Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Күсәр
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Республика етәксеhе сәфәре

    Уҙған шәмбелә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бишбүләк, Йәрмәкәй hәм Туймазы райондарында булды.
    Төбәк башлығы унда ураҡ барышы, социаль hәм хужалыҡ тәғәйенләнешендәге объекттар төҙөлөшө менән танышты.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙән-бер! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Берҙән-бер!
    Ундай кеше беҙҙең ауылда йәшәмәй, – Туймазы районының Булат ауылына Йәшлек-фараз конкурсы еңеүсеһе Фәрүәз Мансуровты ҡотларға барып, уның йортон эҙләп мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең барыһы ла шулай тип яуапланы. Һуң, нисек инде йәшәмәй?! – тип аптырауға ҡалдыҡ. Ғүмер буйы ошо ауылда йәшәйем, әммә Фәрүәз тигән кеше хаҡында бер ҙә ишеткәнем юҡ, – тип тамам өмөтөбөҙҙө өҙҙө олпат ҡына ағай.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан делегацияhы – Астанала Яңылыҡтар

    15 августа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге делегация Ҡаҙағстандың Астана ҡалаhында булды. Унда Премьер-министр Рәсәй Федерацияhы вәкиллегендә Ҡаҙағстандағы Рәсәй вәкиле Владимир Спринчан менән осрашып, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф өлкәhендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    АВТОБУСТЫ ҺЫУ АҒЫҘҒАН

    Гаитиҙа пассажир автобусын көслө ағым ағыҙып алып китеү сәбәпле, 50 кешенең ғүмере өҙөлгән.
    Бер ҡаланан икенсеһенә йөрөүсе автобус йылғаға етә һәм, ғәҙәттәгесә, кисеүҙән сығып, юлын артабан дауам итергә самалай. Әммә ошо мәлдә, «Фэй» тропик дауылының көсәйеүе һөҙөмтәһендә, йылға кимәле ҡапыл күтәрелә башлай. Автобус көслө ағым ыңғайына аҫҡа табан «йөҙөп» китә. Тәҙрәләрҙән салонға һыу бәреп инә. Автобуста барыһы 80 кеше була. Етеҙ һәм көслө пассажирҙар ғына автобус башына менеп, иҫән ҡала.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    УҢЫШ БЫЛТЫРҒЫНАН ДА ШӘБЕРӘК! Яңылыҡтар

    Быйыл Башҡортостанда ашлыҡ һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы 1725 мең гектар майҙандан урып, йыйып алыу планлаштырылған. Әле яҡынса 709 мең гектар урылған. Көндәрҙең аяҙ булыуы арҡаhында был күрhәткес көндән-көн арта.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БӘЛӘКӘЙ МАГАЗИНДАРҘЫҢ БӨТӨҮЕ ИХТИМАЛ Яңылыҡтар

    Бөгөн сауҙа селтәре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында ла иң әүҙем үҫешкән, иң ҙур килем килтергән тармаҡтар иҫәбенән. Сауҙа федераль бюджетҡа ҙур килем килтерә, шуға ла ул иҡтисад үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янғындар Яңылыҡтар » Иғтибар

    Янғындар
    Уҙған аҙнала Баймаҡ районы муниципаль районы территорияһының тәбиғәте янғындарҙан ыҙа сигеүе хаҡында хәбәр алғас, ут һүндереүҙең алғы сафында булыусы Ишмөхәмәт ауылы хакимиәте биләмәhенең эштәр идарасыһы Нур Ирмәк улы Байегетовҡа хәл-ваҡиғаларға асыҡлыҡ индереүен һорап мөрәжәғәт иттек, һәм ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хоҙай битарафлыҡтан һаҡлаһын Сәйәсәт » Әрме

    Новосибирск юғары хәрби-команда училищеһында үҙ-үҙенә ҡул һалып һәләк булған Радмир Сәғитовтың яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Учалы егетенең фажиғәле үлеме тураһындағы хәбәр бөтә киң мәғлүмәт сараларында ла берҙәй оҙаҡ яҡтыртылды. Новосибирскиҙа тикшереү эше, йәш курсантты үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итеүселәрҙең исемлеге тулыланыу, яңы мәғлүмәттәр асыҡланыу сәбәпле, инде әллә нисәнсе тапҡыр оҙайтыла (был юлы уның ата-әсәһенә, суд августа буласаҡ, тигән хәбәр килгән). Судта ғәҙеллек тантана итергә тейеш, был хәлде шым ғына яптырыуға юл ҡуйырға ярамай, тип иҫәпләгән кешеләр бик күп һәм улар араһында Рәсәй Геройы Альберт Марат улы Зарипов та бар. Ул яңыраҡ Учалы ауылына, Радмирҙың ата-әсәһенә, килеп ҡайтты.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru