Иренһәң - иренеңә теймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йәш ярымлыҡ сабый ауырлымы?
» Беренселек тамамланды
» Тағы ла йөҙ йыл эшләйәсәк әл ...
» Башҡортостан яңылыҡтары
» Гус Хиддинк өмөт уята...
» Бер аҙым...



«Тыныслыҡ, дуҫлыҡ – бәхет сығанағы» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле
Нурлы күҙҙәре менән тылсымлы ҡараш бөрккән ҡыҙ – минең әхирәтем, Фатима Морат ҡыҙы Иҫәндәүләтова. Ул таулы, урманлы, аллы-гөллө сәскәле, сылтырап аҡҡан йылғаһы булған Йылайыр районының Һынташ ауылында Йылҡы йылының Буға йондоҙлоғо аҫтында икенсе бала булып донъяға килгән.
«Башҡорт ҡатын-ҡыҙы оялсан да, уйсан да, ҡарап туймаҫлыҡ һөйкөмлө лә, рухи яҡтан да бай, кәрәк икән, ҡыйыу, батыр булырға тейеш. Ошо сифаттарҙы мин дә үҙемдә булдырырға тырышам. Сөнки ундайҙар киләсәктә юғалып ҡалмаясаҡ, тигән уйҙамын», – ти. Бөгөн Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһының «социаль педагогика һәм психология» факультеты студенткаһы ул.
«Үтәһе юлдарым оҙон, тормош, белем баҫҡыстары бейек. Әлбиттә, һәр кеше нимәгәлер ынтыла, ышанып, өмөтләнеп йәшәй. Минеңсә, кешене өмөт йәшәтә, – тип дауам итте һүҙен әхирәтем. – Ә хыялдарым... Хыялдарым сикһеҙ. Ләкин шуныһы асыҡ: ерҙә – ялҡын, күктә төтөн саҡтарҙа илеңә ярҙамға килергә әҙер булыу – һәр кемдең бурысы. Кешеләрҙең, бигерәк тә сабыйҙарҙың күҙҙәренә ғүмер буйы тура ҡарау өсөн ҡылған эштәрең хаҡ, барған юлың тура булырға тейеш. Был донъяла минең өсөн иң мөһиме – тыныслыҡ, дуҫлыҡ. Ошолар булғанда ғына уйҙарыбыҙ тормошҡа ашыр, бәхетле йәшәрбеҙ».
Ошондай уй-фекерҙәргә таянып, киләсәккә ҙур хыялдар менән йәшәгән әхирәтем менән сикһеҙ ғорурланам.
Фатимаға киләсәктә хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем.

Гөлназ ӘСМӘНДИӘРОВА.
 (голосов: 2)
авторы: Нур | 12 августа 2008 | | Фекерҙәр (1)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • «Тыныслыҡ һәм сабырлыҡ менән бәхетк ...
  • Тормошҡа йылмайып баға
  • ҺАҠАЛЛЫ САБЫЙ
  • Йөрәк йылыһын бүләк итеп
  • #1 яҙҙы: Гөлнур (3 октября 2008 22:45)  
    Фатима, ысынлап та, матур ҙа, аҡыллы ла ҡыҙ. "Һылыуҡай" конкурсында ҡатнашырға лайыҡлы.
    Теркәлгән: -- | ICQ: --   
    Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru