Көслө - көсөн, һәнәрле эшен күрһәтер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Йәштәр көнө менән!
  • Тәмле
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Армиянан hуң бер егет юғары уҡыу йортоноң математика факультетына имтихан тапшыра. Уға түңәрәк hыҙырға ҡушалар. Минут та үтмәй, егет hыҙып та ҡуя. Быға иҫтәре киткән комиссия ағзалары:
    – Һеҙ нисек былай циркулhеҙ-ниhеҙ hыҙа алдығыҙ? – тип hорай.
    – Мин бит армияла ике йыл буйы ит үткәргес әйләндерҙем, – тип яуап биргән егет эре генә.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Алда булһа ҙур теләк» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Алда булһа ҙур теләк»Хозур тәбиғәтле Иглин районының урман-тауҙар ҡосағында, йәмле, саф һыулы Ләмәҙ йылғаhы буйында урынлашҡан Түбәнге Ләмәҙ ауылында Йылҡы йылының Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен.
    Быйыл тыуған ауылым урта мәктәбен тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Киләсәктә полиграфия серҙәрен үҙләштерәсәкмен.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Ир йәшәр тыуған илендә 2 Әҙәбиәт, Хикәйә

    Әсәһе эшкә киткәс, Таһир менән Зөһрә таныша-һөйләшә сәй эсте. Зөһрәләр ике бала үҫкәндәр икән, әле ағаһы өйләнеп, үҙенең ғаиләһе менән йәшәй. Ҡыҙ мәктәптә уҡып йөрөгән ваҡытта уҡ йәйге каникулда эшселәр ашханаһында эшләй башлаған, мәктәпте тамамлап, ситтән тороп уҡырға ингәс тә, шунда, өйрәнгән коллективта эшләүен дауам итә, киләһе йылдан һөнәре буйынса эш башларға уйлап тора. Етеш йәшәһәләр ҙә, атаһы уларҙы артыҡ шашындырмай, үҙ аллы булырға, тормошта үҙ көсөңә ышанып йәшәргә кәрәк, тип, хеҙмәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләргә тырышҡан. Ғөмүмән, Әнүәр Зиннурович эшһөйәр кешеләрҙе хөрмәт итә, елғыуарҙарҙы ене һөймәй икән.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Алтын яр»ҙың дуҫлыҡ ептәре Яңылыҡтар

    Уҙған йылдан алып «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы эшселәре Урал тау-металлургия компанияһының Ҡара диңгеҙ буйындағы, Анапанан алыҫ булмаған «Алтын яр» санаторийында ял итеү мөмкинлегенә эйә булды. Быйыл иһә предприятие эшселәренең балалары ла – бөтәһе 56 бала – унда йәйге ялын үткәрҙе.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таш кеүек шымарып Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Таш кеүек шымарыпХалыҡ юҡҡа ғына, ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара, тип әйтмәгән. Һуңғы йылдарҙа айырыуса йәштәр араhында сит өлкәләргә генә түгел, хатта сит илдәргә, икенсе материктарға сәйәхәт итергә, йә булмаhа, белемдәрен камиллаштырырға, тел буйынса практика үтергә тип сығыусылар hаны ишәйә. Сәйәхәтселәр сафында башҡорт ҡыҙҙары hәм егеттәренең дә булыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Минең бөгөнгө әңгәмәсем – Альбина Әхмәтфәиз ҡыҙы Әмирова. Ул әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты магистратураhының I курсын тамамлаған. Сығышы менән Күмертау ҡалаhынан.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    БЕНЗИН ҠИММӘТ, ӘММӘ ЭШКӘ БАРЫРҒА КӘРӘК! Яңылыҡтар

    Американдар, бөтә бай ил вәкилдәре кеүек үк, автомобиль сәйәхәтенә сығырға ярата. Быйыл был илдә һуңғы 17 йыл эсендә беренсе тапҡыр йәйге сәйәхәткә сығыусылар аҙ буласаҡ – сөнки унда бензиндың хаҡы ныҡ артты. Һөҙөмтәлә Америка халҡы бензинды көндән-көн аҙыраҡ ҡуллана, беренсе тапҡыр тиерлек яғыулыҡты hаҡсыл тотона башланы. Әле АҠШ кешеләре «ҡоторған» хаҡтарға нисек яраҡлашырға белмәй аптырай. Әгәр нефть баҙарында бензинға хаҡ төшһә, хөкүмәт һалымдарҙы арттырасаҡ. Ҡыҫҡаһы, бер кем дә килеп тыуған проблеманан сығыу юлын белмәй.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәрәкәләр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Травматология пункты янында бер ир менән ҡатын такси туҡтата. Машинаға ултыралар ҙа, водителгә:
    – Зинһар, шәп ҡыумағыҙ инде, юҡһа, кисә бер шофер шул тиклем осороп йөрөттө, бына аварияға ла эләктек, – тиҙәр.
    Таксист ҡыуаныслы тауыш менән:
    – Үәт, әй, мин һеҙҙе танымай ҙа торам!

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Райүҙәктең тотҡаһы Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Райүҙәктең тотҡаһыИльяс Хәбибетдинов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында эшләй, сығышы менән ошо райондың Кәсеүән ауылынан. Ҡышын трактор менән район үҙәгенең урамдарын ҡарҙан таҙарта, йәй көнө лә тик ултырырға ваҡыты юҡ – урамдарҙа әленән-әле булып торған өмәләрҙә, ауылды таҙартыу, матурлау эштәрендә ҡатнаша. Ҡышҡы бурандарҙа, ҡар яуғанда таңғы сәғәт өстә йоҡонан тороп, тракторына ултыра, халыҡ тороп, урамдарға сыҡҡансы юлдарҙы тәртипкә килтерә. Әлбиттә, тәүлегенә өс кенә сәғәт йоҡлаған ваҡыттары ла була. Тик зарланырға форсат юҡ – эш булғанда эшләүең хәйерлерәк.

    авторы: admin | 5 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru