Иренһәң - ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Рәсәй көнө менән!
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • КҮРГӘҘМӘЛӘ – ТАРМАҠ ҠАҘАНЫШТАРЫ Яңылыҡтар

    Кисә баш ҡалабыҙҙа «Полиграфия. Киң мәғлүмәт саралары. Реклама – 2008» –»Тамға – 2008» XII төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды
    КҮРГӘҘМӘЛӘ – ТАРМАҠ ҠАҘАНЫШТАРЫ
    Мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия тармағының һуңғы ҡаҙаныштарын һәм үҫешен сағылдырған был мәртәбәле сара быйыл тәүге тапҡыр «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә залында урын алды. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәш-риәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы, Башҡортостан Журналистар союзы һәм Башҡортостан күргәҙ-мәләр ассоциацияһы ойошторған күргәҙмәлә республиканың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 80-дән ашыу ойошманың экспозициялары урынлашҡан. Республика район-ҡалаларының матбуғат баҫмалары, полиграфия, нәшриәт ойошмалары күргәҙмәгә үҙҙәренең продукцияһын ҡуйған, уңыштарын сағылдырған стендтар менән биҙәгән.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелдәрҙе иманға, нурға сорнаған байрам Башҡортостан

    Республикабыҙ халҡы Ураҙа ғәйетен билдәләне
    Күңелдәрҙе иманға, нурға сорнаған байрам
    Һәр мосолман өсөн Ураҙа байрамы изге Рамаҙан айы менән хушлашыу булып тора. Был көндө һәр кем артҡа ҡарап, ошо изге айҙы нисек үткәреүе, ураҙа айында нимәләр менән шөғөлләнеүе хаҡында уйлана. Ураҙа байрамында хаҡ мосолман бөтә туған-тыумасаhын, яҡындарын ҡотларға, һый-ниғмәттәр әҙерләп, бергәләшеп байрам табынына йыйылырға тейеш. Байрамда мосолмандар өсөн шәриғәт ҡанундарынан сыҡмаған уйын-көлкө лә рөхсәт ителә, был хаҡта хәҙис тә бар. Шулай уҡ был көндә үҙеңдән ололарҙы, ата-әсәйеңде, ауырыуҙарҙы барып күреү, мәрхүм булғандарҙы хәтерләү өсөн зыяраттарға барыу ҙа сауаплы.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юҡ әйберҙең үҙе юҡ! Башҡортостан

    Һөнәрселек училищелары һәм лицейҙарының йәрминкәhе йәнле үтте
    Юҡ әйберҙең үҙе юҡ!
    Баш ҡалала йыл һайын ойошторолоп килгән һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары етештергән тауарҙар йәрминкәһен халыҡ айырыуса көтөп ала. Ул тауарҙар ассортиментының бай һәм арзан булыуы менән үҙенә йәлеп итә. Уҙған шәмбелә Спорт һарайы алдында ойошторолған быйылғы йәрминкә лә йылдағыса бик йәнле барҙы. Көндөң һыуынып, боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, унда республика һөнәрселек училищелары һәм лицейҙарының барыһы ла тиерлек ҡатнашты. Барлығы 52 тонна картуф, 42 тонна йәшелсә-емеш, 6 тонна ит, 80 тонна бойҙай, 2,5 тонна бал, шулай уҡ 163 мең һумлыҡ хужалыҡ тауарҙары, 477 мең һумлыҡ тимерҙән етештерелгән изделиелар, дөйөм алғанда, 4,9 млн һумлыҡ продукция һатыуға сығарылды.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло булыу – ҡартлыҡ түгел Сәйәсәт

    Әгәр кемдер «ҡартайҙым, ғүмерем үтте» тиhә, ул кешегә тиҙ генә ышанып бармағыҙ. Ул, hүҙҙәренә үкенеү төҫө биргән булып, hеҙҙән киреhен раҫлауҙы, үҙен дәртләндереүҙе көтә. Әгәр бер популяр йырҙа «йәш көйөнсә килә ҡалаhы» тип йырлана икән, унда ҡылансыҡлыҡты түгел, бәлки, hәр кемдең әйтелмәгән, әммә күңелендә йөрөткән хыялын hиҙемләргә кәрәк.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КӨНЛӘШЕРЛЕК ИЛ УЛ – АМЕРИКА! Башҡортостан

    КӨНЛӘШЕРЛЕК ИЛ УЛ – АМЕРИКА!
    «Асыҡ донъя» программаһы Рәсәй халҡына Америкалағы йәшәйеште тулыһынса күрһәтеү һәм ундағы ирекле эшҡыуарлыҡ менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Был программа Америка Ҡушма Штаттарының Хөкүмәте менән Рәсәй Федерацияһы араһында 1998 йылдың 2 сентябрендә ҡул ҡуйылған Мәҙәниәт, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр, мәғариф һәм киң матбуғат саралары өлкәһендә үҙ-ара аңлашыу хаҡындағы меморандумға ярашлы тормошҡа ашырыла.
    Ябайлаштырып әйткәндә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән АҠШ илселеге тарафынан алдан ғаризалар биргәндәр араһынан һайлап алынған кешеләр ун көнгә Америка Ҡушма Штаттарына бара һәм ошо ваҡыт эсендә океан аръяғындағы тормош менән танышыу мөмкинлегенә эйә була. Быйыл «Асыҡ донъя» программаһы буйынса Американың Денвер ҡалаһына Башҡортостандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр ҡоро рәйесе Тимур ЛоҠманов та барҙы. Беҙ уға тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күҙҙәр өсөн күнегеүҙәр Сәләмәтлек

    Күҙ йүгертеү
    Ҡарашты алыҫтағы предметҡа төбәргә, һуңынан яҡындағы предметҡа ҡарарға. Миҫал өсөн алыҫта торған реклама таҡтаһын һәм ҡәләмдең башын алайыҡ. Тәүҙә – рекламаға, һуңынан ҡәләмгә ҡарарға, быны бер нисә тапҡыр эшләргә. Тик онотмағыҙ: яҡындағы әйбер, беҙҙең осраҡта ҡәләм, урынынан күсмәй, ә алыҫтағы объект, киреһенсә, төрлө булырға мөмкин. Тәүҙә реклама таҡтаһы булһа, икенсеһендә – берәй машина йәки йорт.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күҙҙәремдән, Хоҙай, яҙҙырма! Сәләмәтлек

    Улар даими тикшертелергә тейеш, ти белгестәр
    Тәбиғәт беҙҙе иң ҙур мөғжизәләрҙең береһе күҙҙәр менән бүләкләгән. Тирә-яҡтан 75 процент мәғлүмәтте беҙ улар аша ҡабул итәбеҙ. Тик һау-сәләмәт ваҡытында ҡәҙерен белмәйбеҙ. Ғүмерендә бер тапҡыр ғына ла ҡояш нурын, зәңгәр күкте күрә алмаған кешенең хәлен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.
    Республикабыҙ күҙ ауырыуҙарын дауалау һәм өйрәнеү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр иҫәбендә. Беҙҙә башлап ҡулланылған дауалау ысулдары хәҙер бөтә донъяға билдәле.
    Башҡортостанда күҙ ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалау хаҡында Өфө ғилми-тикшеренеү институтының 5-се микрохирургия бүлеге мөдире, табип-офтальмолог Гөлзидә Факил ҡыҙы ЯҠупова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һау-сәләмәт булам тиһәң, компьютерҙан ары тор Сәләмәтлек

    Әле бер 30 – 40 йыл элек кенә компьютерҙар илдең хәрби көсөн нығытыу, төрлө ҡатмарлы иҫәпләүҙәр эшләү өсөн уйлап табылған. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә йортонда компьютеры булған кеше иң байҙарҙан һанала ине. Ә бөгөн күптәрҙә бар тиерлек. Күптәр компьютерҙы эш эшләп файҙа күрер өсөн түгел, ә уйындар уйнар өсөн генә ала. Бөгөн һеҙҙе, компьютер уйындарының төрҙәре, кешегә психологик йоғонтоһо, психологтарҙың кәңәштәре һәм статистика мәғлүмәттәре менән таныштырырға теләйбеҙ.
    Иң тәүге компьютер уйынында беҙгә таныш @ тамғаһын осратырға мөмкин булған. Нәҡ шул «собачка» экран буйлап йөрөп, мәрәйҙәр йыйған уйындарҙың үҫеше 1996 – 97 йылдарға тура килә. Бөгөн компьютер уйындарын етештереү иҫ киткес ҙур табыш килтергән индустрияға әйләнде.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru