Республикабыҙҙың бөтә мосолмандарын изге Рамаҙан айы тамамланыу hәм Ураҙа байрамы башланыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым! Исламдың үҙенсәлекле әхлаҡи потенциалы күп быуаттар hуҙымында беҙҙең дөйөм рухи мираҫыбыҙҙың айырып алғыhыҙ өлөшөнә әйләнде. Мосолмандарҙың төп байрамы – Ураҙа ғәйете йәмғиәттә әхлаҡлылыҡты тергеҙеүгә, дөйөм кешелектең гуманистик ҡиммәттәрен раҫлауға булышлыҡ итә. Күп быуаттар буйы беҙҙең төбәктә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу hәм килешеп йәшәй. Беҙҙә төрлө конфессияларҙы үҫтереү өсөн кәрәкле бөтә шарттар ҙа бар. Мәсеттәр, сиркәүҙәр hәм синагогалар төҙөлә, дини уҡыу йорттары эшләй, Башҡортостан халыҡтарының бай рухи мираҫын сағылдырған китаптар hәм гәзиттәр баҫыла. Исламдың тәрән hәм мәғәнәле традициялары, илебеҙҙең башҡа диндәре кеүек үк, артабан да бөйөк Рәсәйҙә hәм беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа тыныслыҡты hәм берҙәмлекте нығытыуға тос өлөш индереренә ышанам. Был тыныслыҡты hөйөүсе, башҡа диндәргә ыңғай ҡараусы, яҡындарың тураhында хәстәрлек күреүҙе хуплаған яҡты байрам артабан да кешеләрҙең рухи яҡтан камиллашыуына, Ватанға hөйөү hәм патриотизм тәрбиәләүгә булышлыҡ итhен. Бөтәгеҙгә лә ихлас күңелдән ныҡлы hаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек hәм бәхет теләйем!
Башҡортостан Республикаhы Президенты М. РӘХИМОВ. |