Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Енәйәт һәм яза
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар

    Бөтә Рәсәй конкурсында – икенсе урын

    Сочиҙа Бөтә Рәсәй «Мәғариф учреждениелары шарттарында комплекслы психологик-педагогик һәм медицина-социаль ярҙам» психологик хеҙмәттәр фестивале булып үтте.
    Уның сиктәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй «Рәсәй педагогы-психологы – 2008» конкурсында Башҡортостандан Өфөнөң 13-сө махсус коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты педагог-психологы Зарема Дүсәева ҡатнашып, II дәрәжә диплом менән наградланды.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асылды Яңылыҡтар

    Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асылды
    Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына 40 йыл тулды. Үҙендә консерватория, театр һәм художество вуздарын берләштергән учреждение уникаль уҡыу йорто булып тора. Биш факультетта 26 кафедра уҡытыусылары 15 һөнәр һәм 19 махсус белгеслек буйынса юғары белемле белгестәр әҙерләй. Академияның уңыштары һәм ҡаҙаныштары сәнғәт өлкәһендә ғилми званиелар һәм дәрәжәләргә эйә булған уҡытыусылар коллективының ғилми-ижади һәм башҡарыу кимәле менән билдәләнә.
    Академияның беренсе ректоры, композитор Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асыу был уҡыу йортоноң юбилейына арналған ваҡиғаларҙың иң мөһименә әйләнде. Һәйкәлде тантаналы асыуҙа БР Президенты М. Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешев ҡатнашты.
    Бронза скульптура Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдындағы Театр скверында ҡуйылды. Нәҡ ошо театр сәхнәһендә композиторҙың танылыу яулаған «Салауат Юлаев», «Шәүрә», «Урал илселәре» опералары, оперетталары, бик күп симфоник әҫәре тәү тапҡыр яңғыраған.
    Р. ЙӘНСУРИНА.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғаилә һаулығы – йәмғиәт һаулығының нигеҙе Сәләмәтлек

    17 октябрҙә Архангел, Белорет, Бөрйән райондарында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, дауалау учреждениеларының баш табиптары ҡатнашлығында һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышы үтте.
    Ғаилә һаулығы – йәмғиәт һаулығының нигеҙе
    Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар, бер нисә төркөмгә бүленеп, төрлө маршрут буйынса йөрөнө. Бер төркөм Архангел районында төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡарап, үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусын, өр-яңынан тиерлек төҙөлгән поликлиниканы асыуҙа ҡатнашты.
    Икенсе төркөм Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында төҙөлгән хирургия корпусын, Байназарҙа ҡалҡып сыҡҡан амбулатория һәм шәфҡәт туташтары хеҙмәтләндергән дауахананы файҙаланыуға тапшырыу тантаналарында булды.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Ер тетрәүҙәр туҡтамай

    Чечня Республикаһында Рихтер шкалаһы буйынса 4,5 балл ҡеүәтендә көслө ер тетрәү билдәләнгән.
    Уның үҙәге Грозный ҡалаһынан 50 саҡрым алыҫлыҡта. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Чечнялағы вәкиле хәбәр итеүенсә, әлегә тәбиғәт касафатынан күрелгән зыян һәм ҡорбандар хаҡында мәғлүмәт юҡ.
    Кавказ буйлап ер тетрәүҙәр 11 октябрҙә күҙәтелгәйне. Ул саҡта улар Чечня Республикаһында ғына түгел, Төньяҡ һәм Көньяҡ Осетияла, Дағстанда, Ингушетияла, Ставрополь крайында һәм Грузияла ла үҙен һиҙҙертте. Шул саҡта 13 кеше һәләк булһа, 100 кеше төрлө тән йәрәхәттәренә дусар була.
    Күҙаллауҙар буйынса, был ер тетрәүҙәрҙән күрелгән зыяндың 3 миллиард һумдан да артып китеүе ихтимал.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «БӨТӘҺЕ ӨСӨН ДӘ ЭШ» Башҡортостан

    Бындай сара республика кимәлендә икенсе тапҡыр ойошторола, маҡсаты – кешеләргә эш йәки уҡыу урынын табырға ярҙам итеү. Шулай уҡ «Бөтәһе өсөн дә эш» сараһы эш биреүселәргә лә квалификациялы белгестәр туплау өсөн методик ярҙам күрһәтә.
    Республика йәрминкәһендә 90-дан ашыу юридик шәхес ҡатнашты, улар меңдән ашыу эш вакансияhы тәҡдим итте. Ҙур кимәлдә үткәрелгән сараның майҙаны киң булыуы ла эш йәки уҡыу урыны эҙләүселәр өсөн әһәмиәтле – йәрминкәлә Өфө, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, Ауырғазы, Федоровка, Стәрлебаш райондарынан килгән төрлө ойошмалар эш урындары тәҡдим итте. Бигерәк тә Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһынан ҡатнашыусылар күп булды, улар нефть һәм химия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы предприятиеларында эшләргә теләүселәрҙе саҡырҙы.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Сибайҙа – ваҡытлыса яңы башлыҡ

    Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты.
    Ултырышта Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Айдар Халиҡовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.
    Ҡала Советы ҡарары менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вәкәләттәре ваҡытлыса Фәим Фәтхулла Айҙарбәковҡа тапшырылды.
    Фәим Айҙарбәков 1963 йылдың 20 мартында Ейәнсура районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Белеме юғары – Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2005 йылдан әлеге көнгә тиклем Сибай элеваторы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарған.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест ---

    Ҡатынын 50 йылға бикләгән

    Италияла ире, ҡатынын көнләшеп, өйөнә 50 йылға бикләп ҡуйған.
    Туйҙары үткәс тә кейәү егет һөйгәненә өйҙән сығырға һәм хатта телевизор ҡарарға ла рөхсәт итмәй. Эшкә киткәндә ул ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе бикләп китер булған. Шулай ярты быуат ғүмер үтеп тә китә. 70 йәшлек ҡатын йөрәге ауыртыуға зарланғас ҡына ире «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртырға мәжбүр була. Меҫкен ҡатын шул ваҡытта табиптарға үҙенең хәлен һөйләп бирә лә инде.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡаларҙы күреп, фәhем алып Яңылыҡтар

    Күптән түгел Пенза ҡалаһында тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләрҙең ижади ассамблеяһы уҙҙы. Бөтә Рәсәй күләмендәге был сарала Башҡортостандан Сибайҙа йәшәүсе Йәрмиевтар ғаиләһе ҡатнашты.
    Ассамблеяға Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәрендә уҙған һайлау турҙарында беренсе урынға сыҡҡан 18 ғаилә йыйылғайны. Биш көн дауамында улар башҡаларҙы үҙҙәренең ғаиләһе, йәшәгән төбәге, милли йолалары менән таныштырҙы, педагогика өлкәһендә тупланған бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru