Балтаң булмаһа, урманға барма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Өс һөйләм менән
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Металл һәм таш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ураҙа байрамы мөбәрәк булhын! Яңылыҡтар

    Республикабыҙҙың бөтә мосолмандарын изге Рамаҙан айы тамамланыу hәм Ураҙа байрамы башланыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым!
    Исламдың үҙенсәлекле әхлаҡи потенциалы күп быуаттар hуҙымында беҙҙең дөйөм рухи мираҫыбыҙҙың айырып алғыhыҙ өлөшөнә әйләнде. Мосолмандарҙың төп байрамы – Ураҙа ғәйете йәмғиәттә әхлаҡлылыҡты тергеҙеүгә, дөйөм кешелектең гуманистик ҡиммәттәрен раҫлауға булышлыҡ итә.
    Күп быуаттар буйы беҙҙең төбәктә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу hәм килешеп йәшәй. Беҙҙә төрлө конфессияларҙы үҫтереү өсөн кәрәкле бөтә шарттар ҙа бар. Мәсеттәр, сиркәүҙәр hәм синагогалар төҙөлә, дини уҡыу йорттары эшләй, Башҡортостан халыҡтарының бай рухи мираҫын сағылдырған китаптар hәм гәзиттәр баҫыла.
    Исламдың тәрән hәм мәғәнәле традициялары, илебеҙҙең башҡа диндәре кеүек үк, артабан да бөйөк Рәсәйҙә hәм беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа тыныслыҡты hәм берҙәмлекте нығытыуға тос өлөш индереренә ышанам.
    Был тыныслыҡты hөйөүсе, башҡа диндәргә ыңғай ҡараусы, яҡындарың тураhында хәстәрлек күреүҙе хуплаған яҡты байрам артабан да кешеләрҙең рухи яҡтан камиллашыуына, Ватанға hөйөү hәм патриотизм тәрбиәләүгә булышлыҡ итhен.
    Бөтәгеҙгә лә ихлас күңелдән ныҡлы hаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек hәм бәхет теләйем!

    Башҡортостан Республикаhы Президенты М. РӘХИМОВ.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға эштәр ҡабул ителә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаhы Президенты ҡарамағындағы балалар hәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт hәм сәнғәт өлкәhендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаhы дәүләт премияhын биреү буйынса комиссия 2008 йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклем ошо премияға дәғүә итерлек эштәрҙе ҡабул итә.
    Башҡортостан Республикаhы Президенты Указына ярашлы, бер премия әҙәбиәт hәм сәнғәт әҫәрҙәре аша үҫеп килеүсе быуынға рухи-әхлаҡи hәм ватансылыҡ тәрбиәhе биреүгә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла.
    Конкурсҡа кәмендә бер йыл элек айырым китап итеп сығарылған, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки башҡа ысул менән нәшер ителгән әҫәрҙәр ҡабул ителә.
    Премияға дәғүә итеүсе эштәр дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, учреждениелар, йәмәғәт берекмәләре hәм ижади союздар тарафынан тәҡдим ителә. Премияға дәғүә итеүсе эш хаҡындағы хатта тәҡдимде нигеҙләргә hәм әҫәрҙең балалар hәм үҫмерҙәр өсөн айырыуса мөhим булыуын иҫбатларға кәрәк.
    Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаhы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаhы Президенты Хакимиәте, 417-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 250-02-32, 250-01-34.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЗАҺИР ИСМӘҒИЛЕВҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛАСАҠ Яңылыҡтар

    Башҡортостандың арҙаҡлы композиторы Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асыу эштәре тамамланыуға яҡынлашты. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Театр скверында урынлаштырыласаҡ. Заһир Исмәғилевтың иң билдәле – «Салауат Юлаев», «Шәүрә», «Урал илселәре» опералары тәүге тапҡыр тап ошо сәхнәлә яңғыраған, был ғына ла түгел, уның бик күп оперетталары, симфоник әҫәрҙәре лә тамашасылар иғтибарына тап ошо сәхнәлә беренсе тапҡыр сығарылған.
    Бронзанан эшләнгән һәйкәлдең авторы – Өфөнөң билдәле скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов. Ҡулына ҡурай тотҡан композитор илһамланып ултырған килеш кәүҙәләндерелгән.
    Һәйкәл октябрҙә асыласаҡ.
    Л. МӨЛӨКОВА.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика Советына әҙерлек тикшерелде Яңылыҡтар

    24 сентябрҙә Башҡортостан Республикаhы Президенты эш сәфәре менән Архангел районында булды. М. Рәхимов райондың hаулыҡ hаҡлау системаhы эшмәкәрлеге менән танышты hәм уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советына әҙерлек сиктәрендә төҙөлгән ҡайhы бер дауалау учреждениеларында булды.
    Архангел ауылында М. Рәхимов өс ҡатлы яңы дауахана корпусын ҡараны. Уның тәүге ҡатында рентген, УЗИ, ЭКГ кабинеттары урынлашасаҡ. Хирургия бүлеге – бинаның икенсе ҡатын, өсөнсө ҡатты бала табыу бүлеге биләйәсәк.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дуҫлыҡ йыры етһен быуаттарға! Яңылыҡтар

    Башҡортостанда Мәскәү көндәре ойошҡанлыҡ менән үтте
    Дуҫлыҡ йыры етһен быуаттарға!
    25 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте менән Мәскәү Хөкүмәте араhында 2008 – 2010 йылдарға берлектәге эшмәкәрлек тураhында Протоколға ҡул ҡуйылды. Унда БР Президенты Мортаза Рәхимов, Мәскәү мэрының беренсе урынбаҫары Владимир Ресин, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев hәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
    – Бөтә ҡунаҡтарҙы ла бәрәкәтле Башҡортостан ерендә ҡайнар сәләмләйем, – тине Мортаза Fөбәйҙулла улы. – Мәскәү менән Башҡортостан араhында йылдан-йыл дуҫлыҡ ептәре нығый, бәйләнештәр көсәйгәндән-көсәйә, төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек булдырыла. Былтыр Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы киң билдәләнде. Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре гөрләп уҙҙы.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЛТАЙ ТАУҘАРЫН ИҢЛӘП Яңылыҡтар » Иғтибар

    АЛТАЙ ТАУҘАРЫН ИҢЛӘП
    Һуңғы йылдарҙа спорттың, туризмдың үҫешә, халыҡтың көнитмешендә ҙурыраҡ урын ала башлауы ҡыуандыра. Яҡташтарыбыҙ төрлө кимәлдәге ярыштарҙа тәүге урындарҙы биләй, республикала спорттың, туризмдың популярлашыуына ҙур йоғонто яһай.
    Һөҙөмтәлә Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы өсөнсө урынды биләп тора, әлегә беҙ Мәскәү һәм Новосибирск ҡалаларын ғына ҡыуып етә алмағанбыҙ. Башҡортостандан һуң Санкт-Петербург килә. Бөгөн Башҡортостанда туризм буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры – Вячеслав Киселев бар. Шулай уҡ халыҡ-ара класлы өс спорт мастеры бар. 1960 йылдан алып 65 кеше СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булған. Республиканан 9 кеше Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе исемен алған.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғаилә – иғтибар үҙәгендә Яңылыҡтар

    Һәр бәхетле ғаиләләр бер үк бәхетле, тиһәләр ҙә, һәр бәхетһеҙ ғаиләнең дә уртаҡлығы барҙыр, моғайын. Ҡасандыр ғаилә атамаһы бәләкәй генә, үҙенә күрә ҡеүәтле бер дәүләтте кәүҙәләндерһә, бөгөн ул төрлө категорияны күҙ алдына баҫтыра: күп балалы, тулы булмаған, имен булмаған, студенттар ғаиләһе һ.б. Нисек кенә тиһәк тә, уға бөгөн дә иң ҙур бурыс йөкмәтелгән – илдең, дәүләттең киләсәген һаҡлап ҡалыу, уның иҡтисади нигеҙен нығытыу. Ысынлап та, ғаилә булмаһа, балалар тыумаһа, демография көрсөккә терәлһә, илдең иҡтисади нигеҙе лә ҡаҡшаясағы көн кеүек асыҡ.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәктәптәр замандан артта ҡалырға тейеш түгел Мәғәриф

    Башҡортостанда Мәскәү көндәре сиктәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Фәндәрҙе уҡытыуҙа заманса мәғлүмәт технологиялары: мәғәнәһе, маҡсаты һәм бурыстары» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Мәскәү ҡалаһының Төньяҡ-Көнсығыш округының мәғариф идаралығы начальнигы Валентина Кобозова, Мәскәү ҡалаһының 1565-се гимназияһының директоры, педагогия фәндәре кандидаты Андрей Грабовский, республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 26  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru