Ике ҡуяндың ҡойроғон тотоп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Июль
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Кусэр
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Академик Эрик Ғәлимов: «Донъя океаны һәләкәт менән янай» Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Академик Эрик Ғәлимов: «Донъя океаны һәләкәт менән янай»
    Ергә төшөүенең күптән түгел генә 100 йыллығын билдәләгән Тунгус метеориты йыһандан килеүе ихтимал булған ҡурҡыныстың символы булды. Ләкин Ерҙә лә тәбиғи катаклизмдарға килтерә алған хәүефтәр етерлек, тип һанай Рәсәй Фәндәр академияһының Геохимия һәм аналитик химия институты директоры, академик Эрик Ғәлимов.
    Үлтереүсе күбектәр
    – Киләсәктә ҙурлығы буйынса Тунгус метеориты менән сағыштырырлыҡ йыһан есемдәренең Ергә осоп килеүен ҡасан көтөргә?
    – Массалары бер нисә грамдан ҙур булмаған есемдәр Ергә көн һайын төшә. 65 млн йыл элек Юкатан ярымутрауына төшкән һәм динозаврҙарҙың үлеменә килтергән астероид һымаҡ ҙур есемдәр беҙҙең планетабыҙ менән ун миллион йылға бер тапҡыр бәрелешә. Ә Тунгус метеориты һымаҡ есемдәр мең йылға бер тапҡыр осоп килә. Тик быларҙың ҡасан буласағын береһе лә белмәй. Әлеге ваҡытта йыһандан килеү ихтималлығы булған һәләкәттәрҙе алдан билдәләү һәм уларҙы булдырмау өсөн төрлө проекттар ҡарала.
    – Һеҙҙең фекерегеҙсә, XXI быуатта тағы ниндәй һәләкәттәр булыуы ихтимал?

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мүклек Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ай, әттәгенәһе, ҡайһылай һыуыҡ. Әсе ел үҙәктәргә үтә. Хәҙер, хәҙер ҡайтып етәм өйгә. Яғылмаһа ла, өй – өй инде ул, ышығы ғына ни тора. Ә ни эшләп һаман уттар күренмәй әле, ҡәһәрең? Ауыҙыңа ... – Абдулла ҡарт, инде кәре ҡайтҡан тешһеҙ ауыҙын сәпелдәтеп, үҙе менән ҡуша туңа башлаған барлы-юҡлы төкөрөгөн сәсеп маташҡан булды. – Өшөттө. Исмаһам, берәй йөҙ грамм ғына булғанда. Юҡ шул, юҡ. Бәхет булмағас, булманы инде...
    Ҡыптыр тун да Абдулланың әрнегән, өшөгән тәнен йылыта алманы. Ҡарлы ел ҡарттың електәренә үтте. Йоҡа ғына кәүҙәгә күпме кәрәк инде. Аяҡ-ҡулы зәңкеп һыҙлай башланы. Теше тешкә теймәй ҡалтыранды Абдулла.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡортостан» телевидениеһы тәҡдим итә Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Башҡортостан: ижад юлында»
    «Башҡортостан: ижад юлында» программаһы Башҡортостандың Дәүләт үҙаллылығы тураһындағы декларация ҡабул итеүенең 18 йыллығына, республикабыҙҙың ошо йылдарҙа социаль һәм иҡтисади үҫешендә өлгәшкән ҡаҙаныштарына арналған. Был программа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спортта ирешкән уңыштар тураһында һөйләй.
    11 октябрҙә БСТ каналында күрһәтеләсәк.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дебют алдынан –яҡшы кәйеф менән Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы турында «Салауат Юлаев» командаhы үҙ майҙанында Новокузнецк ҡалаhының «Металлург» хоккейсыларын ҡабул итте. Быйылғы миҙгелдә был командалар үҙ-ара осрашып өлгөргәйне инде. «Металлург» уйынсылары үҙендә чемпионды 2:1 иҫәбенә отоп ҡайтарҙы. Шуға ла әлеге уйынға ла ҡунаҡтар дәртләнеп сыҡты hәм бер минут үтеүгә Борис Михайловтың улы уңышҡа өлгәште. Шулай ҙа башҡаhына уларҙың хәле етмәне, дөрөҫөрәге, хужалар ирек бирмәне. Нисек кенә булмаhын, өфөләр, әллә ни күп көс түкмәй, «Металлург» ҡапҡаhына өс яуапhыҙ шайба индереп, еңеү яуланы. Голдарҙы юлаевсыларҙан Руслан Нуретдинов, Константин Кольцов hәм Алексей Терещенко индерҙе.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Республика көнөндә ҡайҙа ял итергә була? Яңылыҡтар

    Якутов паркы
    11 сентябрҙә 12 сәғәттә «Мин яратам hине, Башҡортостаным!» байрам программаhы башлана (Ленин урамы, 65/3, «Якутов паркы», «Хрусталь» магазины» туҡталыштары).
    Ленин майҙаны
    11 октябрҙә 16.00 сәғәттә «Минең республикам» йәштәр программаhы тәҡдим ителә. Ә 15.00 сәғәттә М. Fафури паркында «Минең республикам» байрамы башлана. Тантаналар фейерверк менән тамамлана (Октябрь проспекты, 77/1, «Ҡала советы» туҡталышы).

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер шәфҡәт туташы – икенсеhенән:
    – Был теге мотоциклсы бәргән бокссымы?
    – Юҡ, был теге мотоциклсы.

    авторы: Нур | 7 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрам менән! Мәғәриф

    Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
    Бөтә йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!
    Һеҙ ғүмерегеҙҙе изге эшкә – үҫмер быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышланығыҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ тәрән хөрмәткә һәм юғары баһаға лайыҡ.
    Уҙған уҡыу йылында республика белем биреүҙең сифатын күтәреүҙә тағы бер аҙым яһаны. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә уҡытыу-тәрбиә процесын камиллаштырыуға, уның методик һәм матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән системалы үҙгәрештәр тормошҡа ашырыла. Һәр ерҙә яңы мәктәптәр төҙөлә. Ғәмәлдәге уҡыу йорттары тулыһынса яңыртыла. Заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған белем биреү учреждениелары, Интернет, мәктәп автобустары – былар барыһы ла республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында киң таралыу алды.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Мәктәптә энтузиастар ғына эшләй» Мәғәриф

    «Мәктәптә энтузиастар ғына эшләй»
    Уҡытыусылар көнө хаҡында бала саҡтан шундай хәтирәләр һаҡланып ҡалған. Көнө килеп етер-етмәҫтән, әсәйем йә апайым, ипләп кенә янына саҡырып алып, ҙур яуаплылыҡ өҫтәп ҡуйыр ине:
    – Хазина Әмирхановнаның байрамы яҡынлашты, ниндәй бүләк әҙерләйек икән?
    Ниндәй, тип ни, әлбиттә, открытка! Үҙем эшләгән, синыфтағы иң яҡшы открытка. Ҡайсы, елем һәм байрам һайын тиҫтәләп килгән почта открыткалары һалып барылған ҡатырға ҡумтаны килтереп сығарып, эшкә керешәм.
    Иртәгәһенә, мәктәпкә барғас та, синыфташтарым үҙҙәре өйҙә әтмәләгән открыткаларын килтереп сығарып, маҡтаныша башлай. Үкенескә күрә, минеке иң яҡшыларҙан түгел икән шул: ҡуян һәм самолет ҡына йәбештергәнмен, ә Фаил иһә елле генә танк, Ҡарһылыу һәм тыныслыҡ күгәрсенен бергә туплаған. Аръяҡта йәшәгән Гөлфиә иһә, барыһынан да уҙҙырып, «Красная Москва» тигән хушбуй тотоп килгән.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru