Булмаҫтайға һүҙ әрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Төньяҡта хәлдәр нисек?
» Араларҙа ятһа ла мең саҡрымдар,
» Батырға ла ял кәрәк
» Мөхәббәткә мәҙхиә
» Енәйәтсе ниндәй генә ролгә инмәй.. ...
» Көләмәстәр



Дайджест ---
Ҡатынын 50 йылға бикләгән

Италияла ире, ҡатынын көнләшеп, өйөнә 50 йылға бикләп ҡуйған.
Туйҙары үткәс тә кейәү егет һөйгәненә өйҙән сығырға һәм хатта телевизор ҡарарға ла рөхсәт итмәй. Эшкә киткәндә ул ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе бикләп китер булған. Шулай ярты быуат ғүмер үтеп тә китә. 70 йәшлек ҡатын йөрәге ауыртыуға зарланғас ҡына ире «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртырға мәжбүр була. Меҫкен ҡатын шул ваҡытта табиптарға үҙенең хәлен һөйләп бирә лә инде.

Телефонды кем уйлап тапҡан?

Лондондағы Фән музейы архивында Александр Беллдың телефонды уйлап табыусы булмауын раҫлаған документтар табылған.
Тикшеренеүселәр иң популяр аралашыу сараһын немец ғалимы Филипп Райс уйлап табыуын иҫбатлаусы мәғлүмәттәр тапҡан. Атап әйткәндә, 1863 йылда уҡ Германияла алыҫ аранан тауышты ишетеү мөмкинлеге биргән «телефон» тип аталған аппаратҡа һынау үткәргәндәр. Әммә был яңылыҡ ҡиммәтле һәм һөҙөмтәһеҙлеге арҡаһында таралыу тапмай. Александр Белл иһә үҙенең телефонын күпкә һуңыраҡ, тик 1876 йылда ғына, уйлап таба. Унан алдараҡ, анығыраҡ әйткәндә, 1860 йылда телефонды уйлап табыусы тип Италия ғалимы Антонио Меуччиҙы атарға булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замандаштары уның авторлығын танымаған. Тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, быға уның ярлылығы, инглиз телен насар белеүе һәм үҙенең мәнфәғәтен яҡлай алмауы ҡамасаулаған.

«Титаник»тың һуңғы иҫтәлектәре

«Титаник»тың тере ҡалған пассажирҙарының иң һуңғыһы – 96 йәшлек Милвина Дин иҫтәлекле әйберҙәрен һата.
Унан алынған аҡса ҡарттар йортоноң хеҙмәте өсөн түләүгә тотоноласаҡ. «Титаник» һәләкәткә осрағанда Милвинаға ни бары туғыҙ ай ғына була, әсәһе һәм ағаһы ла тере ҡала, караптағы әйберҙәрен уларға кире ҡайтаралар. Улар араһында Titanic Relief Fund фондының хаттары һәм караптың бер нисә һүрәте була. Әйберҙәрҙе һатыуҙан ҡатынға 3 мең фунт (6700 доллар) аҡса килергә тейеш.

Ни өсөн метеориттар ҡала өҫтөнә төшмәй?

Ғалимдар быны күренештең бик һирәк осрауы менән аңлата.
Һуңғы 50 йыл эсендә метеориттарҙың кеше йәшәгән урынға тиҫтәләгән генә төшөү осрағы күҙәтелгән. Мәҫәлән, 1954 йылда – Алабама, 1971 йылда Коннектикут штатында була бындай хәл. Ә сағыштырмаса яҡыныраҡ ваҡытҡа килгәндә, 1992 йылдың 4 октябрендә 12 кг ауырлыҡтағы метеорит автомобиль багажнигына төшә. 2003 йылдың 24 мартында иһә Чикаго штатында контораның 10 см ҡалынлығындағы ҡыйығын тишеп үтеп, баҫма машинканы вата. Яңы Зеландиянан Филипп менән Арчирҙың әйтеүенсә, 2004 йылдың 13 июнендә 1,3 кг ауырлыҡтағы «көтөлмәгән ҡунаҡ» уларҙың йортоноң түбәһен тишеп үтә.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 21 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Барыбер Попов – беренсе!
  • Дайджест
  • Дайджест
  • Дайджест
  • «Әсәлек капиталы»нан 12 мең һум!
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru