Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Һынамыш
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Дайджест
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЕҢЕҮСЕЛӘР ТАМҒАҺЫН ҺУҠТЫ «ТАМҒА» Яңылыҡтар

    ЕҢЕҮСЕЛӘР ТАМҒАҺЫН ҺУҠТЫ «ТАМҒА»
    Баш ҡалабыҙҙың «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторолған «Полиграфия. Киң мәғлүмәт саралары. Реклама – 2008» – «Тамға – 2008» XII төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә үткән конкурстарға йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр асыҡланды.
    Интернет-сайттар араһында ойошторолған конкурста «БАШвесть» һәм «Октябрьский вестник» интернет-гәзиттәре гран-при яуланы. Ошо уҡ конкурста «Баҫма версияһы булмаған мәғлүмәти характерҙағы ваҡытлыса ресурс» номинацияһында «БАШвесть» интернет-гәзите беренсе урынға лайыҡ тип табылды. «Киң мәғлүмәт сараларының интернет-версиялары йәки улар тарафынан төҙөлгән веб-ресурстар» номинацияһында «Кызыл таң» гәзите редакцияһының сайты еңеүсе тип билдәләнде.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ярҙам күрһәтелә Яңылыҡтар

    4 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Өфө районының Йоматау ҡасабаһына, янғын фажиғәһе урынына барып ҡайтты.
    Йоматау аграр техникумының дөйөм ятағы бинаһында янғын сығыу һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булды, биш кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алды.
    Фажиғә урынында республика Президенты хоҡуҡ һаҡлау органдарына янғын сығыу сәбәбен асыҡларға, ә урындағы властарға янған дөйөм ятаҡта йәшәүселәрҙе урынлаштырыу буйынса бөтә сараны күрергә ҡушты. Зыян күреүселәрҙең барыһына ла ярҙам күрһәтелергә тейеш

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Республика көнөнә арналған тантана үтәсәк

    10 октябрҙә 15 сәғәттә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республика йәмәғәтселеге вәкилдәренең Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенең ун һигеҙ йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үткәрелә.
    Тантаналы йыйылышты әҙерләү буйынса ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусыларҙы теркәү Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) 9 октябрҙә сәғәт 10-дан 20 сәғәткә тиклем һәм 10 октябрҙә сәғәт 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем үткәрелә.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй халҡы шулай ялҡаумы ни? Сәйәсәт

    Йәшәр өсөн эшләйбеҙме, эшләр өсөн йәшәйбеҙме – былар ғәмәлдә hүҙ уйнатыу ғына. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, кешенең hәр хәрәкәте hәм ниәте үҙенең hәм яҡындарының мохтажлыҡ күрмәй йәшәүен тәьмин итеүгә буйhондоролған. Ҡайhы ғына замандарҙа hәм ниндәй генә йәмғиәттә булмаhын, кешенең тырышлығы, йүнселлеге, үҙгәреп тороусы шарттарға яраҡлаша алыуы уның йәшәү хәленә туранан-тура йоғонто яhаған. Етеҙлек hәм ялҡаулыҡ, шулай итеп, әхлаҡи категорияны тәшкил итә.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәрмәкәйгә –ярҙамға Башҡортостан » Милли проекттар

    Республикабыҙҙа дәүләт теле hәм туған тел булараҡ башҡорт телен уҡытыу бөгөн киң йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан етәкселеге алып барған аҡыллы сәйәсәт hөҙөмтәhендә туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн хоҡуҡи база булдырылды, шул иҫәптән дәүләт теле, туған тел булараҡ, башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур мөмкинлектәр асылды. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү бөгөн 98 процент тәшкил итә. Быйыл БР Мәғариф министрлығы, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән милләттәштәребеҙгә hәм район мәктәптәренә методик ярҙам күрhәтеү маҡсатынан, комиссия булдырҙы. Тырыш хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған hәм республика «Йыл уҡытыусыhы» бәйгеләрендә еңеүсе-лауреаттарҙан торған «Ярҙам десанты» үҙ рейдын Йәрмәкәйҙән башланы. Татарстан Республикаhы hәм Ырымбур өлкәhе менән сиктәш ятҡан күп милләтле Йәрмәкәй ере Башҡортостандың төпкөл райондарынан hанала.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үкенес Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    – Иртәгә Туймазыға командировкаға сығаһығыҙ, – сираттағы оперативкала мөхәррир шулай тигәс, Самат әҙерәк бауыр аҫтынан ел үткәреп ҡайтасағына һөйөнөп тә ҡуйғайны. Тик иртән тороуға әллә ни булды уның менән: күңеле лә, аяғы ла тартманы ла ҡуйҙы. Күңел тартмай, тип, командировканан баш тартып булмай: ҡушылған икән – барырға, гәзит өсөн материалдар йыйырға тейешһең.
    Ярты юлды ла үтмәгәндәрҙер, күңеленә шом һалып, кеҫә телефоны шылтыраны. Телефон дисплейында апаһының исеме сыҡҡас, йөрәге «жыу» итеп китте: иртә менән тиктәҫкә шылтыратмаҫ.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фатирлы булғым килә, бирегеҙ миңә аҡса! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Фатирлы булғым килә, бирегеҙ миңә аҡса!
    Бер ваҡыт таныш ҡыҙ парламентер вәкәләттәрен иңемә йөкмәткәйне: ике йыл дуҫлашып йөрөгән егете уға өйләнергә тәҡдим яһамағас, шуның сәбәптәрен ипләп кенә белешергә ҡушты: «Ғүмер үтә бит, әгәр ҙә бер нәмә лә килеп сыҡмаҫтай булһа, ни эшләп мин уға ваҡыт әрәм итергә тейешмен?». Осраштым егете менән һәм, уратып-суратып тормай, киләсәккә пландары хаҡында тура һораштым.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше оса аламы? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ғалимдар кешеләрҙең һауаға үҙҙәрен нисек күтәреүенең серен аңлаған. Кешенең техник ҡоролмаларһыҙ осоу һәләте йәки левитация – боронғо һәм тетрәндергес легендаларҙың береһе. Йылъяҙмаларҙа һәм хроникаларҙа ошоға оҡшаш йөҙәрләгән осраҡ теркәлгән.
    Бөгөнгө көндә философ һәм уҡытыусы Моохариши Махем Йогиның эҙенән килеүселәр медитация ысулы менән иҙәндән бер-ике метрға күтәрелә. Әйткәндәй, осоу улар өсөн үҙмаҡсат түгел – был доға уҡыусыға йәки йога менән шөғөлләнеүсегә хас.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru