был хәлде бик ауыр кисерҙе. Бер осор ул хатта үҙенең ярhыуын хәмер менән дә баҫып маташты. Ләкин унhыҙ ҙа бик ҡатмарлы ғаилә тормошона уның хәмер эсеүе утҡа май hипкән кеүек булды. «Алкаш» ҡушаматын ғына алды Азамат...

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейеүсе ҡыҙ – Аделя Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Бейеүсе ҡыҙ – Аделя
    Билдәле шәхестәре менән дан тотҡан, күлдәргә бай Әбйәлил районы һылыуы Аделя Хөснөтдинова бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ: бейей ҙә, бейеүҙәр ҙә ижад итә. Быйыл ул Өфө статистика, информатика, иҫәп-хисап техникаһы колледжының I курсын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru