Рәүилә Мәсәлимованы hәр төрлө бәләләрҙән моң үҙе ҡурсалайРадио эфирында, телевидение аша Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаhы Рәүилә Мәсәлимованың тауышын ишеткәс, күптәр hиҫкәнеп китте, йәш ҡыҙ бала түгел, ниңә элегерәк йырламаны икән, тинеләр. Икенселәр йәшлек йылдарынан уҡ халыҡ йырҙарын йырлап, тамашасы hөйөүен яулаған Миәкә районы ҡыҙы Рәүилә Fүмәрованы иҫкә төшөрҙө.
Х. Мөҙәрисова hүҙҙәренә Б. Йәнекәев яҙған «Ваҡыт» йыры менән килеп инде был тауыш беҙҙең йорттарға. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – йырсы Рәүилә Мәсәлимова.
– Рәүилә апай, үткән быуаттың 80-се йылдарындағы «Совет Башҡортостаны»н ҡарап ултырғанда, hеҙҙең хаҡтағы мәҡәләгә юлыҡтым. Сәхнәгә сығыуығыҙ күптәнме ни?– Электән йырлайым. 1984 йылда Fәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурста лауреат булғайным. Совет осоронда райондарҙың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының смотры була торғайны. Шунда йыш ҡына ҡатнашып йөрөнөм. Телевидениеға төшөрҙөләр. «Зөлхизә», «Гөлъямал» йырҙары менән тамашасы алдына сыҡтым. Йырларға яратhам да, бик тулҡынлана инем.
«Совет Башҡортостаны» гәзитенең бер журналисы мине хатта өйгә килеп тапты. Шул бер смотрҙа йырлағанды ишеткән дә, Миәкәгә командировкаға килгәс, Fүмәрова тигән йырсығыҙ менән осраштырмаһағыҙ, ҡайтмайым, тигән. Атай-инәйем әллә ҡайҙа ҡунаҡҡа киткәйне. Һыйыр hауып инеп, өй-аҙбар араhында кейә торған халатымды кейеп, саҡ тын алып тора инем. Соланда тау хәтлем итеп тыштан индерелгән туң кер өйөлгән, шул ваҡыт райком кешеләре менән теге журналист килеп инмәhенме? Нимә эшләргә белмәнем. Ул ваҡытта ни мин бит йәш ҡыҙ бала. Әле генә ул hораhалар, яуап бирәhең (көлә). Ә ул мәлдә тамам юғалып ҡалдым. Үҙем тураhында hөйләргә ҡушалар, ни тип әйтергә белмәйем. Иң иҫтә ҡалғаны: улар мине маҡтай, ә мин, өҫ-кейемемдән оялып, ҡайҙа инеп ҡасырға икән, тип уйлап торҙом.
Аҡмулла көндәре лә районыбыҙҙа элек-электән үтә, шуға күрә сәхнәгә йәшләй сыҡтым, тип әйтә алам.
– Райком кешеләре килеп ингәндә Һеҙ вуз тамамлаған йәш белгес булғанhығыҙҙыр бит. Ауылға ҡайтыуығыҙҙың сәбәбе нимәлә?– Элек тыуған яҡтарына ҡайтырға ашҡынып торалар ине. Әле уйлайым да, аптырап ҡуям: атайым да, инәйем дә ул ваҡытта ҡарт, ҡарсыҡ булмаған, әммә нишләптер, ярҙам итергә, картуфын уташырға, бесән йыйышырға, өйҙө ҡарашырға кәрәк, тигән уй менән йәшәнем. Шуға күрә мин дә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика бүлеген тамамлау менән тәғәйенләнеш буйынса Миәкә районының Ҡанбәк ауылына ебәреүҙәрен hораным. Ул – беҙҙең күрше ауыл. Өс йыл йәйәү йөрөп, балалар уҡыттым. Ул мәлде hағынып иҫкә алам. Төпләнгән быйма кейеп, буранда шәл ябынып, мәктәпкә ашығам. Саф hауа hулап, тыуған яҡ тәбиғәтенә hоҡланып йөрөгән саҡ барыбер hағындыра ул!
– Ә Өфөгә нисек килеп юлыҡтығыҙ?– Элек баш ҡалала эшкә урынлашыу бик ауыр ине, сөнки hәр ерҙә прописка hоранылар. Әммә ике туған апайымдар саҡырғас, Инорстағы 50-се мәктәпкә эшкә урынлашырға тип китеп барған булам. Еҙнәм, ярҙам итәм, балдыҙ, тине. Өфө буйлап барғанда үҙебеҙ уҡыған 1-се интернат-мәктәпте үтеп китә алманым. Төштөм. Күп уҡытыусылар таныш, август айы булғас, улар яңы уҡыу йылына әҙерләнеп йөрөй. Рәйлә Сәғит ҡыҙы, мине танып ҡалып, хәлемде hорашты. Йырлауымды ла белә икән: телевизорҙан күргән. Ул-был иткәнсе, директор менән hөйләшеп тә сыҡҡан. Мәктәп етәксеhе үҙенә саҡырып, эш тәҡдим итте, уҡытып та, китапханала ла эшләп йөрөнөм. Үҙең белгән кешеләр менән эшләүе еңел булды. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге лә эшләне, хор, фольклор көслө ине. Директор алмашынғас, ҡала мәктәбенә эшкә күстем. Һәр яңы етәксе үҙ командаhын туплай. Ҡала мәктәбендә лә эшләүе ҡыйын булманы: йырлағанды белгәс, телевизорҙан күреп, балалар мине яратты.
– Һеҙҙәге моң кемдән килә?– Әсәйем дә, атайым да йырлай ине. Инәйем, Аллаға шөкөр, әле иҫән, ауырыштырып тора инде тороуын. Атайым 65 йәшендә мәрхүм булып ҡалды. Ул эшләгәндә лә, үҙ алдына көйләп, мөңрәп йөрөй торғайны. Уның бер туғаны Ильяс ағайымдың тауышы бик моңло ине. Күңеле нескә кеше булды. Халыҡ уның тауышы хаҡында, Ильяс йырлап ебәрhә, поезд туҡтар, тип әйтә торғайны. Моңло мөхиттә үҫтем, шуға күрә йырлау минең өсөн көтөлмәгән хәл, асыш түгел, ә үҙемде белә-белгәндән мине оҙатыусы.
– Йыр Һеҙҙең өсөн нимә?
– Йыр – ул минең булмышымдың бер өлөшө. Әммә, йырлайым, аңлай беләм, тип ҡысҡырып йөрөгәнем булманы. Хатта дүрт йыл буйы бергә йәшәгән ҡыҙҙар ҙа йырлағанды белмәне, сөнки үҙ алдыма көйләп йөрөhәм дә, кеше алдында йырламай инем. Йырhыҙ йәшәгән юҡ. Эс бошоуҙарҙы ла, йән hыҙлауҙарын да, ҡыуанысты ла, әрнеүҙе лә шул йыр менән баҫаhың бит инде!
– Тауышығыҙға ҡарата әйтелгән комплимент?– Тауышымды етди ҡабул итмәгәнгәме, күпләп хаттар килә башлағас, аптырап киттем. Береhендә, hеҙҙең йырҙарҙы дауаханаларҙа тыңлатырға кәрәк, тиhәләр, икенсеhендә бер инәй рәхмәт белдергән. Ауырып ятҡан бабайым, кем йырлай ул, тип hикереп торҙо, тауышың мәйетте торғоҙор көскә эйә, балам, тигән hүҙенә үҙемдең күңел тулды.
– Үҙегеҙ кемдәрҙең моңон яратаhығыҙ?– Мәғәфүр Хисмәтуллиндың, Сөләймән Абдуллиндың, Рамаҙан Йәнбәковтың, Радик Гәрәевтың тауыштарын бик ярата инем, яратам! Минең өсөн мөhиме – моң булыуы! Яғымлы, йомшаҡ тауыштарҙы үҙ итәм. Һинең йырыңды тыңлағанда тамашасы онотолоп китергә тейеш. Әгәр концерт бирә икән, йырсының hәр тамашасы өсөн йырлауы мөhим. Һәр тамашасының йырҙы тик үҙе өсөн генә башҡарыла тип хис итеүе – йырсының төп маҡсаты. Залдағылар бөтәhен дә тойоп, hиҙеп тора. Ҡайhы бер йырсыларҙың өҫтән-мөҫтән генә йырлауын, тамашасыны алдарға тырышыуын күреп ҡалhам, күңелем ҡайта. Тышҡы эффект менән алдырырға тырышыусылар бар, әммә күңелдәге генә күңелгә барып етә.
– Профессиональ йырсыларҙың Һеҙгә ҡарашы нисек?– Төрлөhө бар. Әммә мин сәхнәгә кемдеңдер урынын алыр, кем менәндер бәхәсләшер, көрәшер өсөн сыҡмайым. Йәнем моңлана икән, йырлайым. Мине дәғүәсе итеп тә, йә булмаhа үҙешмәкәр итеп тә күрергә кәрәкмәй. Йырлана икән, моңланам, әммә көсәнмәйем.
Эйе, махсус белем алмағас, бәлки, ноталарҙы башҡаса аламдыр, ауыҙымды ла икенсе төрлө асамдыр (көлә), әммә йырҙы тойоп, мәғәнә hалып, кисереп башҡарырға тырышам.
– Һеҙҙең үҙегеҙгә оҡшап торған hеңлегеҙ ҙә йырлай түгелме әле?– Эйе, Миңлегөл йырлай. Ул Бәләбәйҙә йәшәй. Ҡыҙы Эльмира Маликова «Гәлсәр hандуғас»та ҡатнашты. Беҙ алты бер туған инек, оло ағайыбыҙ йөрәк сиренән китеп барҙы.
– Һеҙҙең сәхнәләге стилегеҙ айырылып тора: итәғәтлелек, әҙәп бөркөлгәндәй...– Кейемдәрҙе үҙем hайлайым. Һатып алабыҙ, йә классик стиль менән тектерәм. Күп балалы, ипле ғаиләлә үҫкәс, тәрбиә алғас, күрәhең, атай-инәйҙең йоғонтоhо ғүмер буйына оҙата киләлер. Йәштән шулай кейенергә яраттым. Мине хатта, бик hөйләшеп бармағас, ҡәтғи итеп кейенгәс, бик уҫал икән, тип уйлаусылар булды, бар. Талапсанлыҡ барҙыр инде ул, әммә уҫалмын тип әйтә алмайым.
– Моңло кеше уҫал булмай, тимәксеhегеҙме?– Үҙемде ҡыҫтырмай ғына әйткәндә, ысынлап та, моңло кеше уҫал була алмай. Уның күңеле йомшаҡ, ул һәр нәмәне нескә тоя, шуға ла эсе тулы моң. Ундайҙарҙың тауышында сихри көс була, шуға тыңлаған hайын тыңлағы килеп кенә тора. Сөләймән Абдуллинды ана шулай тыңлай торғайным.
– Fаиләгеҙ менән таныштырhағыҙ ине?– Ирем Альфред Мәсәлим улы йырҙарымды яҙҙырып, тыңлаусыларға еткерә. Ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Гөлназ вузда өсөнсө курста уҡый, спорт ярата. Спелеология менән шөғөлләнә, еңеүҙәр ҙә яулап ҡайтҡаны бар. Ләйсәнебеҙ Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияhында белем ала.
– Fаиләгеҙ менән ҡайҙа ял итергә яратаhығыҙ?– Кит инде, кеше аптырармы икән: беҙ диңгеҙ буйына ла ашыҡмайбыҙ, сит илдәр тип тә тартылған юҡ. Отпуск мәле, балаларҙың каникулы етhә, Миәкәгә, Дим буйына, ауылыбыҙға ҡайтабыҙ. Йырҙағыса, ишек алды бәрхәттәй йәшел үлән. Хәҙер мал-тыуар юҡ, йорт тирәhе лә күркәмерәк. Инәйем генә олоғайҙы. Бергәләп сәскәләр үҫтерәбеҙ. Ялдарыбыҙ, йәйебеҙ ауылда үтә.
– Айырым концерт әҙерләргә йыйынмайhығыҙмы?– Уның өсөн администратор кәрәк. Зал йыйыуы ла хәҙер еңел түгел. Бер концертыма халыҡты шығырым тулы зал йыйҙыҡ, әммә сығыштан hуң үҙемдең бик ныҡ hурылып ҡалыуымды тойҙом. Йыр – ул бит аралашыу ҙа. Йырлағанда йырсы тамашасыға күңелен асып hала, ана шул саҡта ят ҡараштар, сит тойғолар ҙа йәнгә инеп ҡала.
Ә былай «Мөхәббәттең булмай көҙҙәре» тигән концерт эшләге килә ул. Элегерәк күренекле шағирҙар ҡатнашлығында йыр-моң кисәләре лә үтә торғайны. Телевизор аша «Шиғриәт минуттары» тигән тапшырыуҙар бара ине. Мин ана шундай шиғри-моңло кисәләрҙе яратам. Барыбер кешеләр яҡты, йылы hүҙгә hыуhаған бит ул! Ҡатып ҡалған күңелдәр, баҫҡан тормош мәшәҡәттәре, йәндең өйкәлеп торған урындары, моң ишетеүҙән яңырып, йомшарып, таралып киткәндәй була. Шуға, кем белә, бәлки, киләсәктә шундай концерт эшләнер ҙә.
– Үткән йылдарҙан берәй хәтирә?– Бер мәл «Дуҫлыҡ поезы»нда Германияға барырға тура килде. Беҙҙең режиссер – мәшhүр Fабдрахман Fиләжев. Ул мине Өфөлә репетицияла тыңлап ҡараны. «Абдрахман»ды йырлап күрhәттем. Ошондай нәҙек кенә ҡыҙҙан да түбән тауыш сығыр икән, тине.
Йырсы өсөн йырлау – ул эш. Бер мәл Себерҙә газсылар, нефтселәр алдында сығыш яhарға тура килгәйне. Сәғәт етелә торабыҙ ҙа, hигеҙҙә улар алдында йырлайбыҙ. Был ваҡытта әтәс hөрәнләй ҙә, беҙ йырлайбыҙ, тип көләбеҙ. Сөнки күңелең йырлау – ул шиғыр тыуған мәл кеүек. Ә эшең булған өсөн йырлау – икенсе төрлөрәк. Иртәнге сәғәт hигеҙҙән репертуар йырлау өсөн батырлыҡ та кәрәк. Шуға күрә йырҙы төп hөнәре тип hайлағандарға hоҡланып та, йәлләп тә ҡарайым. Сөнки hин, йырлағың киләме, юҡмы, йырларға тейешhең.
– Репертуарығыҙҙа халыҡ йырҙары, халыҡсан көйҙәр күп...– Үҙем ниндәй йырҙарҙы ишетеп үҫтем, шуларҙы башҡарам. Күңелем йырлаған йырҙы ғына йырлайым. Әммә йыр сәнғәтендә бер күренеш эсте бошора: «Азамат», «Буранбай», «Сибай» кеүек йырҙарҙы «бөктөрөп» бөттөләр. Йырсылар бөтәhе лә бер үк йырҙы башҡара. «Башҡорт халыҡ йырҙары» тигән китап бар. Унда халҡыбыҙҙың күпме йыр-моң хазинаhы hаҡлана. Унан тыш, hәр яҡтың үҙ көйҙәре бар. Теләhәң, әллә ниндәй кеше ишетмәгән халыҡ йырын сәхнәгә алып сығып була, ә беҙҙә бер үк йырҙы әллә нисә йырсы башҡара. «Оҙон көй» конкурсында ла гел бер үк йырҙар сыға сәхнәгә. Йырҙың да бит йәне бар! Шул тиклем яфаламаhындар ине йырҙарҙы.
– Йырсыға ғаиләhендә ҡараш нисек?– Һәйбәт. Алда әйткәнемсә, Альфред – йырҙарымды дискыларҙа тамашасыға еткереүсе. Өс дискым сыҡты. Унан hуң: ғаилә ул аҡ күлдәк кейеп, сәскә тотоп йөрөү генә түгел. Көндәлек тормоштоң әллә ниндәй яҡты тойғоларҙы ла селпәрәмә килтереүе ихтимал. Fаилә тормошо – ул хеҙмәт. Күңел төшкән, өмөт hүнгән мәлдәр берәүҙе лә урап үтмәйҙер ул. Икеhе ике ғаиләлә үҫкән ике ят кеше осрашhын да, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй башлаhын әле (көлә)! Әммә сәстәрен йолҡоп, уртына ҡан йыйылған мәлдә лә кеше кешелек сифаттарын юғалтырға тейеш түгел, сабырлыҡ кәрәк! Беҙ бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан аңлап торор йәштәбеҙ. Йәнә лә йырҙы ғүмерлек юлдашыбыҙ итеп алғас, беҙҙе hәр төрлө бәләләрҙән моң үҙе ҡурсаланы.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.