Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Хужабикәгә кәңәш
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Торналар китте. Әйләнеп ҡайтырҙармы? Сәйәсәт

    Байтаҡ йылдар үтте инде, әммә ул ғәжәйеп күренеш күҙ алдымдан әле булһа юғалмай.
    Ураҡ һүрелеүгә табан барһа ла, ҡояштың асмандағы сәфәре һаман да оҙайлы ғына. Тәндәребеҙҙән юл һәм баҫыу саңын йыуайыҡ тип, Талҡаҫ күленә төшөп барабыҙ. Ирәндек итәгендәге тәлгәш ҡайындар, йоҡо алдынан һуңғы имеш-мимештәрҙе күршеһенә еткерергә ашыҡҡан апайҙар һымаҡ, ни тураһындалыр шыпырт ҡына серләшә.
    Хозурлыҡ. Ошондай мәлдәрҙә үҙеңде ысындан да тәбиғәт балаһы итеп тояһың һәм, һин донъяға яралғас та, әсәйең һине иң тәүҙә ошо Талҡаҫтыҡы кеүек гәлсәр һыуҙа ҡойондорғандыр кеүек. Ул арала беҙҙән егерме-утыҙ метрҙар самаһы алдараҡ, ҡамыш араһынан, бер-бер артлы торналар күтәрелә башланы. Һирәк осрай торған ҡоштарҙы маҙаһыҙлауыбыҙға үкенгәндәй, ирекһеҙҙән туҡтап ҡалдыҡ.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәк яраларын яңыртып Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һаумыhығыҙ, хөрмәтле «Йәшлек»тәр! Мин тормош иптәшем Рифмир Хәмит улы Байморатов менән Хәйбулла районының Татыр-үҙәк ауылында йәшәйем. Күптән инде хаҡлы ялдабыҙ. Бай мәғлүмәтле «Йәшлек»кә гел яҙылабыҙ, яратып уҡыйбыҙ.
    Яҡташ Вәсил Һөйөндөковтың яратҡан гәзитебеҙҙең 102-се hанында донъя күргән яҙмаhын уҡып аптыраныҡ. Унда: «Һуғыш осоронда «Ҡыҙыл Йылайыр» колхозын оло йәштәге Хәлит Байморатов етәкләй», – тигән юлдар бар. Был дөрөҫ түгел. Минең ҡайным Хәмит Мөтиғулла улы Байморатов 1904 йылғы, hуғыштың тәүге көндәренән үк үҙе теләп фронтҡа китә. Яу тамамланғас, 1946 йылдың майында ғына hөйөклө ҡатыны hәм дүрт балаhы янына ҡайта. Төрлө урындарҙа эшләй. Үҙенең тыуған ауылы Ҡашҡарҙа балалар уҡыта. Үкенескә күрә, 1962 йылда 59 йәшендә генә, ҡаты ауырып, яҡты донъя менән хушлаша.
    Ҡәhәрле hуғыш илебеҙҙең бер генә ғаиләhен дә ҡара ҡайғыға hалмай ҡалмағандыр. Минең 1906 йылғы атайым, Әҡсән Хәйретдин улы Ҡыҙрасов та hуғыштың тәүге көнөндә үк фронтҡа китә. Әсәйебеҙ дүрт бала менән тороп ҡала. Өлкәненә – 12 йәш, берҙән-бер улы алты айлыҡ ҡына була. 1942 йылда «Хәбәрhеҙ юғалды» тигән «ҡара ҡағыҙ»ы килә. Уның 1943 йылда Орел өлкәhе Ливень районының Коробкино ауылында ерләнгән булыуы асыҡланды. Әсәйебеҙ был мәғлүмәтте белмәй үлеп китте.
    Хатымдың аҙағында шуны әйтмәксе булам: дөрөҫ мәғлүмәтте белмәгәс, кеше ғаиләhе тураhында хата яҙып, яраларҙы ҡуҙғатмаhындар ине.

    Сафия БАЙМОРАТОВА,
    хеҙмәт ветераны.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӨБӘК КОМПОНЕНТЫН ҺАҠЛАУ – ИЗГЕ БУРЫСЫБЫҘ! Мәҙәниәт

    Баш ҡалабыҙҙың «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы алдындағы майҙанда митинг һәм байрам концерты үтте.
    Йәштәрҙең ижади инициативаһын тормошҡа ашырыу республика үҙәге ойошторған сарала майҙанға йыйылыусыларҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары моңло күстәнәстәре менән һыйланы. Рөстәм Шаһыбалов, Фаил Йортбәков, Радик Юлъяҡшин, Гүзәл Аҫылбаева, Диана Ишниязова, Альбина Фәйрүзова, Әлфиә Әхмәтйәнова, Юнир Һағынбаев һәм башҡа йырсыларҙың башҡарған йырҙарына тамашасыларға ҡушылып йырлау, бейеү мөмкинлеге сыҡһа, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, 2-се Өфө педагогия колледжы студенттарының сығышы байрамға үҙенә күрә йәм өҫтәне.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алло, "03" тыңлай Сәләмәтлек

    Алло, "03" тыңлай
    Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәрҙән үҙенсәлекле һорау алыу үткәрҙем. "Ҡапыл ауырып китһәгеҙ, иң алда кемде иҫегеҙгә төшөрәһегеҙ?" – тигән һорауға, Аллаһты, әсәйемде, тигән яуаптар ишеттем, ә иң йыш яңғырағаны – "Әлбиттә, "Тиҙ ярҙам"ды!".
    Бынан бер нисә йыл элек зәңгәр экрандарҙа "911" тигән тапшырыу бик популяр була торғайны. Иҫләһәгеҙ, берәй кеше ҡапыл ауырып китә, уның яҡындары телефондан 911 һанын йыя, тиҙ арала медицина хеҙмәткәрҙәре килеп етә лә, ауырыуға ярҙам күрһәтә һәм – бөтәһе лә шат, бәхетле. Бала саҡта ошо тапшырыуҙы ҡабатлап уйнай торғайныҡ. Шул ваҡыттан аҡ халатлыларға ихтирам тойғоһо барлыҡҡа килде.
    Шулай итеп, үҙемде медицина өлкәһендә һынап ҡарамаҡсы булдым. Университет эскәмйәһендә алған тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү курсын иҫкә төшөрә-төшөрә, Баймаҡ үҙәк дауаханаһына юл тоттом. Иң ауыр, оператив эшмәкәрлекте талап иткән бүлектәрҙең береһе – "Тиҙ ярҙам"да бер төн "эшләп" ҡарамаҡсы булдым. Иң алда өлкән фельдшер Гөлфиә Байморатова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәйҙә рок-музыка Мәҙәниәт

    Рәсәйҙә рок-музыка
    Рок-н-ролл Советтар Союзына 1957 йылғы Бөтә донъя йәштәр hәм студенттар фестиваленән hуң килеп инә. Үткән быуаттың 60-сы йылдары башында ул беҙҙә йәшерен рәүештә генә йәшәп килә. Бөйөк Британия hәм Американан пластинкаларҙы Көнбайыш менән бәйләнеше булған «үҙ кешеләр» генә ҡайтартҡан.
    1970 йылдарҙың икенсе яртыhында ғына Көнбайыштың популяр музыкаһы, шул рәттән рок-н-ролл да Советтар Союзында рәсми рәүештә рөхсәт ителә.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Моң беҙҙе дуҫлаштыра, моң беҙҙе берләштерә Мәҙәниәт

    Уның хаҡында йырсы Илhам Шакиров: «Ул үҙенән hуң йыр сәнғәтенә килгән йырсыларға юл күрhәтеүсе булды», – тип яҙа. Профессиональ татар йыр сәнғәтенә нигеҙ hалыусы Рәшит Ваhаповтың тыуыуына 100 йыл тулған йылда IV халыҡ-ара Р. Ваhапов исемендәге татар йыры фестивале 30 октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияhында үтә. 2004 йылда старт алған был йыр-моң байрамы Ҡаҙан, Түбәнге Новгород, Семипалатинск (Ҡаҙағстан), Хельсинки (Финляндия), Томск ҡалаларында ойошторола.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Азат Абдуллиндың пьесаһы Европаны яулай Мәҙәниәт

    Азат Абдуллиндың пьесаһы Европаны яулай
    Атаҡлы драматург Азат Абдуллин менән гәзит уҡыусыны таныштырып тороу кәрәкмәй. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт әҙибе «Ташлама мине, ҡояш», «Ун өсөнсө председатель» әҫәрҙәре менән СССР сәхнәләрен шаулатып, ул пьесалар сил илдәрҙә лә ҡуйылды.
    Драматургтың «Раббым баҡсаһы» әҫәрен Роман Виктюк 2004 йылдың 1 ғинуарында Мәскәү сәхнәһенә сығарҙы.
    Быйыл октябрҙә спектакль Европа сәхнәһенә сыҡты. 9-ында – Штутгарт, 10-ында – Франкфурт, 11-ендә– Дюссельдорф, 12-ендә – Бремен, 15-ендә – Ганновер, 16-ында – Берлин, 17-һендә – Гамбург, 18-ендә – Антверпен, 19-ында Гаага ҡалаларында ҡуйылды, йәғни Германия, Бельгия, Нидерланд тамашасыһы илдән ҡыуылыу һәм танылыу, бөйөк рух көсө, талант хаҡындағы әҫәр менән танышты. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыялымды ысын иткән, ҡалам, Аяҙлана hиндә өндәрем Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    * * *
    Ҡымыҙ еҫе hеңгән
    яландарҙа
    Ҡыңғыраулы аттар кешнәне.
    Күп кәрәкме hиҫкәндерер
    өсөн
    Ҡала шауы баҫҡан кешене.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru