Иренсәктең табышы юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәнлектәр донъяһы
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө Яңылыҡтар

    Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагының байрамы илдең беренсе Президенты Борис Ельциндың 1993 йылда раҫлаған Указына ярашлы үткәрелә.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тырышһаң, матур йәшәргә була» Башҡортостан

    «Тырышһаң, матур йәшәргә була»
    Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Риф Шәүәлиевтар ғаиләһенә ҡарап һоҡланып туя алмаҫлыҡ. Асыҡ йөҙлө, саф күңелле, эшһөйәр хужабикә мәктәптә рус теленән уҡыта, ә мөләйем йөҙлө, алтын ҡуллы Риф Ғималетдин улы – эшҡыуар.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙҙең ҡы(мы)ҙҙан ауыҙ итегеҙ!» Сәләмәтлек

    «Беҙҙең ҡы(мы)ҙҙан ауыҙ итегеҙ!»
    Ҡымыҙ тураһында һүҙ сыҡһа, һәр саҡ ошо лаҡап хәтеремә төшә. Үткән быуаттың 90-сы йылдары уртаһында Баймаҡ районында булған, ти, был хәл. Районда ниндәйҙер байрам бара, ҡаланың үҙәк майҙанында юғарынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылайҙар. Иң яуаплы мәлдә ҡунаҡ ҡаршылаусы егеттәрҙең береһе, артыҡ тулҡынланып китепме, йә иләҫ-миләҫ уйҙар тотҡонона эләгепме, байрам сценарийын әҙерәк үҙгәртеп ебәргән, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡунаҡтарға, беҙҙең ҡыҙҙан ауыҙ итегеҙ, тип ысҡындырған, имеш. Егеттең ҡыҙҙы түгел, ҡымыҙҙы күҙ уңында тотоуын ҡунаҡтар аңлағанмы, юҡмы – уныһы тарих төпкөлөндә, әммә был хәл ғәйепле егеттең хеҙмәт кенәгәһендә күңелһеҙ яҙыу булып һаҡланып ҡалған, әйтеүҙәренсә.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һалдаткалар Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ул йылды ҡыш айырыуса оҙаҡҡа hуҙылды. Октябрь урталарында уҡ яуа башлаған ҡар апрель аҙаҡтарына тиклем ятты ла ҡуйҙы. Ҡалын көрт тишек-тошоҡ мал аҙбарҙарын ҡыйығына тиклем күмде, аслыҡтан үлем хәленә еткән Ҡошсо ауылы халҡы иртән тороуға солан ишектәрен аса алмай аҙапланды, малдар күтәртә башланы. Тик май баштарында ғына ер ҡарҙан әрселде, тауҙай аҡтарылып, Әй ярҙарына hыйыша алмай боҙҙар ағып бөтөү менән ҡаҡ hөйәккә ҡалған малдар ҙа күк үләнгә аяҡ баҫты, ә кешеләр ситән буйҙарындағы кесерткәнгә, алабутаға, баҡсаларҙа көҙҙән ҡалған серек бәрәңгегә ябырылды.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк ---

    Сәс буяуҙарын ҡулланыу ҡанда яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килеү ихтималлығын арттыра. Йельск университеты онкологтары ҡан рагы сире диагнозлы 4 мең 461 пациентты һәм 5799 һау-сәләмәт кешене тикшерә. Тикшереүҙә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 75 проценты һәм ирҙәрҙең 10 проценты үҙ ғүмерҙәрендә бер генә тапҡыр булһа ла химик алым менән сәсен буяған. Табиптар асыҡлауынса, сәс өсөн буяуҙар ҡанда яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын 30 процентҡа арттыра. Аҡ халатлылар буяуҙағы матдәләрҙең йыш ҡына фолликуляр лимфомаға – дауаланмай торған яман шеш ауырыуына килтереүен билдәләй. Шулай уҡ ҡарараҡ төҫлө буяу ҡулланыусылар араһында ҡурҡыныс ауырыу менән сирләү хәүефенең түбәнерәк булыуы ла асыҡлана.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңғанға уңыш юлдаш Мәҙәниәт

    Өфө сәнғәт училищеhының IV курс студентҡаhы Динә ХӨСӘЙЕНОВА – профессиональ сәнғәт күгендә балҡыусы сағыу йондоҙ. Ырымбур өлкәhенең Медногорск ҡалаhында тыуып, 10 йәштән музыка менән шөғөлләнә башлаған ҡыҙ бөгөн уңыш артынан уңыш яулай.
    Атаһы Фәнүз Фәрит улы – Стәрлебаш, әсәһе Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы Хәйбулла райондарынан булғас, ҡыҙҙарын да тыуған республикаларында уҡытырға теләйҙәр. Хәҙер Хөсәйеновтар ғаиләһе Благовещен ҡалаhында йәшәй.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Олимпиада көндәлеге Яңылыҡтар » Спорт

    Көрәшселәр
    тос өлөш индерҙе


    Әле генә ҙур түҙемhеҙлек менән көтөп алған ҙур спорт байрамы тамамланырға ла hанаулы ғына көндәр ҡалды. Бөгөн, иртәгә миҙалдарҙың 40 йыйылмаhы уйнатыласаҡ. Ә әлегә Рәсәй командаhы, бөтәhе 16 алтын миҙал яулап, дүртенсе урында ныҡлы урынлашты. Уйындарҙың 13-сө көнө Рәсәйгә өс алтын, ике көмөш hәм бер бронза миҙал килтерҙе.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөха-ха-хана Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Туҡталышта автобустың артҡы салонынан кондуктор водителгә:
    – Ирек, бер аҙ көтөп тор, ана бер пассажир йүгерә, – тип ҡысҡыра. Бер-ике секундтан:
    – Ирек, ишектәрҙе яп та тиҙерәк ҡуҙғал, ул кешене мин беләм, уның айлыҡ билет, – ти.

    авторы: Нур | 23 августа 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru