Тотҡондар баш күтәрә
Һамар өлкәһендәге ҡаты режимлы колониялағы баш күтәреүҙең сәбәптәре асыҡланған. Был хәл шишәмбелә урындағы ваҡыт менән 20.30 сәғәттә була. Тотҡондар араһында талаш ҡуба, һуңынан улар колонияның иҫке штабының бинаһын яндыра. Янъял һөҙөмтәһендә 13 кеше зыян күрә, тағы икәүһе янғындан ауыр йәрәхәттәр ала. Әлеге ваҡытта дүрт тотҡон дауаханаға оҙатылған, ә ике кешенең үлеме тураһындағы хәбәр дөрөҫләнмәгән. 6-сы колонияла тотҡондарҙың өс өлөшөнән күберәге 15 һәм унан да күберәк йылға хөкөм ителгән. Улар араһында наркомандар күп. Был – Һамар өлкәһендә тотҡондарҙың һуңғы өс йылда өсөнсө тапҡыр баш күтәреүе.
Математиканан БДИ буламы-юҡмы?
РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтиханына алдан әҙерләй башларға тәҡдим итә. «Иң беренсе сиратта беҙ 9-сы синыфтан һуң шундай имтихандар индерә алабыҙ. Әгәр ҙә 9-сы синыф уҡыусыларына дөрөҫ талаптар ҡуя алһаҡ, был алға ҙур аҙым булыр ине», – ти ул. Министрҙың фекеренсә, был математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын һаҡлап алып ҡалыу һәм ҡалмау буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер ине. Билдәле булыуынса, 2008 йылда сығарылыш синыф уҡыусыларының 25 проценты был фән буйынса БДИ-ны «икеле»гә тапшырған.
Кешенең генетик коды карточкаға индереләсәк
Мәскәү энергетика институтының Нанотехнологиялар үҙәге башлығы, академик Андрей Алексеенко әйтеүенсә, 2020 йылда сабый тыуғас та уның генетик коды микрочипҡа яҙыласаҡ. «Кеше тыуғанда микрочиплы пластик карточка аласаҡ. Карточкала киләсәктә уның ниндәй ауырыуҙар менән сирләйәсәге, нимәнән һаҡланырға кәрәклеге, ҡулланырға ярамаған дарыуҙар күрһәтеләсәк. Ул ваҡытҡа бындай хеҙмәттең хаҡы һәр кем түләй алырлыҡ буласаҡ», – ти ул.
Акцияларға хаҡтар күтәрелә
Фонд баҙарында ҙур Рәсәй компанияларының акцияларына хаҡтар кинәт күтәрелә башланы. Йома иртән, мәҫәлән, ВТБ акциялары – 40, «Роснефть» компанияhыныҡы – 24,5, «Газпром»дыҡы – 15,5, Һаҡлыҡ банкыһыныҡы 15 процентҡа күтәрелгән. Эксперттар әйтеүенсә, Рәсәй баҙарына донъя фонд биржаларындағы көслө үҫеш, Лондонда Рәсәй ADR-ҙарына һәм нефткә хаҡтар күтәрелеүе ярҙам итә. Бынан тыш, Рәсәй акцияларын һатып алыуға Хөкүмәт, Үҙәк банк һәм корпорациялар тарафынан күрелгән саралар ярҙам итә. Мәҫәлән, РФ Финанс министрлығы Һаҡлыҡ банкы, ВТБ һәм «Газпромбанк»ҡа 1,12 трл һум бирергә вәғәҙә биргән, ә РФ Хөкүмәте нефткә экспорт пошлинаһын кәметеү планын иғлан иткән. Шулай уҡ күп кенә Рәсәй компаниялары баҙарҙан үҙҙәренең акцияларын һатып ала башлаясаҡтары тураһында белдергән. С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне. |