Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Илдар ҒӘБИТОВТАН кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    Илдар ҒӘБИТОВТАН кроссвордГоризонталь буйынса: 1. Нитрат газы. 3. Киң ауыҙлы еҙ тынлы музыка ҡоралы. 6. Ҡыяҡлылар ғаиләhенә ҡараған hепертке башлы бейек үлән. 9. Утҡа hалhаң, янмай, /hыуға hалhаң, батмай, / Ергә төшhә лә серемәй. 15. Кемдеңдер тормош юлын hүрәтләүсе. 16. Физик йәки рухи ғазап. 17. Үткән ваҡиғалар тураhында хикәйәләгән hүҙ. 18. Ағастың сурайып торған боҙоҡ урыны. 19. Күңелдәге ауыр кисереш; көйөк, ҡайғы, хәсрәт. 20. Япон көрәше. 22. Эт йәки болан егеп йөрөй торған тар оҙон сана. 23. Алма кеүегерәк емеш биргән, үрмәле урман үләне. 27. Саңғылар музейы булған Европа баш ҡалаhы. 28. Америка зубры. 29. Баҙыҡ метеор. 30. Сигнал уты менән караптарға юл күрhәтеү өсөн диңгеҙ ярҙарына эшләнгән бейек ҡоролма. 33. Көрән йөнлө, яҫы яланғас ҡойроҡло hыу буйы йәнлеге. 34. Ниҙеңдер үҫешендәге тулы үҙгәреш. 35. Башҡорт мифологияhында күлдә, hаҙлыҡта, ҡоҙоҡта, тау араларында, мәмерйәләрҙә йәшәгән бүрәнә кеүек йыуан йылан ҡиәфәтендәге мифик зат. 38.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамдар, иҫтәлекле көндәр Башҡортостан

    4 – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
    7 – 1917 йылғы Октябрь инҡилабы көнө.
    10 – Милиция көнө.
    12 – Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
    13 – Радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре көнө.
    – Бөтә донъя сифат көнө.
    15 – Башҡорт өлкә шураһы тарафынан Башҡортостан автономияһы иғлан ителгән (1917).

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кайтыу Әҙәбиәт » Хикәйә

    Икенсе көнөнә таң менән өйгә инеп, кухняға үткәйне, Зәлфирәнең ҡыҙы, танауын ҡаплап: «Фу, силос еҫе килә», – тип сығып китте. Зәлфирәһе бер һүҙ өндәшмәне. Ғәрлегенән, асыуынан Зөбәйерҙең тамағына аш барманы.
    Машинаға ултырғас та, Зәлфирә, аҡланғандай, әллә ниҙер һөйләне, тик Зөбәйер бер ни ишетмәне, машинаһын ҡыуыуын белде. Уның һайын асыуы ҡабарғандан-ҡабарҙы, үҙ-үҙенә йәне көйҙө, үҙ йорто була тороп, йөрө инде кеше тупһаһында типкеләнеп, ғәрлеге ни тора! Етмәһә, алдан килгән машина ташбаҡа тиҙлеге менән бара, уны ҡыуып уҙам тип боролоуы булды, ҡаршыһына ҙур тиҙлектә машина килеүен шәйләп алды, рулде бороп өлгөрҙө-өлгөрөүен Зөбәйер, тик машинаһы уны тыңламайынса, ҡапыл юлдан боролоп, юл аҫтына тәгәрәп китмәһенме!

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Файҙалы кәңәштәр Сәләмәтлек

    Тешегеҙ hыҙлап интектермәhен, тиhәгеҙ, күберәк сәй эсергә кәңәш итәләр. «Сәй тештәрҙе hаҡлаусы фторидҡа бай», – ти Бостондағы Стоматология институты ғалимдары. Бынан тыш, сәйҙә теш ҡаҙналарына яҡшы тәьҫир итә торған полифенол да бар икән. Ашар алдынан бер сынаяҡ сәй эсеп ҡуйhағыҙ, тештәрегеҙҙе hаҡларhығыҙ.
    * * *
    Һалҡын тейҙереп ауырыусылар мөмкин тиклем күберәк hарымhаҡ ашаhын. Тамағығыҙҙың аҙ ғына ауыртыуын hиҙhәгеҙ, тиҙерәк ошо йәшелсәне ҡулланығыҙ. Был үҫемлектең вирусҡа ҡаршы үҙенсәлеге күптән билдәле.
    Һарымhаҡ ашағас, бер стакан томат hутын эсеп ҡуйhағыҙ, тағы ла яҡшы. Был hуттағы кислоталар hарымhаҡ майындағы еҫте бөтөрә.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берәй банк банкротлыҡҡа ҡалған хәлдә Иҡтисад

    Берәй банк банкротлыҡҡа ҡалған хәлдә, уның һәр клиенты 700 мең һумғаса аҡсаһын тулыһынса кире ҡайтара ала. Бындай закон 1 октябрҙә үҙ көсөнә инде. Уға тиклем компенсация суммаһы 400 мең һум тәшкил итә ине.
    Был страховка суммаһын алыу механизмы ярайһы уҡ ябай ғына. Банкының лицензияһы тартып алынған көндән алып уның клиенттарына компенсация түләй башлаған көнгә тиклем ике аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ. Ошо ваҡыт эсендә банк-банкрот страховкалау агентлығына үҙ клиенттарының тулы исемлеген әҙерләп бирергә тейеш. Ә ул агентлыҡ, үҙ сиратында, конкурс нигеҙендә ошо страховка түләү эштәре менән шөғөлләнергә тейеш банк-агентты һайлап ала. Компенсация түләнә башларҙан алда мотлаҡ рәүештә урындағы матбуғатта был турала мәғлүмәт баҫылып сығасаҡ.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

     ҡотлайбыҙ!Хеҙмәттәшебеҙ, Өфө ҡалаһы һылыуы Гүзәл РАЯНОВА менән Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылы батыры Артур ТАПАҠОВТЫ законлы никахтары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бергә үтер оҙон ғүмер юлығыҙ аҡ, таҡыр булһын, бәхет, шатлыҡ-йыуаныстар ғына оҙата барhын.
    Онотмағыҙ! Сәғәт һанап тора
    Был йылдарҙың уҙып барғанын.
    Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем
    Мөхәббәттең алтын балдағын!
    Иң изге теләктәр менән – «Йәшлек»тәр.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башкорт йыры - 2008-11-18 Мәҙәниәт

    Башкорт йыры - 2008-11-18«Моң» студияһы республика тамашасыларына башҡорт һәм татар йырҙары башҡарылған «Моңдаръя» фестивале буйынса таныш. 1 ноябрҙә иһә студияның яңы проекты Нефтселәр мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә сыға. Студияның генераль директоры Флүр Зөбәйеровтың инициативаһы менән ижад ителгән яңы проект «Башҡорт йыры – 2008» йыр фестивале тип атала. Унда тик башҡорт эстрада йондоҙҙары ғына ҡатнашасаҡ.
    5 ноябрҙә Стәрлетамаҡтың «СК» мәҙәниәт һарайында билдәле эстрада йырсылары Ғәзим Ильясов, Фидан Ғафаров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Ирек Ноғоманов, Урал Рәшитов, Гөлсөм Бикбулатова, Хәсән Усманов, Илсур Тайсин, Нурия Абдуллина, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Илнур Юламанов, Рәмил һәм Радмир Туйсиндар һәм башҡалар ҡатнашлығында ҙур концерт уҙасаҡ.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңғы юл... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Һуңғы юл...Эй, Илаһым! Ошо балаға шул хәтлем матур буй-һын, төҫ, аҡыл, һөйөү тойғоһо, дәрт-дарман, бөхтәлек, таһыллыҡ, кешелеклелек биргәнһең дә, ғүмерҙе генә йәлләгәнһең, уға бит тик 22 генә йәш ине.
    Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуып үҫкән егет, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетының V курс студенты Илшат Дәүләтов 2 сентябрҙә һөйгән ҡыҙы Әлиә менән үҙ машинаһында Өфөгә ҡарай юлға сыға.
    Ҡойоп ямғыр яуа. Бик яңы булмаған машина, еүеш асфальт өҫтөндә хужаһын тыңламай, ҡаршыға осоп килгән иномарка менән «маңлайға-маңлай» бәрелешә. Әлиәне йомшаҡ тупраҡҡа төшөүе генә ҡотҡарып ҡала, ә Илшат ҡаты асфальтҡа тура килә, бик күп ауыр тән йәрәхәттәре ала.

    авторы: admin | 1 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru