Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шөғөлөң бит һинең мәңгелек Мәғәриф

    Уҡытыусылар көнө – ул һәр кеше өсөн оло байрам. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр кемдең тормошонда уҡытыусы ҙур роль уйнай. Яғымлы, изге күңелле, талапсан да мөғәллимдәребеҙҙең һәр береһе ғүмерлеккә йөрәгебеҙ түрендә урын алған. Күңелдәребеҙҙә уларға ҡарата хөрмәт, ихтирам, рәхмәт тойғоһо йәшәй. Һәм йылдар үткән һайын беҙ уларҙы йышыраҡ иҫкә төшөрәбеҙ, нығыраҡ һағынабыҙ.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғаилә, балалар – көн үҙәгендә Яңылыҡтар

    Республика йортонда Ғаиләгә социаль ярҙам йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры, Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Р. Сарбаев алып барҙы.
    Көн тәртибендә ике мөһим мәсьәлә – «Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы саралары комплекслы программаһының үтәлеү барышы» һәм «Башҡортостан Республикаһында балалыҡ һәм бала табыу хеҙмәте эшен ойоштороу тураһында. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында сабыйҙар үлемен иҫкәртеү» мәсьәләләре ҡаралды.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәтенә күрә баһаһы Яңылыҡтар

    Республика йортонда үҙ хеҙмәте менән Башҡортостандың сәскә атыуына ҙур өлөш индергән кешеләргә төрлө дәрәжәләге 61 награда тапшырылды. Иң яҡшыларға наградаларҙы БР Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КИЛӘСӘК – ЙӘШ ЖУРНАЛИСТАР ҠУЛЫНДА Яңылыҡтар

    Баш ҡалабыҙҙың «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә залында асылған «Полиграфия. Киң мәғлүмәт саралары. Реклама – 2008» – «Тамға – 2008» XII төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған Йәш журналистар фестивале тамамланды.
    Фестивалдең беренсе көнөндә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән ҡәләм тибрәтеүселәргә мәртәбәле күргәҙмә менән танышырға, махсус семинарҙарҙа, форумдарҙа ҡатнашып, үҙҙәренә фәһемле фекерҙәр тупларға форсат сыҡһа, сараның икенсе көнөндә улар үҙҙәренең коллегалары – БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаев, БР Журналистар союзы рәйесе Фәрит Әхмәҙиев, «Йәшлек», «Өмет», «Молодежная газета», «Республика Башкортостан» гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашты һәм «түңәрәк өҫтәл» артында йәнле һөйләшеү алып барҙы.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәрби хеҙмәт оҙайтыламы? Сәйәсәт » Әрме

    Хәрби хеҙмәт оҙайтыламы?
    Рәсәйҙә көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Уның барышында хәрбиҙәр егеттәрҙе армияға яҙғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алырға ниәтләй. Әммә, демографик хәлгә бәйле, илебеҙҙә хеҙмәткә саҡырылыусылар һаны йылдан-йыл әҙәйә бара. Эксперттарҙың күҙаллауҙары буйынса, быйыл көҙ хәрби комиссариаттар хәрби хеҙмәт сафтарын техникум студенттары, бакалаврҙар һәм һәләтле йәштәр менән тулыландырып, үҙҙәренә ҡуйылған планды үтәй аласаҡ.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Теләк менән мөмкинлек тура киләме? Иҡтисад

    Теләк менән мөмкинлек тура киләме?
    Нисек торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә? Ҡайҙан, нисек фатир һатып алырға? Күптәргә тынғылыҡ бирмәгән был ауыр мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләүҙе дауам итәбеҙ. Өфө ҡалаһында фатир һатып алыу юлдарының тағы береһе – ул социаль ипотека кредитлауы ҡала программаһы аша. Был программа 2006 йылдың декабренән эшләй. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн фатир һатып алыуҙың ошонан да ҡулайыраҡ варианты юҡ кеүек. Сөнки бында хаҡтар күпкә осһоҙораҡ. Йәғни торлаҡ майҙанының бер квадрат метры 27800 һумдан бирелә. Әйтәйек, дөйөм майҙаны 35 квадрат метр булған бер бүлмәле фатирҙың хаҡы 973000 һум була. Был, Өфөләге торлаҡ баҙары хаҡтары менән сағыштырғанда, күпкә осһоҙ. Программаның шарты буйынса тәүҙә фатир хаҡының 30 – 70 проценты күләмендә тәүге иғәнәне түләйһең, ҡалғанын 10 – 15 йылға йылына 13 процент менән кредитҡа бирәләр.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусыларымдың береһе Мәғәриф

    Зифа Ниғмәт ҡыҙы беҙҙе биологиянан уҡытты. Талапсан ине. Ләкин хәтеремдә иң ныҡ ҡалғаны: ул бер ваҡытта ла ысынлап асыулана белмәне. Беҙҙең синыф, моғайын, иң шаяны булғандыр. Бөтә йәмәғәт эштәрендә лә ихласбыҙ, бөтәбеҙ ҙә тиерлек бейеүсе, уҡыуға ла һәләтлебеҙ, ә бына шаянлыҡ баштан ашҡан. Хатта бер заман язаға ла тарттырылдыҡ: класыбыҙ бөтөнләй яғылмаған, «Камчатка» тип аталған ағас йортҡа күсереп ҡуйылды. Дәрестә кейенеп ултырабыҙ, ә тәнәфестә «шаҡ-шаталаҡ» уйыны башлана. Дежурҙар килеп тә әйләнмәй, уҡытыусылар күренмәй, тауыш мәктәпкә ишетелмәй – рәхәт! Беҙҙең сәләмәтлек өсөн борсолоп, директор алдында тыңлауһыҙ синыфыбыҙҙы яҡлашҡан ике уҡытыусы булды. Береһе – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Менәүәрә Кәлимулла ҡыҙы Хәйбуллина, икенсеһе – Зифа апайыбыҙ. Ниһайәт, уҡытыусыларыбыҙ бик ныҡ ныҡышҡас, беҙҙе ҡабат йылы мәктәпкә күсерҙеләр.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр дәресе –үҙе бер сәнғәт Мәғәриф

    Өләсәйем – Сирғол ауылында ғына түгел, районда, республикала билдәле уҡытыусыларҙың береhе. Ул – бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған, «Уҡытыусы» тигән оло исемде намыҫ менән аҡлаған Рәсәй мәғарифы алдынғыhы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыhы Разия Fәфиәт ҡыҙы Байсурина.
    Өләсәйем 1928 йылдың авгусында Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында тыуа. 1936 йылда Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбенең беренсе синыфына уҡырға бара. Яҡшы уҡый, мәктәпте Маҡтау грамотаhы менән тамамлай. Артабан быға тиклем үҙен уҡытҡан уҡытыусылары кеүек педагог булыу теләге менән янған ҡыҙ, Йылайырҙа урыҫ педучилищеhы барлығын ишетеп, шунда уҡырға бара. Мәскәү, Ленинград ҡалаларынан эвакуацияланып килгән бик белемле уҡытыусылар ҡулында уҡый. Уҡыу йылдарында ауыр hуғыш осороноң бөтә ауырлығын үҙ иңендә татый ул.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru