Йүгәнһеҙ тороп булһа, һөнәрһеҙ тороп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Йондоҙнамә
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Йондоҙнамә
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡыусыларым менән ғорурланам Мәғәриф

    Бөйөк Ватан hуғышы башланғас, Хәлил ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, уҡытыусы булып эшләй башланым. Ситтән тороп – Темәс педучилищеhын, унан hуң Өфө пединститутының башҡорт теле hәм әҙәбиәте факультетын тамамланым. 45 йыллыҡ уҡытыусылыҡ стажының 35 йылын Йәлембәт башланғыс мәктәбендә эшләп, пенсияға сыҡтым.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡыллы аҡылһыҙҙар Яңылыҡтар » Конкурстар

    Бар донъяға асыулы Исай көндәрҙең береhендә, hәлмәк, әммә ышаныслы баҫып, элекке эш урынына ыңғайланы. Был юлы үл үҙен өйөрөнән ҡыуылғандан аҙаҡ ас үлемгә ҡарағанда лайыҡлы алышып баш hалыуҙы артығыраҡ hанауҙан ажғырып торған януарға ҡаршы сыҡҡан яңғыҙ бүре сифатында тойҙо: бәләкәс кенә бүлек мөдиренең урынбаҫары итеп булhа ла кире алмаҫмы икән теге «айыу»?

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым...» Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым...»
    Журналист Венер Йәнбәковтың уҡыусылары хәҙер республика матбуғатында, радио-телевидениела эшләп йөрөй. «Пионер» журналында (»Аманат») ул, күпме баланың күңелен үҫтереп, хаттар яҙҙы, шиғри орлоҡ табылған яҙмаларынан шиғыр, матбуғатҡа бирерҙәйҙәренән мәҡәлә «әүәләне».
    Кеселекле коллегабыҙ үҙе лә балалар, өлкәндәр өсөн шиғырҙар яҙа. Юбилейы менән ихлас ҡотлап, уға hаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ hәм гәзит уҡыусыларға бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» экранға сыға Мәҙәниәт

    «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» экранға сыға
    20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 89 йыл тула. Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт киностудияhы уның «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса режиссер Булат Йосопов төшөргән фильмды тамашасылар ҡарамағына тәҡдим итә. Әгәр гәзит уҡыусылар хәтерләhә, был кино өҫтөндә эш бынан бер нисә йыл элек башланғайны. Әммә финанслау етмәү сәбәпле, «Родина» кинотеатрында исем туйы үтhә лә, фильм бер ҡайҙа ла күрhәтелмәне. Белгестәр киноға ҡағылышлы фекерҙәрен әйтте, етешhеҙ яҡтарын телгә алыусылар ҙа табылды.

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер йәш кеше эшкә урынлаша.
    Контора директоры:
    – Һеҙ, hуңғы 10 йылда бер урында ғына булдым hәм унда мине бик хөрмәт иттеләр, тиhегеҙ. Ә ниңә hуң унан киттегеҙ? – тип hорай.
    – Амнистияға эләктем...

    авторы: Нур | 4 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Рәсәй Грузияны ҡалдыра

    РФ Оборона министрлығының рәсми вәкиле, генерал-лейтенант Николай Уваров әйтеүенсә, Рәсәйҙең тыныслыҡ урынлаштырыусылары Грузия – Абхазия сигендәге беренсе биш посты ҡалдырҙы.
    Евросоюз тәҡдиме буйынса бында 300 күҙәтеүсе ваҡиғаларҙы күҙ уңында тота. Аналитиктар иhә, Евросоюз Кавказ төбәгендә үҙ позицияларын нығытырға уйламаймы, тигән шик тә белдерә.
    8 сентябрҙә РФ Президенты Дмитрий Медведев менән Франция Президенты Николя Саркози үҙ-ара hөйләшеп килешкәндән hуң башланған именлек урынлаштырыу саралары әлегә хәүеф тыуҙырмаhа ла, Рәсәй политологтары, әгәр килешеү боҙолhа, йәнә лә имен халыҡтың зыян күреүе ихтимал, тигән фекерҙә.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШЕ АУЫР БУЛҺА ЛА, АШЫ ТАТЛЫ Иҡтисад

    Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңған
    Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү – килемле тармаҡ. Уны үҙебеҙҙә үк эшкәртеп булыуы ла сеймалды юғалтмау, үҫтерелгән уңышты тулыһынса тауарға әйләндереп һатыу мөмкинлеге бирә.
    ЭШЕ АУЫР БУЛҺА ЛА, АШЫ ТАТЛЫ
    Шишмә районының «Шишмә – агроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 2005 йылда ғына ойошторолған булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн киң ҡолас алып, рентабелле эшләгән хужалыҡтар иҫәбенән. Унда бөтәһе 192 кеше иҫәпләнә, уңыш йыйған осорҙа эш урындары тағы ла арта төшә. «Шишмә – агроинвест» ауыл хужалығының бөтә тармаҡтары менән дә шөғөлләнә тиерлек: унда малсылыҡ та, үҫемлекселек тә берҙәй иғтибар үҙәгендә. Ҡағиҙә булараҡ, яңы ойошҡан һәм уңышлы эшләгән хужалыҡтар йылдан-йыл территорияларын ҙурайта, эргә-тирәләге хужалыҡтарҙы ла үҙенең эсенә алып, майҙандарын киңәйтә, халыҡҡа эш урындары булдыра. «Шишмә – агроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әлегә элекке дүрт хужалыҡты үҙ эсенә алған, унда өс ферма гөрләп эшләй. Бөгөн ике сменала эшләйҙәр, ҡышын тракторҙар ремонтта тора, эшселәр йыл әйләнәһенә эш хаҡы ала

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Республикабыҙҙың көслө төбәк икәнен Федераль үҙәк белә һәм баһалай» Башҡортостан

    Федераль власть органдары етәкселәре беҙгә эре проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер
    Сентябрь аҙағында үткәрелгән «Сочи – 2008» халыҡ-ара форумында Рәсәйҙең 58 төбәге Рәсәй һәм сит ил бизнесына үҙҙәренең инвестиция тәҡдимдәрен белдерҙе. Форум эшендә Рәсәй һәм сит ил бизнесы, ғилми даирәләр, донъяның 40 дәүләтенән дәүләт власы органдарының 8 меңдән ашыу вәкиле, шул иҫәптән Франция, Бельгия, Болгарияның Премьер-министрҙары ҡатнашты.

    авторы: Нур | 2 октября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru