Арбаны ат тартыр, күләгәне эт тартыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әсә абруйы
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Сыңғыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғәйепле язаһыҙ ҡалмаҫ Сәйәсәт

    Көньяҡ Осетияла барған ҡан ҡойош берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Илебеҙҙең барлыҡ киң мәғлүмәт саралары ла был мәғәнәһеҙ һуғышты тейешенсә яҡтыртырға тырышты. 8 августа Грузия тарафынан башланған һуғыш Рәсәй Ҡораллы Көстәре ярҙамы менән 12-һе көнө туҡтатылһа, Грузия Президенты Михаил Саакашвили кисә Рәсәй һәм Франция Президенттарының ҡан ҡойошто туҡтатыу тураһындағы документының төп принциптары менән килешкән. Әммә осетиндарға ҡаршы геноцид алып барыуын һаман да танырға теләмәй, үҙен, киреһенсә, бәләгә тарыусы итеп күрһәтергә тырыша. Йәнәһе, Рәсәй Грузияға һөжүм иткән булып сыға.
    Ҡан ҡойошто башлаусы барыбер үҙ язаһын аласаҡ. Был йәһәттән тикшереү эштәре ҡуҙғатылған да инде.

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дуҫлыҡты аҡыл нығыта, иҫәрлек – ҡыйрата Сәйәсәт

    Кавказ йәнә янар тауға әйләнде. Грузия, Көньяҡ Осетия, Абхазия тирәhендәге ваҡиғалар, бер ҡуйырып, бер тынып дауам итә торғас, ҡан ҡойошҡа барып етте. Был ваҡиғаларҙағы АҠШ, Европа Союзы, НАТО, Украинаның «тырышлығы» хаҡында айырым hөйләшергә форсат булыр әле. Бөгөн беҙ hүҙҙе Рәсәй менән Грузия мөнәсәбәттәренең тарихына арнарға булдыҡ. Сөнки бөгөнгө хәлдәргә баhа биреү өсөн үткәндең асылын аңлау мотлаҡ.

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нур hибеүсе ҡояш hин беҙгә! Мәғәриф

    Тормошта ябайлығы, ихласлығы, тойғо-хистәргә бай булыуы менән айырылып торған кешеләр осрай. Улар менән hөйләшhәң, аралашhаң, ниндәйҙер күңел тыныслығы, йылылыҡ тояhың, кәйефең күтәрелә, яңы мәғлүмәттәр алаhың. Бындайҙарҙың булмышына hәр кешегә ҡарата ябай ғына итәғәтлек, ихлас мөнәсәбәт hалынған. Флорида Мөхәмәтғәлина ла ошо матур hыҙаттарға эйә.

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшкә урынлашыуы еңелме? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бөгөн эшhеҙлек hәм яҡшы эшкә урынлаша алмау күренеше бик йыш осрай. Уҡыу йорттарын тамамлаусылар ҙа үҙҙәренең hөнәре буйынса эш таба алмай йонсой. Эшкә урынлашыу – үҙе бер hынау hәм уны уңышлы үтеп сығыуы еңелдән түгел. Күптәр эш биреүсе менән әңгәмәне лә үтә алмай, уңышhыҙлыҡҡа тарый. Был күп осраҡта тәүге осрашыуҙан уҡ үҙеңде асып бирә, мөмкинлектәреңде күрhәтә алмауҙан, әңгәмәгә дөрөҫ әҙерләнмәүҙән дә килеп сыға.

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыуҙың ҡәҙерен беләйек Яңылыҡтар » Иғтибар

    Һыу – йәшәү сығанағы, тибеҙ. Бигерәк тә селлә мәлендә бер генә көн hыу hипмәhәң, үлән, сәскәләр ҡорой, ҡыуаҡтар кибә, hыу эсмәhә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт сарсай. Ҡыҫҡаhы, тереклектең әле hыуға мохтаж сағы. Һәр кемгә, сәй, кеүәҫ кеүек эсемлектәрҙән тыш, көнөнә кәм тигәндә ике литр самаhы hыуҙы йотомлап эсергә кәрәк, ти белгестәр. Крандағы hалҡын hыуҙы мотлаҡ ҡайнатырға, hыуҙың махсустарын, шешәлә hатылғандарын ғына эсергә кәңәш ителә. Ауылдыҡылар ғүмер буйы шишмә hыуын иртә таңдан алып ҡуйған.

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәтеүсе өмөт булмаһа... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    ӨфӨлә шағир Әбүстең ҡатыны менән улы йәшәүе хаҡында осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Дөрөҫөрәге, был хаҡта Мәжит Ғафуриҙың ейәне Хәлиттең ҡатыны Люциә аша белдем. Миндә Нәғимә апайҙы күреп һөйләшеү теләге уянды. Телефондан шылтыраттым. Теге яҡта яғымлы тауыш ишетелде.
    – Эйе, Нәғимә апай булам...

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әллә кешеләр шаярыуы, әллә күктәгеләр «уйыны» Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Әллә кешеләр шаярыуы, әллә күктәгеләр «уйыны»
    Яңыраҡ Әбйәлил районының Амангилде ауылынан танышым Гөлйөҙөм Кирәева шылтыратты: «Беҙҙә телефонға төшөрөлгән ғәжәп бер видеоһүрәт бар, әгәр теләһәң, килеп сыҡ – күрһәтербеҙ үҙеңә». Кешеләр, ҡыҙыҡ нәмә күрһәтәбеҙ, тип торған саҡта, нисек бармай, баш тартаһың? Йыйынып, Гөлйөҙөмдәрҙең бесәндән һуң ҡайтыуын самаланыҡ та, кисен генә юлға сыҡтыҡ. Беҙ барып төшөү менән Гөлйөҙөм тиҙ генә өлкән ҡыҙын саҡыртып, кеҫә телефонына яҙылған видеоны ҡуйҙырҙы.

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәлә ағас башынан йөрөмәй Яңылыҡтар » Иғтибар

    Силәбе өлкәһенең Ҡарағайлы районында Әлмәй тигән башҡорт ауылы бар. Ул бик матур һәм ыҡсым. 50 йорттан ғына торһа ла, өйҙәр тәрбиәле. Ҡарттар бик аҙ ғына ҡалһа ла, мәсет эшләй. Иман булған ерҙә яҡты йөҙлө, изге күңелле кешеләр бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Ҡаланан бик алыҫ булмағанға йәштәр ауылда төпләнә, эшкә ҡалаға йөрөй. Барыһы ла һоҡландырғыс...

    авторы: Нур | 14 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru