Булырҙайҙың - ҡулынан, булмаҫтайҙың - уйынан (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Янылыктар
» Төп тәғәйенләнеше – ҡатын һ& ...
» Иҫендә тот!
» Республиканың йәмәғәт ойошмалары вә ...
» «Рубин» икеләтә чемпион!
» Йөрәк яраларын яңыртып



Тарихтан ағыла моң... Башҡортостан » Милли проекттар
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа Шәжәрә байрамдары уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ғафури районының Оло Үтәш ауылында был байрам төплө әҙерлеге, тыуған төйәктә hәм ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙың сарала берҙәм hәм ихлас ҡатнашыуы йәhәтенән өлгө итеп ҡуйырлыҡ кимәлдә үтте.
Оло Үтәш – тирә-яҡта уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы уҙамандары, данлы мәҙрәсәhе менән борондан билдәле ауыл. Ауылдағы мәсеткә нигеҙ hалған hәм оҙаҡ йылдар мәҙрәсәлә аң-белем таратҡан Хатип хәҙрәт Халиҡовты айырым билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың ғаиләhендәге ете ул да дин юлын hайлай, ил, милләт даны булырҙай шәхестәр тәрбиәләй. Совет власы юҡҡа ғына «вәлидовщина» менән бер рәттән «халиҡовщина» менән көрәшеүҙе, был иманлы, уҡымышлы затты юҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуймағандыр.
Тирә-яҡта дан тотҡан Оло Үтәш мәҙрәсәhе шәкерттәре араhында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Fафури, Башҡортостан Диниә назаратының тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡов, сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтов hәм башҡа бик күптәр бар.
Байрам башланыр алдынан бөтә халыҡ зыяратҡа барып, Хатип хәҙрәт Халиҡовтың ҡәбере янында булып, уның иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ урынлаштырҙы, Өфөләге «Ихлас» мәсете имам-хатибы Мөхәммәт хәҙрәт Fәлләмов уның рухына аят уҡыны. Эйе, тыуған төйәге, халҡы, дине өсөн ғүмерен йәлләмәгән шәхестәрен халыҡ hис онотмай, күңелдәрендә йәшәтә, бөгөн дә улар өлгө алыр маяҡ булып тора. Яҙыусы Лира Яҡшыбаева, журналист Рамазан Ҡотошов hәм башҡа сығыш яhаусылар ҙа ошо фекерҙе ҡеүәтләне.
Бөйөк Ватан hуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр hалғас, сарала ҡатнашыусылар төҙөкләндерелгән, буяу еҫе аңҡып торған урамдар буйлап байрам үтәсәк урынға – мәсет ҡаршыhындағы майҙансыҡҡа йүнәлде. Эйе, оло үтәштәр Шәжәрә байрамына ентекле әҙерләнгән: өй хужалары береhенән-береhе уҙҙырып йорт-ҡураларын төҙөкләндергән, биҙәгән, буяған, зыярат яңынан кәртәләнгән, ауылға илтеүсе дүрт саҡрым оҙонлоғондағы hәм урам араларындағы юлдар рәткә килтерелгән.
– Миңә бала сағымдан ҡәҙерле буялған ауыл бик матурайған, яҡташтарҙың hалған хеҙмәте яҡшы күренә, – ти Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы, генерал-майор Марат Мәһәҙиев. Уның әсәһе Юнирә апай ошо ауылдан. Әйткәндәй, тыуған ауылына булған hөйөү хистәрен шиғыр юлдарына hалған Юнирә апайҙың сығышы ауылдаштарына бик оҡшаны.
Яҡташтарының ҡыуанысын уртаҡлашырға килгән яҙыусы Fәзим Шафиҡов та ауылдағы үҙгәрештәрҙән үтә ҡәнәғәт ҡалды. Уның әсәhе лә ошо ауылдан, данлы Халиҡовтар тоҡомонан.
Оло Үтәш халҡы, сәхнәгә Нәүфилә апай Fилуанова күтәрелгәс, тын ҡалды. Ауыл өсөн йән атып йөрөүселәрҙең береhе ул. Бер нисә йыл элек уландары менән берлектә ауылда бынамын тигән мәсет hалдырып ҡуйҙы, Шәжәрә байрамын ойоштороусыларҙың береhе лә. Нәүфилә апай, төрлө конкурстарға йомғаҡ яhап, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. «Иң матур йорт» конкурсы һөҙөмтәһе буйынса Фәриҙә менән Рәйес Йоносовтар, Миңнур менән Сафуат Яхиндар, Сәриә менән Камил Йыhаншиндар бүләкләнде. Ун бала тәрбиәләп үҫтереүсе Зөhрә менән Әсҡәт Шәриповтар, «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында еңеүсе Резеда менән Мансаф Нафиҡовтар, хеҙмәттә hәм уҡыуҙа алдынғылар ҙа билдәләнде.
Шәжәрә байрамы айҡанлы үткәрелгән саралар, байрам концерты кискә тиклем hуҙылды. Fафури районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әхәт Шаhиевтың, «Ағиҙел» хужалығы етәксеhе Тимерйән Кинйәбаевтың, Оло Үтәш башланғыс мәктәбе – балалар баҡсаhы коллективының (директоры – Сәриә Йыhаншина), тыуған төйәктә hәм ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙың берҙәм тырышлығы менән юғары кимәлдә үтте байрам. Ауылдаштар ихлас аралашты, йәшерәктәр үҙ туғандарын белде, ете – ун быуын ата-бабаларын барланы.
...Шәжәрә байрамында концерт дауам итә. Сәхнәлә – Рәсүл Ҡарабулатов. Эй, илаhи ҡурай моңо. Берсә hағышлы ауаздары менән үҙәкте өҙә, берсә дәртле көйгә күңелде елкендерә. Тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрегеҙҙе онотмағыҙ, бөгөнгөhөн hаҡлағыҙ, тип иҫкәртә төҫлө ул моң.
Марат ӘМИНЕВ.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 14 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡорт самородогы
  • Силәбелә лә байрам матур үтте
  • Ғалимдарҙы иҫкә алып
  • Шәжәрә – ул байрам ғына түгел, ул ҡурай ...
  • Һоҡланғыс ғаилә
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru