Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Йондоҙнамә
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    10 МЕҢ ҺУМЛЫҠТАР БУЛМАЯСАҠ

    Ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында, Рәсәй банкыhы 10000 һумлыҡ аҡса сығара башлай, тигән хәбәр таралғайны.
    Әммә Рәсәй банкыһының тышҡы һәм йәмәғәтселек бәйләнештәре департаменты был яңылыҡты кире ҡаға. Банкының директорҙар советы был мәсьәлә буйынса бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул ителмәүен белдерә

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Баҫма һүҙенә ышанысыбыҙ көслө!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Баҫма һүҙенә ышанысыбыҙ көслө!»
    Йылдың икенсе яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында ойошторолған «Йәшлек»-фараз» конкурсының бер еңеүсеһе – Ғәйнизар Ураҙбахтина – Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәй. Ҡыҙыу бесән мәлендә кешене көндөҙ өйөндә тотоуы ҡыйын булыр тип, Әбделмәмбәткә һуң ғына барып еттек.
    – Беҙ эҙләгән еңеүсебеҙ ошо апайҙыр әле, – тип, кирбес йорт янында бәләкәй баланы коляскала йөрөткән ҡатынға ҡарап, үтә бирҙек тә, шунда һикерешеп уйнаған ҡыҙҙарҙан Ғәйнизар апайҙың ҡайҙа йәшәүен һораныҡ.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ПАРЛАМЕНТ БИНАҺЫНДА ЯНҒЫН

    Мысырҙа Каир ҡалаһының уртаһында урынлашҡан парламент бинаһында янғын сыҡҡан.
    13 кеше зыян күрә. Янғын сығыуҙың сәбәбе – электр сымының төҙөк булмауы. Рәсми сығанаҡтар янғындың теракт акцияһы булыуын кире ҡаға. Парламенттың ике палатаһы ла әле каникулда. Ут бинаның ике ҡатын ялмап ала, һөҙөмтәлә архив һәм бер нисә ултырыш залы зыян күрә.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест ---

    МӘКТӘПКӘ – ҠОРАЛ ТОТОП...

    Американың Техас штатындағы Харролд округының мәктәп хеҙмәткәрҙәренә һәм уҡытыусыларға, үҙ-үҙен һаҡланыу йәhәтенән, ҡорал йөрөтөргә рөхсәт бирелгән.
    Әммә бының өсөн уҡытыусылар рөхсәт ҡағыҙы алырға һәм кризислы хәлдәрҙән сығыу юлдарын өйрәнеү курсы үтергә тейеш. Бынан тыш, уларға пуля ситкә тайпылмай торған махсус патрондар ҡулланыу кәрәк буласаҡ. Быға тиклем Америкала мәктәптә ҡорал йөрөтөү тыйыла ине.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Инвестицион үҫеш өҫтөнлөгө Иҡтисад

    Федераль эксперттар фекеренсә, Башҡортостан – Рәсәйҙең инвестициялар йәлеп итеү өсөн ҙур потенциалға эйә, иң үҫешкән төбәктәренең береhе. Бында төбәк инвесторҙары менән үҙ-ара бәйләнештә лә, сит инвесторҙар йәлеп итеү буйынса ла уңышлы эш алып барыла.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИГЕН – ИКЕ МИЛЛИОН ТОННА Яңылыҡтар

    Башҡортостанда ашлыҡ һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы баҫыуҙарының яртыһынан күберәк майҙандан йыйып алған хужалыҡтар күбәйә. Улар иҫәбендә – Көйөргәҙе (67 процент), Мәләүез (64), Нуриман (61), Саҡмағош (59), Стәрлетамаҡ (54), Ғафури (52) райондары. Дөйөм алғанда, республика буйынса уңыш баҫыуҙарҙың 45 процентынан йыйылған. Был күрһәткес 775 мең гектар майҙанды тәшкил итә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, уңышы йыйылған баҫыу майҙаны 282 мең гектарға күберәк.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әфәнделәр, ауыҙығыҙға бал да май, Йәшәгәндәй төҫлө хәҙер беҙ ҙә бай Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бәндә тигәнең ғүмере буйы кемдеңдер ярҙамына, мәрхәмәтенә мохтаж булып йәшәй. Сабый сағында ата-әсә күҙенә ҡарап торһа, үҫә башлағас, мәктәпкә, тиңдәштәренә, күрше-тирәһенә, туғандарына таяна. Донъя шулай ҡоролған. Һәр кеше бар аңлы ғүмерендә тағы ла бер терәккә, үрҙә һаналған таяныстарҙан күпкә ҡеүәтлерәгенә һәм көслөрәгенә – дәүләткә ышанып, уға ышыҡланып көн итә. Әммә бер илдә лә хөкүмәткә беҙҙәге кеүек Аллаға ҡарағандай ҡарамайҙар, халыҡ һүҙе алдынғы илдәрҙә һәр саҡ һүҙ була, хөкүмәт халыҡ өсөн эшләй, ә Рәсәйҙә, киреһенсә.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Саакашвили менән Гитлер бер-береhенә оҡшаш Сәйәсәт

    Саакашвили менән Гитлер бер-береhенә оҡшаш
    Көньяҡ Осетияла хәрби хәрәкәттәр тамамланыу менән Грузияның рәсми танылмаған суверенлы республика территорияһында ниндәй вәхшилек ҡылыуы күләме әкренләп төҫмөрләнә бара.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru