Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Ислам әҙәбе
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Мәскәүҙә – эшлекле осрашыуҙар

    19 августа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Мәскәүҙә булып, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, финанс министры Алексей Кудрин, РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов, РФ төбәк үҫеше министры урынбаҫары Дмитрий Арацкий менән осрашты.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат Юлаев премияһын кемдәр алыр? Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаhы Президенты ҡарамағындағы 2008 йылда әҙәбиәт, сәнғәт hәм архитектура өлкәhендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан hуң, артабан конкурста ҡатнашыу хоҡуғын түбәндәге дәғүәселәргә биргән:

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ТАНЫРМЫ, ЮҠМЫ

    Оҙаҡламай Рәсәй Абхазия менән Көньяҡ Осетияның үҙаллылығын таныуы ихтимал, ти белгестәр.
    21 августа Абхазия Халыҡ йыйылышында Рәсәй Президентына, Федераль Йыйылышҡа һәм Дәүләт Думаһына, республиканың үҙаллылығын таныуҙы һорап, мөрәжәғәт ҡабул ителде. Абхазия Президентының ошондай уҡ мөрәжәғәтен абхаз парламенты ла хупланы.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ФИНАНСТАР «РОМАНС ЙЫРЛАЙ»МЫ? Яңылыҡтар

    Ғинуар – июндә Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары 59,9 миллиард һум табыш алған. Был күрһәткес, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 32,9 процентҡа күберәк.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Проект ҡеүәтенә сығалар Яңылыҡтар

    «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырылған осорҙа Башҡортостан Республикаhында 11 эре малсылыҡ объекты сафҡа индерелде, шуларҙың туғыҙы hөт етештереү буйынса ысын фабрика булған мегафермалар иҫәбенә инә.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагының байрамы илдең беренсе Президенты Борис Ельциндың 1993 йылда раҫлаған Указына ярашлы үткәрелә.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тырышһаң, матур йәшәргә була» Башҡортостан

    «Тырышһаң, матур йәшәргә була»
    Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Риф Шәүәлиевтар ғаиләһенә ҡарап һоҡланып туя алмаҫлыҡ. Асыҡ йөҙлө, саф күңелле, эшһөйәр хужабикә мәктәптә рус теленән уҡыта, ә мөләйем йөҙлө, алтын ҡуллы Риф Ғималетдин улы – эшҡыуар.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙҙең ҡы(мы)ҙҙан ауыҙ итегеҙ!» Сәләмәтлек

    «Беҙҙең ҡы(мы)ҙҙан ауыҙ итегеҙ!»
    Ҡымыҙ тураһында һүҙ сыҡһа, һәр саҡ ошо лаҡап хәтеремә төшә. Үткән быуаттың 90-сы йылдары уртаһында Баймаҡ районында булған, ти, был хәл. Районда ниндәйҙер байрам бара, ҡаланың үҙәк майҙанында юғарынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылайҙар. Иң яуаплы мәлдә ҡунаҡ ҡаршылаусы егеттәрҙең береһе, артыҡ тулҡынланып китепме, йә иләҫ-миләҫ уйҙар тотҡонона эләгепме, байрам сценарийын әҙерәк үҙгәртеп ебәргән, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡунаҡтарға, беҙҙең ҡыҙҙан ауыҙ итегеҙ, тип ысҡындырған, имеш. Егеттең ҡыҙҙы түгел, ҡымыҙҙы күҙ уңында тотоуын ҡунаҡтар аңлағанмы, юҡмы – уныһы тарих төпкөлөндә, әммә был хәл ғәйепле егеттең хеҙмәт кенәгәһендә күңелһеҙ яҙыу булып һаҡланып ҡалған, әйтеүҙәренсә.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru