Көрәге булһа, сүбе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • Еләк һатығыҙ
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был дошманды еңеп буламы? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Был дошманды еңеп буламы?
    Эскелек бөгөн милләт афәтенә әүерелде. Ҡымыҙ менән буҙанан башҡаны белмәгән башҡорт эскелек hаҙлығына бата. Эскелектең яңы төрө, хәүефлерәге, hиҙҙермәй генә әҙәм балаhын кешелектән сығара торғаны – hыра алкоголизмы тамыр йәйә. Был күперекле эсемлек бөйөр менән бауырҙы эшлектән сығарып ҡына ҡалмай, бәндәлә ҡайhы бер енси билдәләрҙе лә үҙгәртә: ирҙәр – ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтен, ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат сүрәтен ала башлай. Fалимдарҙың раҫлауынса, hыра алкоголизмын хатта дауалау ҙа мөмкин түгел икән. Ә телевидение халыҡты эсергә өндәүен дауам итә, ысын ирлекте hыра эсеү менән йәнәш ҡуйған, өҫтәүенә, әҙәпhеҙ яңғыраған hүҙ теҙмәләре менән «биҙәлгән» рекламалар, бер уйлаhаң, үҙ аҡылы булғандарға йоғонто яhай алмай ҙа бит. Ләкин, үкенескә күрә, hәр тапшырыуҙы ысынға алған әҙәмдәр аҙмы ни? Иң ҡурҡынысы – бөтә был әшәкелекте балалар, үҫмерҙәр күрә. Бер ваҡыт әлеге рекламаны тыйған кеүек тә булғайнылар, күп тә үтмәй, яңынан, тағы ла йышыраҡ күрhәтә башланылар.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡыллы аҡылһыҙҙар Яңылыҡтар » Конкурстар

    СираттаҒы балаhы – бүре тип аталасаҡ мөғжизәне барлыҡҡа килтергән мәлдә тәбиғәт-әсә, үҙенең бар оҫталығын эшкә еккән дә, булған тәжрибәhе менән маhирлығын hалып, башҡа бер йән эйәhенә лә (хатта әҙәми затҡа ла!) тәтемәгән hәм тәтемәйәсәк сифаттар бүләк иткән. Шунлыҡтан уға – бүрегә тиңләшер башҡа кейек әлегә юҡ. Булмаҫ та! Кемдер уны иблискә тиңләhә, икенселәре фәрештә hанай. Һуңғыhына ҡағылышлы «урман санитары» тигән hүҙбәйләнешен генә иҫкә төшөрөгөҙ! Шуға күрә лә ер йөҙөндә әлеге иблис тоҡомло фәрештә йыртҡыстан азат урынды көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләhәң дә таба алмаҫhың...

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    «Урал» өсөнсө урында
    Волейбол буйынса Башҡортостан Президенты кубогы турниры менән берлектә, Өфөлә Рәсәй кубогы өсөн дә ярыш үтте. Башта Пермь менән Калининград волейболсылары осрашты hәм икенсеhе 2:3 иҫәбе менән еңде. Икенсе ярымфиналда Ҡаҙандың «Зенит» командаhы менән баш ҡалабыҙҙың «Урал» спортсылары уйнаны hәм ҡунаҡтар, хужаларҙы 3:1 иҫәбенә отоп, Президент кубогының финалына сыҡты. Унда ла ҡаҙандарға етеүсе булманы. Улар Башҡортостан Президенты кубогы менән бергә Рәсәй кубогының да финалына путевка яуланы. «Урал», төп кубок бәйгеhенән төшөп ҡалып, өсөнсө урын өсөн көрәштә Пермдең «Прикамье» волейболсыларын еңде.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Октябрь ---

    Ай башы
    Байрамдар, иҫтәлекле көндәр

    Октябрь
    4 – Күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшыра башлауға – 10 йыл.
    5 – Уҡытыусылар көнө.
    6 – Бөтә донъя торлаҡ көнө.
    – Халыҡ-ара табиптар көнө.
    9 – Бөтә донъя почта көнө.
    11 – Республика көнө.
    12 – Дәүләт гимнын, Дәүләт гербын ҡабул итеү тураһындағы законды ҡабул иткән көн.
    – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
    14 – Халыҡ-ара стандартлаштырыу көнө.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике дуҫ егет hөйләшә.
    – Әйт әле, Илнур, әгәр ҙә hиңә бөтәhен дә ғәфү иткән, шул тиклем мөләйем hәм алсаҡ, тәмле итеп аш-hыу әҙерләгән ҡатын-ҡыҙ осраhа, нимә тиер инең?
    – Һаумы, әсәй!

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru