Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» ЭХ ҺИН, АҘҒЫН СИФИЛЮС...
» Йәшенле йәшлек
» Йәшлекһеҙ булмай йәшәп!& ...
» Аҡыллы аҡылһыҙҙар
» Был донъяла ниҙәр бар?
» Раян өсөн өҙөлә йөрәк. ...



Йортобоҙ терәге Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
Атайым Ҡасим Оморҙаҡов Вәғиз hәм Факиhа Оморҙаҡовтарҙың бик итәғәтле, уңған ғаиләhендә икенсе ул булып донъяға килгән. Өләсәйем hәм олатайым hәр ваҡыт балаларында кеселеклелек, изге күңеллелек тәрбиәләргә тырышҡан. Үҙҙәре кеүек эштән ҡурҡмаҫҡа, хеҙмәттән йәм табып йәшәргә өйрәткәндәр. Атайыма уларҙың, әйтерhең, барлыҡ булмышы күскән. Әбйәлил районының Буранғол мәктәбен тамамлағас, ул армия сафында хеҙмәтен тултырып ҡайта. Магнитогорск ҡалаhына барып, крансы hөнәрен үҙләштерә.
Ҡулына танытма алған көндән башланып китә оҙайлы хеҙмәт юлы. Училищеның алдынғы уҡыусыларын Әстерхан ҡалаhына эшкә саҡырғас, атайым, hис икеләнмәй, шунда юллана. Волга ярында урынлашҡан ҡала эшhөйәр, дәрте ташып торған башҡорт егетен ихлас ҡаршы ала. Үҙ hөнәренә ғашиҡ атайым ең hыҙғанып ҙур төҙөлөштә эшләй. Көньяҡ ҡалаhы нисек кенә үҙенә ылыҡтырмаhын, атайым Башҡортостанды бик ныҡ hағына. Ниhайәт, тыуған еренә ҡайтып, эшен дауам итә. Ҡаҙмаш ауылы hылыуы Фәрзәнәне осратып, матур ғаилә ҡороп ебәрә. Уларҙың ҙур ҡыуанысы булып донъяға мин килгәнмен. Иҫ белгәндән атайым hәр саҡ ниндәйҙер эш менән мәшғүл: матур ҙур өй hалып сыҡты. Өй эсендәге hәр нәмәлә уның ҡул наҙы hиҙелә. Ултыртҡан баҡсаhы яҙ hайын гөрләп сәскә ата, көҙгөhөн мул уңыш бирә. Бөтә яҡтан өлгөр атайымды эшендә лә хөрмәт итәләр. Арымай-талмай 12 йыл инде Асҡар РЭС-нда эшләп йөрөй. Тынғыhыҙ хеҙмәте өсөн ул әллә күпме Почет грамотаhы hәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ араhында атайымдың абруйы ҙур. Дин тураhында миңә сәғәттәр буйы hөйләй ала.
Мин атайым менән сикhеҙ ғорурланам. Ул – беҙҙең ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге. Киләсәктә лә ҡәҙерле кешемә оҙон ғүмер hәм hаулыҡ теләйем.

Арыҫлан ОМОРҘАҠОВ.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 2 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡатыныма рәхмәт!
  • Тормошомдағы фәрештәм – әсәйем
  • Атай рухы
  • Ярҙам итегеҙ!
  • Fүмеребеҙ буйы бурыслыбыҙ
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru