Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡарап дан үҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • ХӘҘИСТӘР
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оҙайлы сәфәргә – күтәренке кәйеф менән Яңылыҡтар » Спорт

    Оҙайлы сәфәргә – күтәренке кәйеф менән
    «Салауат Юлаев» хоккейсылары, өс уйында өс еңеү яулап, турнир таблицаhын етәкләне
    Тәү башлап уҙғарылған КХЛ-дың «Асыу кубогы»нда юлаевсылар «Локомотив» командаһын 4:1 иҫәбенә отоп, быйылғы миҙгелдә тәүге призын яулаһа, «Быйыл беҙ чемпион булабыҙ», – тип шапырынған Питер хоккейсыларын 3:1 менән отто. Ә «Северсталь»де (Череповец) 5:2 иҫәбе менән ҡыйратты. Шуныһы ҡыуаныслы: был уйындарҙа яңы уйынсылар имтиханды уңышлы тапшырҙы. Александр Радулов менән Леош Чермак ҡына һуңғы осрашыуҙа икеһенә дүрт мәрәй йыйҙы.
    Fөмүмән, өйҙә ошо осрашыуҙары юлаевсылар өсөн әллә ни еңел булманы. Улар бар уйындарҙа ла дәғүәселәренән отола килеп, hөҙөмтәлә еңеү яулай алды. Бигерәк тә Санкт-Петербургтың СКА-hы менән осрашыу бик төҫhөҙ hымаҡ тойолдо. Ике осор буйына хужалар ҡунаҡтарҙың ҡапҡаhына юл тапманы, тик hуңғыhында ғына өфөләрҙең капитаны Антипов иҫәпте тигеҙләй алды. Ә инде hуңынан Радулов менән Пережогин бер-бер артлы уңышҡа өлгәште.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Ҡәләмдәштәр, мәғарифты яҡтыртығыҙ!

    Рәсәйҙең Мәғариф hәм фән министрлығы журналистар араhында мәғариф үҫеше темаhын яҡтыртыу буйынса конкурс иғлан итә. Унда ҡәләм оҫталары үҙҙәре генә йәки мәғлүмәт сараhы ҡатнаша ала. Иң мөhиме – материал 1 ноябргә тиклем баҫылып сыҡҡан йәки эфирҙа яңғыраған hәм министрлыҡҡа ебәрелгән булырға тейеш. Еңеүселәр ноябрь – декабрь айҙарында иғлан ителәсәк hәм бүләкләнәсәк.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡондоҙ ауларға рөхсәт Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән «Башҡортостан Республикаhында hунар hәм hунар хужалығын алып барыу тураhында» БР Законына hәм Башҡортостан Республикаhы биләмәhендә hунар ҡағиҙәләренә ярашлы, 2008 – 2009 йылғы миҙгелдә Башҡортостан Республикаhының hунар итеү ерҙәре биләмәhендә 2009 йылдың 1 мартына тиклем иң күбе 1700 ҡондоҙ аулау шарты менән уға hунар итеү рөхсәт ителде, ә hоро айыуға hунар тыйылды. Шулай уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу hәм экология министрлығына hунар тәртибен билдәләргә ҡушылды.
    С. НИЯЗОВА.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Галерея Арт», ишегеңде ас! Яңылыҡтар

    Өфөлә «Галерея Арт» сауҙа-күңел асыу комплексын асыу тантанаhында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, Өфө ҡалаhы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев hәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
    Комплекстың майҙаны – 30 мең квадрат метр. Унда 1 мең 436 кешегә иҫәпләнгән «Синема парк» – туғыҙ кино залы, аҙыҡ-түлек hәм сәнәғәт тауарҙары hатыу өсөн иркен сауҙа майҙансыҡтары, бөтә уңайлыҡтары булған көнкүреш хеҙмәттәре күрhәтеү салоны, 300 кешелек дөйөм туҡланыу, 230 урынлыҡ бер нисә ҡатлы машина ҡуйыу урындары урынлашҡан.
    Бында 500 кешегә эш тә табылған.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер ҡулда – көрәк, икенсеһендә – күнәк Яңылыҡтар

    Бер ҡулда – көрәк, икенсеһендә – күнәк
    Әйткәндәй, үҫешкән илдәрҙә картуфҡа иғтибар ҙур. БМО-ның быйылғы йылды картуф йылы тип иғлан итеүе юҡҡа түгелдер. Картуфта 11 – 16 процент крахмал, 1 – 2 процент аҡһым-майҙар, төрлө минераль тоҙҙар бар. Шулай уҡ ҡайнаған hыуҙа бешерелгән, ҡыҙҙырылған картуфта С витамины һәйбәт һаҡлана. Диетологтар тәүлегенә 300 – 400 грамм картуф ашарға тәҡдим итә. Йылға әйләндерһәң, бер кеше 128 – 146 кг картуф ашай килеп сыға. Швецияла «икенсе икмәк»те популярлаштырыу буйынса хатта өс йыллыҡ программа ҡабул ителгән һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн бик ҙур ғына сумма аҡса ла һалынған. Беҙ шведтарҙан кәмме ни?
    Көҙ етһә, әҙәм балаһы – йә баҫыуҙа, йә баҡсала. Ә ҡояш нисек ҡайнар ҙа, ә күңелдәр нисек дәртле! Уңыш та мул булhа, икеләтә күңелле. Сер түгел, бөгөн ауыл кешеһенең күҙ терәп торғаны картуф. Юҡҡа ғына уны икенсе икмәк тимәйҙәр бит.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Объективта – Башҡортостан йәштәре Яңылыҡтар

    БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге «Объективта – йәштәр» республика фотоконкурсын иғлан итә. Ул беренсе тапҡыр һәм «Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының 2006 – 2015 йылғы стратегик ресурсы» рухи-әхлаҡи мәҙәниәтте һәм балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы сиктәрендә үткәрелә. Маҡсаты – йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тәбиғәткә, фото сәнғәтенә һәм әүҙем интеллектуаль ялға ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған яҡҡа ҡарата патриотизм тойғоһон тәрбиәләү, йәштәр араһында фото сәнғәтен пропагандалау һәм йәштәрҙең ижади мөмкинлеген тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
    Конкурста 35 йәшкә тиклемге профессиональ һәм һәүәҫкәр фотографтың Башҡортостан йәштәрен, тормошон сағылдырған 10 эше ҡабул ителә.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Көньяҡ Осетия тыныс тормошҡа күсә

    Көньяҡ Осетия утҡа тотолоуға теүәл бер ай үтте.
    Әле иһә республика әкренләп тыныс тормошҡа ҡайта башланы.
    Ҡалала тынлыҡ һәм тыныслыҡ тантана итә. Агрессия ваҡытында тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан Цхинвал емереклектәр араһынан күтәрелә. Урындағы халыҡ һәм РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан таҙартылған урындарҙа кешеләр һәм машиналар һаны көндән-көн арта бара. Махсус кейемдәрҙәге хәрбиҙәрҙе үҙ эштәре буйынса ашығыусы ҡала халҡы һәм арҡаларына портфелдәр аҫҡан уҡыусылар алмаштыра. Йәштәр һәм урта йәштәге кешеләр ҡаланы тергеҙеү эштәре менән мәшғүл. Иң беренсе сиратта, Хөкүмәт йорто, суд, дауахана, мәктәп, торлаҡ кеүек дәүләт һәм социаль объекттар төҙөкләндерелә. Электриктар 20 сентябрҙә билдәләнәсәк Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә ҡала урамдарына ут һуҙырға ашыға.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Затың ниндәй, атым? Яңылыҡтар

    Өфөлә Бөтә Рәсәй Орел юртаҡтарының фестивале үтте. «Аҡбуҙат» ипподромында иң шәп аттарын Пермь hәм Алтай крайҙары, Силәбе, Ҡурған, Пенза, Мәскәү, Ярославль, Һамар, Һарытау, Свердловск, Төмән өлкәләре hәм Мәскәү вәкилдәре күрhәтте. Ярышта 93 ат ҡатнашты, шул иҫәптән Башҡортостандың 23 юртағы.
    Фестиваль сиктәрендә Орел аттарының матурлығын күрhәтеү ҙә ойошторолдо.

    авторы: Нур | 9 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru