Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әҫәре – Рәсәй кимәлендә Әҙәбиәт

    «Йәшлек» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Мөнир Ҡунафиндың хикәйәһе В. Шукшин исемендәге конкурс йыйынтығына инде.
    Бөйөк рус шағиры, режиссер һәм киноактер Василий Шукшиндың был донъянан китеүенә өс тиҫтәнән ашыу йыл үтеп тә китте. Уның повестары, хикәйәләре һәм кинофильмдары күп милләтле Рәсәй халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә рухи аҙыҡ, изгелек һәм яҡтылыҡ сығанағы булып тора.
    Яҙыусының тормошо һәм ижады Вологда өлкәһе менән тығыҙ бәйле. Был төбәктә әле булһа уның дуҫтары йәшәй.
    Киләһе йыл Василий Шукшиндың тыуыуына 80 йыл тула. Бөйөк яҙыусы һәм билдәле шәхестең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Вологда өлкәһе яҙыусылар ойошмаһы йыл да В. Шукшин исемендәге хикәйә конкурсын үткәрә.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Девальвация... Буламы, юҡмы? Иҡтисад

    Һумдың девальвацияһы хаҡында ниндәй генә имеш-мимештәр йөрөмәһен, рәсми мәғлүмәт уларҙы кире ҡаға. Ниһайәт, Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы был хаҡта рәсми аңлатма бирҙе – илебеҙҙә девальвация булмаясаҡ!
    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – иҡтисад белгестәре был ҡолаҡҡа ят һүҙҙе ошолай аңлата: девальвация тип билдәле осраҡта милли валютаның доллар һәм евроға ҡарата арзанайыуы күҙ уңында тотола. Евро һәм доллар ҡапыл ҡиммәтләнеп киткән ваҡытта Рәсәйҙең иҡтисади кәмәһе ныҡлап ҡомға ултырасаҡ.
    «Доллар ныҡ ҡиммәтләнәсәк» тигән хәбәр үткән ял көндәрендә таралды. Шуға ла аҡсалы әҙәмдәрҙең күбеһе байлығын долларға әйләндереп ҡалыу өсөн банкыларҙа ҙур сираттар барлыҡҡа килтерҙе. Рәсәйҙең эре ҡалаларында урамда уҡ валюта алмаштырыусылар рәхәтләнде генә – долларҙы рәсми хаҡынан күпкә ҡиммәткә һаттылар, хатта «йәшел аҡса» 28 – 29 һумға еткән урындар ҙа булды.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡурҡмағыҙ - магазиндар ябылмаясаҡ! Иҡтисад

    Ассортименттың һирәгәйеүе сит ил тауарҙарына ғына ҡағыла

    Һуңғы көндәрҙә магазиндарҙа аҙыҡ-түлектең, ҡайһы бер ваҡ-төйәк көнкүреш тауарҙарының ассортименты һирәгәйгәнен һиҙмәй ҡалмағанһығыҙҙыр. Тауар аҙайҙы һәм дефицит барлыҡҡа килде, тип әйтергә ярамай, әммә һайлап алыу мөмкинлеге бер аҙға тарайҙы. Әлбиттә, был – әлеге лә баяғы финанс көрсөгөнә килеп терәлгән проблема. Сауҙа предприятиеларының эшмәкәрлеге бер ни тиклем ауырлыҡ кисерә. Тауар етештереүселәр сауҙа өлкәһенән алдан түләүҙе талап итә, ә инде сауҙа, башлыса, кредит ресурстарын ҡулланып эшләй, шунлыҡтан бөгөн сауҙа селтәре аҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Банкылар уларға йә бөтөнләй аҡса бирмәй, ә инде проценттарҙы ныҡ ҙур ҡуя.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем булыр? Яңылыҡтар

    Милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев үҙ теләге менән Башҡортостан эске эштәр министры вазифаһынан бушатылды. 20 октябрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. 55 йәшкә еткән генералдар составында контракт системаһы индерелә, уларҙың вәкәләттәре йыл һайын оҙайтыла, тип аңлатты БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат бүлеге етәксеһе Руслан Шәрәфетдинов.
    Башҡортостан эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп эске эштәр министры урынбаҫары, Артур Әхмәтханов тәғәйенләнде. Республиканың яңы эске эштәр министрына килгәндә, ҡарар федераль кимәлдә – Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм ил Президенты тарафынан ҡабул ителәсәк.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Стажировкаға – сит илгә

    Башҡорт дәүләт аграр университетында LOKO ауыл хужалығы стажировкалар программаһында ҡатнашыу өсөн студенттар һайлап алына. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле беренсе һайлап алыу этабы үтә. Икенсе этап киләһе йылдың февраленә планлаштырылған – эш биреүселәр стажерҙар артынан киләсәк. Был көндәрҙә студенттар диктант яҙҙы, тест буйынса һынау үтте, LOKO союзы вәкилдәре менән немец телендә әңгәмә ҡорҙо һәм ауыл хужалығы техникаһын йөрөтөү буйынса имтихан тотто. Беренсе этапта Ханс Элерсом имтихан алды.
    – Сит ил студенттары практикаға Германияға күптән килә, – ти ул.
    – Эшһөйәр Рәсәй студенттары күңел көрлөгө менән айырылып тора, улар эштән ҡурҡмай.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Игеҙәк-башнялар»ҙы кем шартлатҡан? Сәйәсәт

    2001 йылдың 7 октябрендә, Америка Ҡушма Штаттары етәкселегендәге донъя дәүләттәре коалицияһы Афғанстанға баҫып инде. Ошо көн, шулай итеп, кешелек донъяһы, бигерәк тә Ислам донъяһы өсөн бөтә пәрҙәләрҙән, күҙ бәйләгес япмаларҙан арыныу көнөнә, хәҡиҡәт мәленә әүерелде.
    Ваҡытында ниндәй ҡеүәтле, ҙур дәүләт – Советтар Союзын кире сигендергән, ул ғына түгел, дошманы менән яу яланында йөҙгә-йөҙ осрашыуҙы хуп күргән мәшһүр Александр Македонскийҙы ла туҡтауһыҙ еңеүҙәренән айнытып ебәргән афғандарға ҡаршы һуғыш асырға нимә мәжбүр итте американдарҙы? Афғандарҙың, әлеге лә баяғы совет оккупацияһы ваҡытынан ҡалған «калашников»тарынан башҡа, уларға һөжүм итерлек, янарлыҡ бер ниндәй ҡоралдары ла юҡ ине бит. Тимәк, һуғыштың сәбәптәрен ентекләберәк, тарих төпкөлөнәнерәк эҙләргә кәрәк.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтын көҙҙә үткән шиғриәт минуттары Әҙәбиәт

    Тормошҡа юл күрһәтеүсе, киләсәккә нур һибеүсе генә түгел, халыҡ менән осраштырыусы ла икән ул китап. Үҙәк район китапханаһы иғлан иткән Китап аҙналығында китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм Йәнгүҙәй әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Һаҡмар һәм Түбә ауылдарында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашты.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ябайлығы менән бөйөк Башҡортостан » Хәтер

    Ябайлығы менән бөйөк
    Миңә үҙ ваҡытында эш буйынса әҙәбиәт, сәнғәт һәм матбуғат өлкәләрендә дан ҡаҙанған шәхестәрҙең күбеһе менән осрашырға тура килде. Шуларҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим булды. Уның үҙен күреү, аҡыллы һәм мөғжизәле һүҙҙәрен тыңлау минең өсөн һәр ваҡыт оло бәхет ине. Тормошта төрлө әҙәм осрай – яҡшыһы ла, яманы ла. Ә Мостай Кәрим һымаҡтары меңдәр, хатта миллиондар араһында берәү. Аллаһы Тәғәлә уға барыһын да етерлек күләмдә биргән: буй-һын, тышҡы матурлыҡ, бәйғәмбәрҙәй аҡыл, шөһрәтле тел – барыһы ла бар унда. Үҙ халҡының бөтә шатлыҡ-ҡайғыһын һыйҙыра алған киң күңелле кеше ине ул.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru