Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Сыңғыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • АШЫҠМА!.. Яңылыҡтар » Иғтибар

    Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу һаман да йәмғиәтебеҙҙең, заманыбыҙҙың яман сире булып ҡала килә

    Мылтыҡ ҡасан да булhа бер ата...
    йәки Кешеләрҙе мәғәнәhеҙ үлем аңдый

    АШЫҠМА!..
    2008 йыл башынан республикала йәшәгән 23 кеше, мылтыҡтан атылып, яҡты донъя менән хушлашҡан. Шуларҙың 12-һе – үҙ мылтығынан, 11-е теркәлмәгән ҡоралдан атылған.
    Был осраҡтарҙың сәбәбен асыҡлау шундай һөҙөмтәләргә килтерҙе: ҡайһы берәүҙәр, дауалап булмаҫлыҡ сирҙәре арҡаһында аяҡҡа баҫа алмауын белеп һәм ғәрип булып йәшәгеләре килмәүҙән тормош менән хушлаша – 4 кеше нәҡ ошо сәбәптән атылған. Мәҫәлән, Белорет районында фалиж һуҡҡан иргә оҙаҡ ҡына йылдар баҙҙа ятҡан теркәлмәгән мылтыҡ «ярҙам иткән».

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Сит илдәрҙәге үҙәктәргә
    дәғүәсе булырҙай


    Рәсәйҙә халыҡ-ара финанс үҙәге төҙөләсәк.
    Донъя финанстарында Рәсәйҙең әһәмиәте үҫә барыуын иҫәпкә алып, Рәсәй етәкселеге илдә халыҡ-ара финанс үҙәген булдырыу идеяһы менән сығыш яһай. Ул үҙенең сит илдәге аналогтарына етди дәғүәсе булырға тейеш. РФ Президенты Дмитрий Медведев фекеренсә, Рәсәйҙең географик яҡтан уңайлылығы һәм үҫешкән илдәр менән күп планлы тығыҙ бәйләнештәрҙең булыуы бындай үҙәктең киләсәктә төбәктә ҙур һәм универсаль финанс майҙанына әүерелеүенә иҫәп тоторға мөмкинлек бирә. Үҙәк эшмәкәрлегенең Рәсәйгә файҙаһы иһә илдең бөтә финанс инфраструктураһын модернизацияларға мөмкинлек биреүҙә һәм ул дәүләт иҡтисадына сит ил генә түгел, эске өҫтәмә ресурстарҙы ла йәлеп итеү ҡоралына әйләнергә тейеш.

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө йәрминкәләр ҡаршылай Иҡтисад

    Өфө йәрминкәләр ҡаршылай
    20 сентябрҙән 26 октябргә тиклем баш ҡаланың 12 майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре үҙ эшен башлай.
    Дим районында – «Алтын» сауҙа комплексы алдында, Калинин районында – 15-се магазин, «Ауыл хужалығы йәрминкәhе», «Шаҡша» баҙарҙары эргәhендә, Киров районында – «Аврора» кинотеатры, Пушкин урамының 43-сө йорто янында, Ленин районында – Киров урамындағы майҙанда, «Заречный» баҙары тирәhендә, Орджоникидзе районында – Орджоникидзе майҙанында, «Йүрүҙән» сауҙа үҙәге алдында, Еңеү урамында, «Урал» сауҙа үҙәге, «Тополдәр» сауҙа йорто эргәhендә, Октябрь районында – «Спорт hарайы», «Башҡортостан» сауҙа үҙәге, «Гагаринский» баҙары, Зорге урамындағы «Пятерочка» магазины алдында, Совет районында «Юбилейный» мәҙәниәт hарайы hәм «Менделеевский» сауҙа комплексында була.
    27 сентябрҙә hөнәри училищеларҙа hәм лицейҙарҙа уҡыған республика студенттары Спорт hарайы алдында йәрминкә ойоштора.

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөhим мәсьәләләр ҡаралды Яңылыҡтар

    11 сентябрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Мәскәүгә бер көнлөк эш сәфәре барышында РФ Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович менән осрашты. Осрашыу ваҡытында Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше, республиканың Сочиҙа үткәреләсәк Халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ 2009 йылдың яҙында Өфөлә федераль власть органдары ҡатнашлығында уҙғарыласаҡ нефть һәм газ эшкәртеү технологиялары буйынса Халыҡ-ара конгресҡа әҙерлек барышы тикшерелде.

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Данлы әсә улар Яңылыҡтар

    Тағы ла 47 ҡатын Әсә даны миҙалын алды

    Биш һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә Башҡортостан Президенты М. Рәхимов республика наградаhын тапшырҙы. 1998 йылдан башлап 3987 әсә наградланды.
    – Башҡортостанда ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ институтына ярҙам республика етәкселегенең социаль сәйәсәтендәге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Әсә капиталына сертификат биреү буйынса беҙҙең төбәк ил буйынса алда бара. 32 меңдән ашыу ғаилә бындай сертификатҡа эйә булды ла инде, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. – Тик власть һәм йәмғиәт көсө менән берлектә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар әле. Социаль етемдәр күп. Ә ғаиләне бер ниндәй ҙә балалар йорто алмаштыра алмай. Бөгөн етемдәрҙең 80 процентынан күберәге яңы ғаиләһен тапты. Күп балалы ғаиләләрҙең етемдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алыуы һөйөндөрә.

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда Башҡортостан » Хәтер

    Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев Свердловск өлкәһендә ҡабат «тыуҙы»
    Тарих менән ысынбарлыҡ ҡауышҡанда
    Тәбиғәттең шундай мәле ине...
    Палдискиҙа беҙҙе, ғөмүмән, тәбиғәт мөғжизәләре оҙатып йөрөнө. Рогервик урынында булғанда салт аяҙ көндө алыҫтан күк күкрәүе ишетелә башланы. Беҙ автобустан алыҫлашҡан hайын, күк аллаhының нәфрәтеме, асыуымы ҡабара төштө – күкрәүҙәр яҡынайғандан-яҡынайҙы, йышая барҙы. Ә күк йөҙө шундай аяҙ ине...
    Таллиннды сыҡҡас иhә, ҡапыл hиҫкәндереп, алғы быялаға, йәш бөртөктәреләй, йөҙләгән тамсы hибелде. «Тәбиғәт тә илай», – тип күккә ҡараныҡ. Ә күк йөҙө шундай аяҙ ине...
    Тәбиғәт hуңыраҡ иланы. Секунд эсендә ҡара болоттар ҡояшты үҙ ҡосағына йәшерҙе лә, биҙрәләп ҡойғандай күҙ йәштәрен түкте. Ахырыhы, Салауат беҙҙең менән шулай hаубуллашты...

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЗАКОНЛЫ АҠСАҢДЫ АЛЫУ ӨСӨН... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Йәшлек»кә мөрәжәғәт итергә кәрәк икән

    «Хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
    Мин, Сөләймәнов Рамаҙан Шәкирйән улы, 1934 йылғымын, Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәйем. Район етәкселәренең ишектәрен күп шаҡыным, әммә үҙемдең һорауыма яуап ала алманым һәм һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә булдым.
    Мин 1956 – 57 йылдарҙа хәрби хеҙмәтте Венгрияла үттем һәм шул ваҡыттағы «ҡыҙыу нөктә»лә ҡатнаштым. Бөгөн ҡартлыҡ буйынса пенсия алам, башҡа бер ниндәй ҙә өҫтәмә юҡ. Ә минең менән бергә хеҙмәт иткән Баймаҡ районы егете 2005 йылдан алып ай һайын 1000 һум өҫтәмә ала. Сибай ҡалаһынан минең менән бер взводта хеҙмәт иткән иптәшем дә шундай өҫтәмә ала. Ошо һорауыма беҙҙең районда яуап бирә алмауҙарына ғәжәпләнәм.
    Тағы ла: минең 1992 йылда алынған һуғышта ҡатнашыусы танытмамды иҫкергән тип, Пенсия фондының район идаралығы начальнигы мине хәрби комиссариатҡа ебәрә, ә унда, быны алмаштырырға кәрәкмәй, тип кире бороп сығаралар.
    Ярҙам итегеҙсе, зинһар!»

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан – беҙҙең йөрәктәрҙә Башҡортостан

    Өфөнөң тын урамдарын hағынам

    Илгиз КӘРИМОВ, яҙыусы-тәржемәсе:
    – Әлеге көндә Башҡортостандан ситтә йәшәhәм дә, Өфөгә йыш ҡайтам. Элегерәк йылына икешәр тапҡыр ҡайтыла ине.

    авторы: Нур | 13 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru