
Был фотолар бер күперҙең ике яғында төшөрөп алынды. Нуриман районының Иҫке Күл тигән башҡорт ауылындағы Йәналды йылғаһы аша hалынған күпер ул. Исеменә күрә есеме, тиҙәр. Был йылға аша сыҡһаң, ул йәнеңде генә алып ҡалмаҫ, телеңде лә алыр, башҡорт йә урыҫ тип ҡарап тормаҫ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: нисек итеп Йәналдыны Желанда йәки Ялаңда тип башҡортса, Желанда йәки Жаланда тип русса яҙырға була икән? Бәлки, был ауылдың башҡорттары ике телдә һөйләшәлер?
Күпкүрер КҮПБЕЛЕРОВ.