Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Йондоҙнамә
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотлайбыҙ Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан синыфташыбыҙ, матур, яғымлы һылыуыбыҙ
    Светлана Таһир ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВАНЫ
    тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Уңған, өлгөр Светланаға уңыштар, ап-аҡ ҡарҙай саф бәхеттәр һәм һөйөп-һөйөлөп йәшәүен теләйбеҙ. Үҙеңде гел яратып, ҡәҙереңде белгән һөйгән йәреңде табырға насип булһын! Тормошта гел йылмайып йәшә, ауырлыҡтарға бирешмә. Һәр ваҡыт иҫеңдә тот – һине яратҡан, хөрмәт иткән дуҫтарың күп, улар һәр саҡ һинең менән!

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ир йәшәр тыуған илендә Әҙәбиәт, Хикәйә

    Йәйге матур кис. Ауыл кешеһе өсөн мәшәҡәтле мәл. Ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, һарыҡтар баҡыра. Ана, көтөү ҙә ҡайта, буғай, һыйырҙар мөңрәгәне ишетелә. Таһир ҡаҙ-өйрәктәргә ашарға биреп, төнгөлөккә ябып, һарыҡтарын бикләне. Һыйырҙарын ялан-кәртәгә индереп япҡас, көн буйына ҡыҙҙырған ҡояштан хәлһеҙләнеп, япраҡтары һәленеп ултырған түтәлдәрҙән ҡыяр өҙөп алып, шартлата тешләне лә, ишек алдында торған эскәмйәгә сүгәләне. Малайҙар түтәлдәргә һыу һибә. Бер-береһенә һыу сәсрәтеп, сыр-сыу киләләр, ҡыуышып йүгерәләр, тайып йығылалар ҙа, тороп, тағы ла һыу һибешергә тотоналар.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Имтихандар тамам, һөҙөмтәләр көтәбеҙ Мәғәриф

    Быйыл 9 меңдән ашыу бюджет урынына 35 меңдән ашыу абитуриент дәғүә итте. Нисә кешенең уҡырға ингәне әлегә билдәле түгел. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәпте тамамлаусыларҙың 55 проценты уҡыу йорттарының түләүле бүлектәренә һәм дәүләт ҡарамағында булмаған вуздарға ингән.
    Юғары уҡыу йорттарына, тәү сиратта, миҙалсылар, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре, етемдәр һәм ғәриптәр инәсәк. Улар иҡтисади, юридик, лингвистик һәм социаль профилле киң билдәле юғары уҡыу йорттарының бюджет урындарын бүлешеп бөткән дә инде. Шуға ла бында ябай абитуриенттар юғары конкурс һөҙөмтәһендә һайлап алынған.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҫҡа яңылыҡтар Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Төньяҡ Осетия властары, сусҡаларҙа Африка чумаhы таралыуына бәйле, республикала ғәҙәттән тыш хәл режимын индергән.
    «Ҡаты морон»дарҙың Африка чумаhы менән ауырыуы hигеҙ райондың дүртеһендә, 30 тораҡ пунктында, теркәлгән. Кеше һаулығына ҡурҡынысы булмаған инфекция ҡырағай ҡабандарҙан йоғоуы ихтимал, ти мал табиптары. Сусҡалар өсөн үлемесле был сирҙән әле 1,1 мең хайуан йән биргән, 3,5 мең сусҡаны салырға тура килгән.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхет башы – хеҙмәттә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Мәһәҙей ауылында үҙ хеҙмәтенән йәм табып, ғаиләhенә терәк, таяныс булып йәшәүсе уңған килендәр бихисап. Шуларҙың береhе – Белорет районының Аҙнағол ауылынан төшкән Алhыу Fәни ҡыҙы Астанғәлина-Fөбәйҙуллина.
    Уның беҙҙең йортҡа килен булып төшөүенә тиҙҙән 20 йыл тула. Йәүҙәт Fөбәйҙуллин менән ҡулға-ҡул тотоношоп, гөрләтеп донъя көтәләр, ике ул тәрбиәләйҙәр.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йортобоҙ терәге Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Атайым Ҡасим Оморҙаҡов Вәғиз hәм Факиhа Оморҙаҡовтарҙың бик итәғәтле, уңған ғаиләhендә икенсе ул булып донъяға килгән. Өләсәйем hәм олатайым hәр ваҡыт балаларында кеселеклелек, изге күңеллелек тәрбиәләргә тырышҡан. Үҙҙәре кеүек эштән ҡурҡмаҫҡа, хеҙмәттән йәм табып йәшәргә өйрәткәндәр. Атайыма уларҙың, әйтерhең, барлыҡ булмышы күскән. Әбйәлил районының Буранғол мәктәбен тамамлағас, ул армия сафында хеҙмәтен тултырып ҡайта. Магнитогорск ҡалаhына барып, крансы hөнәрен үҙләштерә.
    Ҡулына танытма алған көндән башланып китә оҙайлы хеҙмәт юлы.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Баш ҡалабыҙҙың иҫке урамдарының береһе булған Яңы мостовой (Новомостовая) урамы атамаһы һуңғы ваҡытта киң матбуғат сараларында йыш күренә башланы. Ни өсөн, тиһегеҙме? Билдәле булыуынса, быйыл күренекле дин әһеле, ғалим-теолог, арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы дәүләт кимәлендәге оло ижтимағи-мәҙәни саралар ойошторолдо.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңғанлыҡты юлдаш иткәс Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ошо йыр Бөрйән районының Тимер ауылында йәшәүсе Айгөл менән Нәзир Алтынбаевтарға арналған кеүек. Бына 14 йыл инде улар, татыу ғаилә ҡороп, атай нигеҙен hыуытмай, матур итеп донъя көтә. Нәзир – ошо ауыл егете, Айгөл – Исламбай ауылы ҡыҙы. Заманалар үҙгәреп, урындағы колхоз тарҡалғас, Нәзир күп уйлап тормай, эшҡыуарлыҡ эшенә тотондо – магазин асып, ауылдаштарын ҡыуандырҙы.

    авторы: admin | 2 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru