|
 |
|
Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында бер йортта ике газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә өс ҡыҙ бала һәләк була. Урындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, фажиғәлә 5, 7 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың ғүмере өҙөлә, 16 йәшлек үҫмер йәрәхәтләнә. Шартлау һөҙөмтәһендә йорт тулыһынса янып бөтә. Шартлауҙан һуң эргә-тирәгә сәсрәгән ҡалдыҡтарынан яҡында торған автомобилдең бензин багы шартлай һәм машина юҡҡа сыға. Йорт эргәһенән ҡеүәтле электр сымдары үтеү сәбәпле, янғын һүндереүселәргә янғын урынына барып етеү өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителә, шуға ла улар ваҡытында янғынды һүндерә алмай. |
|
|
|
Өфөлә халыҡ-ара «Студенттар – ирекле эшҡыуарлыҡта» конкурсының төбәк этабы тамамланды. Унда республиканың һигеҙ урта махсус һәм ун ике юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөүселәр ҡатнашты. БДУ-ның Сибай филиалы студенттары, жюриға бер нисә коммерция һәм социаль йүнәлештәге проект тәҡдим итеп, беренсе урынды яуланы һәм конкурстың Мәскәүҙә үтәсәк икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Мәғариф йүнәлешендәге проекттарҙың береһе «Бала саҡ иле» тип атала һәм уның буйынса йәш быуын уйын төрөндә баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәренә өйрәнә. |
|
|
|
«Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында республикабыҙ икенсе урынды яуланы. Беҙ хатта Мәскәү ҡалаһын һәм өлкәһен дә уҙып киттек. Тәүге урын – Краснодар өлкәһендә. Тауарҙың сифатын билдәләүсе мөһим конкурста лауреат исемен республика тәҡдим иткән 41 продукция өлгөһө алды. Ҡалған 59-ы дипломант булыуға өлгәште. Башҡортостандың иң шәп йөҙ тауарын ил алдында республикабыҙҙың 66 предприятиеһы күрһәтте. |
|
|
|
Башҡортостанда 12 меңдән ашыу инвалид, 15 меңгә яҡын етем һәм 30 меңдән ашыу сәләмәтлеге сикләнгән бала иҫәпләнә. Сәләмәтлегендә тотҡарлыҡтары булған балаларҙың дөйөм һаны иһә 34 меңдән ашып китә. Уларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн айырым педагогик алым талап ителә. Бының менән әлеге ваҡытта 36 дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты, 37 махсус (коррекцион) мәктәп-интернат, 28 балалар йорто шөғөлләнә. Бынан тыш, оҙаҡ дауаланыуға мохтаж булған балалар өсөн ике белем биреү учреждениеһы һәм асыҡ һәм ябыҡ типтағы махсус белем биреү-тәрбиә учреждениеһы бар. |
|
|
|
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы съезын үткәреү тураһында» Указына үҙ-гәрештәр индереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы съезын 2009 йылдың июнендә үткәреү планлаштырыла. Уға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы үҙгәртелгән һәм раҫ-ланған.
|
|
|
|
 Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Диваев Рафаил Үзбәк улы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Р. Диваев 1950 йылдың 2 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Абдрахман ауылында тыуған. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Совет Армияһында хеҙмәттән һуң 1971 йылда милиционер, Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты эске эштәр бүлеге оператив-эҙләү төркөмөнөң енәйәт тикшереү бүлеге кесе инспекторы булып башлай. 1972 – 1974 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Алабуға урта махсус милиция мәктәбендә уҡый. |
|
|
|
26 ноябрҙә БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «Торлаҡ һатып алыу өсөн субсидия бүлеү тәртибе» темаһына «тура бәйләнеш» ойоштора. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға ведомствоның иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге етәксеһе Урал Килсенбаев яуап бирәсәк. «Тура бәйләнеш»кә 14.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем 251-57-23 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
|
|
|
|
|
|