|
 |
|
Күршеләр байрам итә
Был аҙнала Екатеринбург ҡалаhы үҙенең 285 йыллығын билдәләйәсәк. Тантаналы сараларға Өфө делегацияhы ла саҡырылған. Ҡалала 14 – 17 августа ЮНЕСКО клубтарының Бөтә донъя ассоциацияhы башҡарма советының ултырышы була, унда 13 – 15 илдән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. |
|
|
ҺИНДОСТАНДЫ ҺЫУ БАҪА
Һиндостандың Андхра-Прадеш штатында оҙайлы ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендәге ташҡында 70 кеше һәләк булған. |
|
|
Пекинда башланған ХХIХ Олимпия уйындары алдынан Көньяҡ төбәк журналистар ойошмаhы Стәрлетамаҡ ҡалаhында, «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияhы менән берлектә, боулинг буйынса ярыш ойошторҙо. |
|
|
БР Хөкүмәтендә үткән сираттағы ултырыш көҙгө-ҡышҡы йылытыу сезонына әҙерлек мәсьәләләренә арналды. Унда республиканың энергетика, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары объекттарының әҙерлеге тикшерелде. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, төҙөүселәрҙең hәм торлаҡ-коммуналь хужалығының быйыл эштәре күберәк. Сөнки Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды менән күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү hәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүҙе өлөшләтә финанслау буйынса килешеү төҙөнө. Ошо документҡа ярашлы, республикаға 1 миллиард 318,96 миллион hум аҡса бүленде. Был программаға Өфө, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Туймазы райондары ингән. |
|
|
Fаиләне социаль яҡлау йылы сиктәрендә БР Хеҙмәт hәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бюджеттан тыш мәрхәмәтлелек иҫәбенән 22 млн 712,3 мең hум аҡса күсерелгән. Финанс ярҙамын балалы мохтаж ғаиләләр, шул иҫәптән инвалид балалары булғандар, ҡиммәтле дауаланыу талап иткән сирле балалар, ҡараусыhыҙ ҡалған балалар алған. |
|
|
Хоккей буйынса Рәсәй беренселеге алдынан командалар, әҙерлек hөҙөмтәләрен тикшереү маҡсатында, төрлө турнирҙарҙа ҡатнаша. Шул уңайҙан яңыраҡ Өфөлә Башҡортостан Президенты кубогы өсөн сираттағы турнир үтте. Ул инде 10-сы тапҡыр уҙғарылды. |
|
 |
Демография һәм миграция бер-береһенә бәйле |
Сәләмәтлек |
|
Рәсәй Федерацияһы өсөн халыҡ һанының, балалы ғаиләләрҙең кәмеүе, йәғни халыҡтың «ҡартайыуы» хас. Илдәге демографик хәлде, граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртыу маҡсатында Рәсәй Президентының «2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәте концепцияһын раҫлау тураһында»ғы Указына ярашлы, 14 июлдә Башҡортостан Президенты республиканың 2025 йылға тиклем демографик сәйәсәте концепцияһын раҫланы. Уға ярашлы, беҙҙең Хөкүмәткә өс ай эсендә Башҡортостандағы демографик хәлде яҡшыртыу буйынса проект әҙерләргә ҡушыла. |
|
|
Уҙған аҙна ахырына бер тотам ғына ҡалғанда республикала белем биреүҙе артабан камиллаштырыуға арналған традицион ҙур кәңәшмә булып уҙҙы. Уның эшендә, ғәҙәттә, республика етәкселеге тулы составында тиерлек ҡатнаша, сөнки халыҡты белемле итеүҙән дә мөhимерәк бурыс юҡ, йәмғиәттә лә иң мәртәбәле шәхес – белемле кеше. Президентыбыҙ үҙенең парламентҡа hәм халыҡҡа hәр йыл иғлан ителә торған Мөрәжәғәтнамәһендә белем биреүҙе үҫтереү, уның матди, уҡыу базаhын нығытыу проблемаларын онотоп ҡалдырғаны юҡ. |
|
|
|