Булмаҫтайҙан булмаҫ: Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла - тормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Атың булһа, ил таный
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хата хаҡы ҡиммәт... Яңылыҡтар » Спорт

    1-се мәсьәлә.
    (авторы – З. Ҡолтаев)
    Аҡтар: Крa8, Лd6, Лh7, Кe8, п.d7 (5)
    Ҡаралар: Крd8, Сe7 (2)
    Аҡтар башлай һәм 2-се йөрөштә мат ҡуя.

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Фотомодель фотосессияла. Фотограф:
    – Йәгеҙ әле, йөҙөгөҙгә етдилек сығарығыҙ, – ти.
    Модель уға шул тиклем йәмhеҙ итеп ҡарай.
    – Йә, ярай улайhа, мин hиңә бер аҙ ярҙамлашам: Ике икең нисә була?

    авторы: Нур | 8 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Наградалар – иң шәптәргә

    Кисә БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм республика наградаларын тапшырҙы. Улар араһында спортсылар, ғалимдар, юристар, иҡтисадсылар, төҙөүселәр, табиптар, уҡытыусылар һәм башҡалар бар.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ӘСӘЛЕК капиталы артты Яңылыҡтар

    ӘСӘЛЕК капиталы артты
    1 июлдән башлап, илебеҙҙә икенсе hәм унан күберәк бала тапҡан ҡатындарға бирелеп килгән «Әсәлек капиталы»ның күләме 299500 һумға барып етте, был сумма июндә генә 271250 һум ине.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАҠТАР ТОТОРОҠЛО Яңылыҡтар

    Баш ҡаланың Үҙәк баҙарындағы хаҡтарға нигеҙләнеп, аҙыҡ-түлектең күпме торғанлығы менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Дөйөм алғанда, үткән аҙна менән сағыштырғанда, аҙыҡ-түлектең хаҡы әллә ни үҙгәрмәне. Шулай ҙа ҡайһы бер магазиндарҙа, баҙарҙа икмәктең хаҡы күтәрелде. Мәҫәлән, «Черниковка» икмәгенең бер буханкаһы 23 һум торған урындар ҙа бар.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ваҡыт ҡәҙерен тойоп Башҡортостан

    Ваҡыт ҡәҙерен  тойоп
    Беҙ барып еткәндә Ауырғазы районының «Урожай» крәҫтиән-етештереү хужалығының Кешәнне ауылы бүлексәһендә ҡыҙыу эш мәле ине. Берәүҙәре бесән саба, икенселәре тырмата, өсөнсөләре уны эҫкерткә өйә. Сенажға тигән йәп-йәшел үләнде «Дон» комбайндарының сабып, машинаға тейәтеп китеп барыуын күҙәтеп тороп ҡына ла бер нисә сәғәт-минут эсендә күпме эш эшләнеүен күҙалларға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, бар көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Ғөмүмән, хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүгә бик етди ҡарайҙар, сөнки бында тоҡомло малдар үрсетелә. Бүлексәлә генә 1100 баш мал аҫырала, шуларҙың 250-нән ашыуы – һауын һыйыры.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Теләген ҡәнәғәтләндерҙе

    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең үтенесе буйынса Роман Абрамовичты Чукотка губернаторы вазифаһынан бушатты.
    Төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Роман Копин тәғәйенләнгән. Ул Абрамовичтың губернатор командаһында 2000 йылдан алып эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, элекке губернаторҙың рәсми вәкиле Джонн Манн әйтеүенсә, Абрамович Чукотҡа халҡын ярҙамынан ташламаясаҡ. Өҫтәүенә, социаль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, уларҙың дүрттән бер өлөшө уны Алла урынына күрә.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Гәзиткә hөт аҡсаhына яҙылдыҡ» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Гәзиткә hөт аҡсаhына яҙылдыҡ»
    Ҡәҙерле «Йәшлек» гәзите редакцияhы!
    Беҙ hеҙҙең баҫмағыҙҙың hәр hанын көтөп алабыҙ. Бигерәк тә тормош иптәшем Альберт түҙемhеҙ, почта аҙ ғына hуңлаhа, почтальонка Рәшиҙәнең өйөнә йүгерә. Ул айырыуса спорт яңылыҡтарын яратып уҡый. «Салауат Юлаев» командаhы өсөн йәнен бирерҙәй була. Улар тураhында яҙылған hәр hанды йыйып бара ла, эсе бошоп китhә, тағы ҡабаттан уҡый.

    авторы: Нур | 5 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru