Ижтиһад иткән моратына еткән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Торлаҡлы булам тиһәң субсидия ал!
» Заман менән бергә атлайыҡ
» Көлкө ха-хана
» Проект ҡеүәтенә сығалар
» Таҙартайыҡ доньяны
» Бөйөктәр бейеклегендә



Сифатына дәғүәләр бар Башҡортостан » Милли проекттар
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта башланған ремонт эштәренең сифаты тейешле кимәлдә түгел

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә 2008 йылда республика ҡалалары һәм райондарында торлаҡ йорттарға капиталь ремонт программаһы үтәлеше тикшерелде, Өфө һәм Салауат ҡалаларында авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү барышы ҡаралды.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фонды быйыл Башҡортостанға 1,3 млрд һум аҡса бүлде. Шуға өҫтәп, тағы ла 2,7 млрд һум аҡса күсереләсәк. Шулай итеп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты ремонтлауға, дөйөм алғанда, 14 млрд һум самаһы аҡса тотоноласаҡ, тип күҙаллана. Был сумманы бер нисә йыл эсендә үҙләштерергә кәрәк.
Эштәр башланды, әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайһы берҙә эштәрҙең сифатһыҙ башҡарылыуы, сертификатланмаған материалдар ҡулланылыуы, иҫкергән ҡорамалдар ҡуйылыуы, ваҡытты һуҙыу, хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү кеүек етешһеҙлектәр күҙәтелә. Был хаҡта граждандар хат аша ла, телефондан шылтыратып та Хөкүмәткә мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы торлаҡ сифатын, финанс сығымдарының маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын тикшерҙе. Тикшереүселәр асыҡлаған дәғүәләр ҙә урынлы. 1538 граждан менән һөйләшкәндән һуң, ремонтты, нигеҙҙә, торлаҡсыларҙың мәжбүри башлағаны асыҡланған. Быйыл программаға индерелгән барлыҡ ҡалаларҙа ла кәрәкле документтарҙың дөрөҫ тултырылмауы, техник документацияның тейешле кимәлдә булмауы күҙәтелә. Тикшереүҙәрҙең беренсе этабында ғына ла норматив талаптарҙы боҙоуҙың 1503 осрағы теркәлгән. Уларҙы төҙәтеү буйынса күрһәтмәләр тултырылған. Баш ҡалала ғына 62 административ-хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Тәнҡит Салауат, Күмертау, Сибай һәм башҡа ҡалалар хакимиәттәре етәкселәренә ҡарата ла әйтелде.
Кәңәшмә һуңында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Рәмил Хәлимов граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү барышы тураһында һөйләне.

С. НИЯЗОВА.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 9 сентября 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡышҡа әҙерhеңме?
  • Бюджет яңынан ҡаралды
  • Яңы программа
  • Иғтибар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа
  • Торлаҡ шарттары яҡшыртыла
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru