Балыҡ тотһаң, башынан тот.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Ислам әҙәбе
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һоҡланабыҙ! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Һоҡланабыҙ!
    Башҡортостандың күҙ ҡамаштырырлыҡ илаһи гүзәл һәм хозур тәбиғәтле Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡәйнәм Нурия Хәмзә ҡыҙы Батисоваға, күп сәләм ебәреп, гәзит аша хат яҙырға булдым әле. Был ябай хат түгел. Ул килен кешенең бейеменең йәшәйеше, яҙмышы тураһында уйланыуҙар, ул кисергән ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәреү, тормошондағы булған ҡыҙғаныс мәлдәрен бергә иҫкә алыу һәм бейемемдең намыҫлы, ныҡ булыуына ғорурланыу һәм һоҡланыу тойғолары менән һуғарылған хат булыр.
    Әйткәндәй, бейемем ике исем менән йөрөй. Тыуғас та бер документҡа – Зифа, икенсеһенә Нурия тип теркәлгән дә, шунан бирле эшендә, Нурия Хәмзә ҡыҙы, тип өндәшһәләр, туғандары, дуҫтары, Зифа, тиҙәр. Шулай итеп, Зифа-Нурия бейемемә тигән хатымды башлайым.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    МАРСИАНДАР, ТОЛСТОЙҘЫ ТЫҢЛАРҒА КИЛЕГЕҘ! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    «Феникс» Америка йыһан аппараты Марс планетаһының төньяҡ ҡотобона ултырған

    Кешелек Ҡыҙыл планетаға барыһы 15 тапҡыр ултырырға маташты, тик һөҙөмтәләр һис ҡыуандырманы. Ниһайәт, күптән түгел был маҡсат тормошҡа ашты. 13 йыл элек «Викинг – 1 һәм 2» йыһан аппараттарының был планетаға осошонан һуң, «Феникс»тың Марсҡа йомшаҡ итеп ултырыу операцияһы тәүге тапҡыр башҡарылды.
    Ҡыҙыл планетаның өҫтөндә дүрт йыл дауамында инде NASA-ның «Спирит» һәм «Оппортьюнити» марсоходтары эшләй. Әммә «Феникс» аппараты, барыһының да таныуы буйынса, иң көслө ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡар кешеhенең сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Fалимдарҙың раҫлауынса, легендар йән эйәhе, ысынлап та, бар.
    Шаҡ ҡатырлыҡ асышты биология фәндәре докторы, Рәсәй дәүләт гидрометеорология университеты профессоры Валентин Сапунов яhай. Ул асышын дәлилдәр менән раҫлап ҡына ҡалмай, ә тәүгеләрҙән булып легендар йетиҙың ниндәй систематик төркөмгә ҡарауын да билдәләй.
    – Ҡар кешеhе тип аталған йән эйәhе ысынында иhә троглодит – мәмерйә кешеhе (Нота Tragiodytes) hүрәтләмәhенә тап килә. Был исемде бөйөк биолог Карл Линней ХVIII быуатта уҡ бирә hәм, ҡар кешеhе – күптән үлеп бөткән түгел, ә бөгөнгө көндә лә йәшәгән төр, тигән фекер әйтә. Уның hүҙҙәре дөрөҫкә сыға: троглодит, ысынлап та, беҙҙең замандаш!

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хазарҙарҙың баш ҡалаhы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Әстерхан дәүләт университеты менән Рәсәй Фәндәр академияhының Археология hәм этнография институты берлектә ойошторған экспедицияла ҡатнашыусылар, Әстерхан өлкәhе Ҡамыҙаҡ районының Самосделка ауылы эргәhендә табылған оло ҡаласыҡ Хазар ҡағанатының баш ҡалаhы Итилдең ҡалдыҡтары, тигән hығымтаға килә.
    ...Утыҙ йыл самаhы элек мал үрсетеү фермалары комплексын төҙөгәндә, экскаватор көрәге буш тоҡомдар менән бергә боронғо керамика hәм кирбес ватыҡтарын да соҡоп сығара. Әммә артабан был юҫыҡта эҙләнеүҙәр дауам ителмәй.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таксист Яңылыҡтар » Конкурстар

    Гәзитебеҙ биттәрендә инде ике йыл дауам иткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика әҙәби конкурсы тамамланыуға ике ай самаһы ғына ваҡыт ҡалды. Уға быйыл әҙиптең тыуған көнөндә, декабрь айында, йомғаҡ яһаласаҡ. Алдан вәғәҙәләнгән буйынса, еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә:
    I урынға – бер мең доллар,
    II урынға – ноутбук,
    III урынға – 10 мең һум аҡса.
    Сер түгел, гәзит уҡыусыларыбыҙ бик әүҙем ҡатнаша был конкурста, хикәйәләр өҙлөкһөҙ килеп тора. Әлбиттә, араларында төрлөләре лә осрай. Әммә авторҙарҙың яҙыу стиленә артыҡ ҡул тейҙермәйенсә, гәзиткә бирерҙәйҙәрен тәҡдим итә киләбеҙ.
    Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бәлки, әлегә танылмаған прозаик, әҙәбиәт күгендә ҡабынасаҡ яңы йондоҙ һеҙҙер?! Әйтеп үтеүебеҙсә, ваҡыт бик самалы ғына ҡалды. Шуға ла күңелегеҙҙә йөрөткән хикәйәгеҙҙе ҡағыҙ битенә төшөрөп, беҙгә ебәрә һалығыҙ! Ижадсының үҫешенә булышлыҡ итеүсе ваҡытлы матбуғат икәнлеген дә онотмағыҙ. Финиш һыҙығына саҡлы күп түгел, шуға күрә конкурста ҡатнашып ҡалырға тырышығыҙ.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    «Ҡаты борсаҡ» түгел дә...

    «Рәттән ун еңеү. Күҙ теймәhен!»– уҙған hанда, юлаевсыларҙың сираттағы еңеүенән hуң, ошолай тип баш бирергә баҙнат иткәйнек. Күрәhең, күҙ тейҙерҙек. Еңелдек – 3:5. Нишләйhең, уйын бит. Әлеге үткән осрашыуҙа «Салауат Юлаев» уйынсылары, уйын буйына күп ваҡыт өҫтөнлөк итhә лә, үҙ хаталары арҡаhында hәм шулай уҡ ҡапҡасыбыҙҙың оҫта тормауы сәбәпле, еңелеүгә дусар булды. Ҡарап торғанда, хатта өфөләр был осрашыуға аяҡтарына йә булмаhа ҡулдарына гер аҫып сыҡҡан hымаҡ тойолдо. Бәлки, сәкәндәре лә дәғүәсенекенән ҡыҫҡараҡ булғандыр, сөнки шайбаны ла улар «тыңлата» алманы. Эҙләй китhәң, уңышhыҙлыҡтың сәбәбе күп. Тик барыбер бындай уйындан hығымта яhарға кәрәктер. Нисек кенә тимә, КХЛ-да «Атлант» әлегә «ҡаты борсаҡ» түгел. Ул бығаса әллә ни көслө дәғүәселәр менән дә осрашманы. Беҙгә төшөнкөлөккә бирелергә иртәрәк. Алда уйындар күп. Шул уҡ «Атлант» менән дә алда өс осрашыу көтә.
    Ә инде өфөләрҙе еңеүенән hуң, Мәскәү өлкәhе хоккейсылары йәнә дүрт мәрәйгә айырма менән турнир таблицаhының үрендә килеүен дауам итә. Юлаевсылар – икенсе, өсөнсө баҫҡыста иhә – «Аҡ барс».
    Киләhе уйындарын «Салауат Юлаев» командаhы ситтә уҙғара. 25 октябрҙә Череповецта «Северсталь» менән сәкәләшhә, 27-hе иhә «Спартак» менән осрашасаҡ.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Өс малай атайҙары менән маҡтана.
    – Минең атайымдың 20-ләгән магазины бар hәм уның аҡсаhы ла ғәләмәт күп, – ти беренсеhе.
    – Ә минең атайым нефть hата, уның аҡсаhы hинең атайыңдыҡынан байтаҡҡа күберәк, – ти икенсеhе.
    Өсөнсө малай шым ғына ултыра. Тегеләр:
    – Ә hинең атайың кем? – ти.
    – Белмәйем, – ти малай.
    – Бар, ҡайтып hора, – ти малайҙар.
    Малай ҡайтып китә hәм бер аҙҙан килә лә:
    – Минең атайым – «авторитет». Уның аҡсаhы әлегә аҙ. Әммә иртәгә ул hеҙҙең атайҙарығыҙға барырға йыйына һәм уның аҡсаhы бөтәhенекенән дә күберәк буласаҡ, – ти.

    авторы: Нур | 23 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Бөтә Рәсәй конкурсында – икенсе урын

    Сочиҙа Бөтә Рәсәй «Мәғариф учреждениелары шарттарында комплекслы психологик-педагогик һәм медицина-социаль ярҙам» психологик хеҙмәттәр фестивале булып үтте.
    Уның сиктәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй «Рәсәй педагогы-психологы – 2008» конкурсында Башҡортостандан Өфөнөң 13-сө махсус коррекцион дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты педагог-психологы Зарема Дүсәева ҡатнашып, II дәрәжә диплом менән наградланды.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru