|
 |
 |
Өйөңдәге хәлде күршеңдән hора |
Сәйәсәт |
|
Башҡортостанда барыһы ла ябай кеше өсөн эшләнәМәскәү яғынан республикабыҙға ҡыҙыҡhыныу көсәйгәндән-көсәйә. Уның төрлө яҡлыhы бар. Ике аҙна самаhы элек Мәскәүҙән килгән журналистар төркөмө Башҡортостан менән танышты. Улар республиканы үҙҙәренә яҡшы яҡтан асты, ихлас hоҡланыуҙарын белдерҙе. |
|
|
|
Көньяҡ Осетия менән Абхазияға – бойондороҡhоҙлоҡ!
Рәсәй парламентының юғары палатаһы – Федерация Советы РФ Президенты Дмитрий Медведевҡа Көньяҡ Осетия менән Абхазияның бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы мөрәжәғәтте бер тауыштан ҡабул иткән. |
|
|
|
Баш ҡала
Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт hарайында баш ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәhе үтте. Унда ете район уҡытыусылары менән аралашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов, БР Фәндәр академияһы президенты Айрат Шаммазов килде. |
|
|
|
 Хаҡлы рәүештә Урал аръяғының баш ҡалаһы исемен йөрөткән Сибайҙың сираттағы тыуған көнө лә килеп етте. Байрамдың ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятие, Башҡортостан Баҡыр-көкөрт комбинатының юбилейы менән бергә тап килеүе тантанаға тау сәнәғәте эштәре колориты бирҙе. 23 августа ҡала көнөнә арналған саралар республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың туранан-тура ҡатнашлығында үтте, тиергә була. Премьерҙан тыш, байрамда Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин ҡатнашты. |
|
|
|
Икмәк ҡәҙерен белгән кешенең күңелендә бөгөн тағы байрам – ураҡ өҫтө. Хеҙмәттең бөтә төрҙәре лә, hөнәрҙәрҙең барыhы ла, әлбиттә, ихтирамға лайыҡ. Әммә йәшәйештә тотҡан урыны, матди hәм рухи ҡиммәте йәhәтенән икмәккә тиңләшерлек ризыҡ, игенсе хеҙмәте менән сағыштырырлыҡ шөғөл донъяла юҡтыр. Кемдәрҙер, ниндәй дәлилдәр менән генә бының киреhен иҫбатларға маташмаhын, әле әйткәнемә барыбер иманым камил.
|
|
|
|
Киносценарист Юрий Перовты кино яратыусылар «Дальнобойщики», «Побег со свиньей», «Консерва», «Заложники любви», «Голубой лев», «В русском стиле», «Антикиллер-2» фильмдары аша белә. Сығышы менән ул – Мәскәүҙән. Беренсе хикәйәләре бик иртә «Искатель» журналында, «Приключения» йыйынтығында донъя күрә, Бөтә Союз радиоһында 1965 – 1966 йылдарҙа яңғырай. «ИПЦ» исемле тәүге китабы 1969 йылда «Молодая гвардия» үҙәк нәшриәтендә баҫылған. Бөтә яҙған китаптарының тиражын бергә ҡушҡанда, ул биш миллион дананан ашыу шәхси йыйынтыҡ сығарған. Уның менән әңгәмәбеҙ шөғөлө, бала сағы, булмышы хаҡында. |
|
|
|
– Зөhрә, Салауат, нимә ул кинематография? Зөhрә: Быйылғы Кино көнөн беҙ мәшhүр башҡорт режиссеры Әмир Абдразаҡовтан башҡа ҡаршылайбыҙ. Шуға күрә бер минут тынлыҡ менән әңгәмәбеҙҙе башлаhаҡ, моғайын, урынлы булыр. Сөнки Әмир ағай беҙҙе яҡлаусы, ҡурсалаусы ине. Ул беҙгә етешмәй. Әҙәбиәттең – Мостайы, музыканың Заhиры кеүек ине бит ул!
|
|
|
|
|
|