Кеше үлгәндә лә: <Өс көнлөк эшем ҡалды>, тип әйтер, ти.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Йондоҙнамә
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Йондоҙнамә
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Илһам биреүсе Илһам Мәҙәниәт

    Ил&#1211;ам бире&#1199;се Ил&#1211;ам
    – Илһам, йырлауыңды беренсе тапҡыр М. Ғиләжевтың юбилей кисәһендә ишеттем дә, был бит икенсе Илһам Шакиров, тип уйлағайным. Сөнки һинең башҡарыуыңда мәшһүр татар йырсыһының йырлау үҙенсәлектәрен, боролош-һығылыштарын, хатта моң бирелешен тойоп, тулҡынланып киттем. Күңелдә, бына бит, Башҡортостанда икенсе Илһам Шакиров үҫеп килә, тигән ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде. Әле ижадыңды даими күҙәтеп барам, уңыштарыңа ҡыуанам һәм күңелемдән генә һине һаман да бала саҡтан яратҡан һәм хөрмәт иткән йырсым менән сағыштырыуҙан туҡтамайым.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсе балан тәлгәштәре – мөхәббәттең күҙ йәштәре Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡоласын йәйеп, атаһы Сәхиулла ҡарт менән бик йылы иҫәнләшеп, хәл-әхүәлдәр һорашҡандан һуң, һынаулы ҡарашын Фәйзуллаға төбәне:
    – Был ниндәй бәһлеүән, ыласындай егет? – тип һораны. Атаһы, ғорурлығын тышҡа сығармаҫҡа тырышып:
    – Михайло знакум, был егет минең бер бөртөк улым, ҡартлыҡ көнөмдәге ышанысым, – тип уланының киң арҡаһынан еңелсә ҡағып, уға табан этәрҙе. Уттай ҡарашлы мөһабәт кәүҙәле егеткә бер аҙ текләп ҡарағандан һуң, Михайло ҡарт ҡәнәғәт йөҙ менән уларҙы өйгә, сәй эсергә саҡырҙы.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телерекламалар ни һөйләй? Яңылыҡтар » Иғтибар

    Һеҙ эштән ҡайттығыҙ. Киске аш әҙерләгәс, уңайлы урынлашып, телевизорығыҙҙы ҡабыҙҙығыҙ. Оҙаҡламай яратҡан сериалығыҙ башлана. Әлегә реклама. Һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан апай, бик килештереп: «Һыҙланыу! Һеҙҙе һыҙланыу яфалаймы?» – тип теңкәгеҙгә тейә. Ашығыҙ ашҡаҙанға барып етмәй, ярты юлда тығылып ҡала. Сәйегеҙ һыуына, ҡанығыҙ йөрөмәй. Ә телевизор дауам итә: «ВИЧ халыҡты йөҙәрләп ҡыра. Кем ВИЧ-тан ҡалған, улар холестерин, йә гепатит сиренән йығыла. Гепатиттан ҡалғандарҙы ҡауаҡ һәм һытҡылар кеүек яза көтә».

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Олимпиада көндәлеге Яңылыҡтар » Спорт

    Рәсәй һикереүселәренә етеүсе юҡ
    Олимпиада к&#1257;нд&#1241;леге
    Ҡолға менән бейеклеккә hикереү буйынса донъя рекордсменкаhы, Рәсәй hылыуы Елена Иҫәнбаева, Рәсәй өсөн hигеҙенсе алтын миҙал менән ҡуша, йәнә донъя рекорды ҡуйҙы. Хәҙер ул 5 метр 5 сантиметрға тиң. Иҫ киткес бит. Афарин! Был – уның карьераhында 24-се рекорд!

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Минең атайым эшендә гел hыҙғыра, – ти бәләкәй малай.
    – Ул шаян кешелер, – ти икенсеhе.
    – Юҡ, ул милиционер.

    авторы: Нур | 21 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Республика етәксеhе сәфәре

    Уҙған шәмбелә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бишбүләк, Йәрмәкәй hәм Туймазы райондарында булды.
    Төбәк башлығы унда ураҡ барышы, социаль hәм хужалыҡ тәғәйенләнешендәге объекттар төҙөлөшө менән танышты.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙән-бер! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Бер&#1177;&#1241;н-бер!
    Ундай кеше беҙҙең ауылда йәшәмәй, – Туймазы районының Булат ауылына Йәшлек-фараз конкурсы еңеүсеһе Фәрүәз Мансуровты ҡотларға барып, уның йортон эҙләп мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең барыһы ла шулай тип яуапланы. Һуң, нисек инде йәшәмәй?! – тип аптырауға ҡалдыҡ. Ғүмер буйы ошо ауылда йәшәйем, әммә Фәрүәз тигән кеше хаҡында бер ҙә ишеткәнем юҡ, – тип тамам өмөтөбөҙҙө өҙҙө олпат ҡына ағай.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан делегацияhы – Астанала Яңылыҡтар

    15 августа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге делегация Ҡаҙағстандың Астана ҡалаhында булды. Унда Премьер-министр Рәсәй Федерацияhы вәкиллегендә Ҡаҙағстандағы Рәсәй вәкиле Владимир Спринчан менән осрашып, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф өлкәhендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

    авторы: Нур | 19 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru