Батырға ла ял кәрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Рәсәй көнө менән!
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Илдә булмаған ат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Светлананың яҡты донъяhы Әҙәбиәт

    23 октябрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзында йәш шағирәләр – Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Лариса Абдуллина менән тәржемәсе, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева «Әҙәби кесаҙна»ла сығыш яһаясаҡ.
    Шиғриәт яратыусылар, сараға рәхим итегеҙ! Унда йәш ижадсыларҙың яңы әҫәрҙәрен ишетерһегеҙ, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алырһығыҙ.
    Светлананың яҡты йөҙөнә, асыҡ ҡарашына бағам да, уны тыуғанда уҡ Хоҙайҙың тамғалап ергә ебәреүенә hис шигем ҡалмағандай. Сөнки ул – hәр өнө, hәр хәрәкәте, hәр ым-ишараhы менән Шағирә, ижад кешеhе. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә танылған яҙыусы ул. Хатта миңә беҙҙә уның хаҡында аҙыраҡ беләләр төҫлө. «Сады лицея», «Исламский прорыв» кеүек Рәсәй конкурстарында еңеү яулаған Светлана Чураева әҙәбиәттәге, матбуғаттағы hәр сығышы менән етди, нескә, тәрән кисерешле, фекере моңло ижадсы икәнен күрhәтә.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Регина ЗАҺИРОВА: "Оптимист була беләйек!" Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Регина ЗАҺИРОВА: Оптимист була беләйек!
    Йылан йылының Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында Силәбе ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алыуҙан тыш, туғыҙ йыл музыка мәктәбендә шөғөлләндем, йыр һәм бейеү серҙәренә төшөндөм, төрлө кисәләрҙе алып барырға өйрәндем. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәп йылдарында сәхнәнән төшмәнем.
    Мәктәпте тамамлағандан һуң, артабан белем алыу өсөн яҡындарымдың тыуған яғы – Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә килдем. Бөгөн Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының 3-сө курсында финанс һәм кредит серҙәрен үҙләштерәм.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәттән ун еңеү. Күҙ теймәһен Яңылыҡтар » Спорт

    Уҙған ял көндәрендә «Салауат Юлаев» хоккейсылары ике көн рәттән үҙ майҙанында ҡунаҡтар ҡабул итте. Шәмбе көнө улар МВД командаhына ҡаршы hынау тотто. Хужалар, тәүге осорҙа уҡ дәғүәсе ҡапҡаhына өс яуапhыҙ шайба индереп, осрашыуҙың hөҙөмтәhен еңел генә хәл итмәксе булды. Шулай ҙа ҡунаҡтар, күпме генә hөжүм ойоштормаhын, юлаевсыларҙың ҡапҡаhын бер тапҡыр «сылатыу»ҙан башҡаhына хәле етмәне. Голдарҙы өфөләрҙән Константин Кольцов, Алексей Терещенко hәм Александр Пережогин индерҙе.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Данлы көрәшселәр төбәге Яңылыҡтар » Спорт

    Милли көрәш башҡорт халҡының борон-борондан киң таралған көс һынашыу төрө булған. Бигерәк тә йыл һайын уҙғарылған һабантуйҙарҙа төрлө ырыу-ҡәбиләләрҙең иң оҫта көрәшселәре майҙанға сығып, үҙ таһыллығын һынаған, ырыуының намыҫын, данын яҡлаған.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Африкала бер ханым ире менән hунарға бара. Үҙенә йүгереп килгән носорогты күреп, иренең ҡулындағы мылтыҡты тартып ала ла тоҫҡай.
    Ҡото осҡан ире:
    – Ат, тиҙерәк ат! – тип ҡысҡыра.
    – Яҡшы, яҡшы, хәҙер, тик hин, әгәр мин тейҙерә алмаhам, көлмәйәсәкмен, тип вәғәҙә ит.

    авторы: Нур | 21 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ хәтере мәңгелек Башҡортостан » Хәтер

    Халыҡ хәтере мәңгелек
    Сурағол Ҡолмырҙа улы (1711 – 1773) – халыҡ хәтерендә Сураш батыр һәм Сураш Мәргән исемдәре менән билдәле Бөрйән ырыуы батырҙарының береһе.
    Әмин батырҙың бер туған ағаһы, 1737 – 1738 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашыусы, тарихҡа Батырша ихтилалы исеме менән ингән 1755 – 1756 йылдарҙағы ихтилалдың беренсе уғын ҡан эскес дошманға атыусы-башлаусыһы, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ҡаһарманы булған билдәле шәхес.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Әүҙем үтте һайлауҙар Башҡортостан

    Халыҡ үҙенең гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай

    Республикабыҙҙың муниципаль райондарында депутаттар һайлау һәм ауыл биләмәләрен берләштереүгә бәйле тауыш биреү үтте. 5 октябрҙә төбәгебеҙҙең һәр районы һәм ауылы халҡы республикабыҙ киләсәген, үҙҙәренең яҙмышын хәл итеүсе яуаплы бурысын үтәне.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ҠЫРҒЫҘСТАНДА ЕР ТЕТРӘНЕ

    Ҡырғыҙстан Республикаһының Алай районында көслө ер тетрәү теркәлгән.
    Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ер аҫты тетрәүҙәре һөҙөмтәһендә 58 кешенең ғүмере өҙөлгән, 50 кеше тән йәрәхәттәре алған. «Ер тетрәгән урындың үҙәгенә тура килгән Алай районының Нура ауылында 120 йорт емерелгән. Унда тетрәү көсө 8 балға еткән», – ти ведомство вәкиле.
    Ҡайһы бер урындарҙа йорт-ҡаралтылар, биналарҙың 70 – 80 проценты емерелгән. Фажиғә урынында ҡотҡарыусылар эшләй.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru