Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Ҡаһармандарса тормош, батырҙарса үлемһе& ...
» Янылыктар
» Эшселәр үҙ хоҡуғын белергә тейеш!
» Киләһе йылды Йәштәр инициативаһына яр ...
» Булмышыңда һинең булғандыр көйөн& ...
» «Шиғриәт – ул яҙмыш»



ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар
Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, «Йәшлек» гәзитенең талантлы художество мөхәррире
Илдар Зәкәриә улы ТУЙМАҠАЕВТЫ күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң-иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ижади ҡомарың гел шулай ашып-ташып торһон! Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ике утыҙың – ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй генә
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Ихлас теләктәр менән – «Йәшлек»тәр.


* * *
 ҡотлайбыҙ!Хеҙмәттәшебеҙ, Өфө ҡалаһы һылыуы Гүзәл РАЯНОВА менән Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылы батыры Артур ТАПАҠОВТЫ законлы никахтары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бергә үтер оҙон ғүмер юлығыҙ аҡ, таҡыр булһын, бәхет, шатлыҡ-йыуаныстар ғына оҙата барhын.
Онотмағыҙ! Сәғәт һанап тора
Был йылдарҙың уҙып барғанын.
Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем
Мөхәббәттең алтын балдағын!
Иң изге теләктәр менән – «Йәшлек»тәр.

* * *
Хәйбулла районының Ивановка ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Мәрзиә Fүмәр ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАНЫ тыуған көнө – 87 йәше тулыу менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ hәм иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт hүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әсәйем йәш саҡтан уҡ колхозда эшләп, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булды. Туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, тормош юлына баҫтырҙы. Иҫәнлек-hаулыҡ, күтәренке кәйеф hиңә, әсәй!
Сәләмәтлек ташламаhын hине,
Һәр тыуған көн үтhен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hиңә тормошта.
Иң изге теләктәр менән – улдары-
килендәре, ҡыҙҙары-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәре.

* * *
Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ Мөхәммәт АХУНОВ 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ошо көндәрҙә әсәйебеҙ Рәсимә Хашим ҡыҙының да тыуған көнө.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе тыуған көндәре менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Fүмер миҙгелдәренең матур байрамында атай-әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙарығыҙ Рәмзилә, Зөлфиә, Әлфиә, кейәүегеҙ Рәмил hәм ейәнсәрҙәрегеҙ
Гүзәлиә, Дилә.

* * *
Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан Мөхәммәт Ғилмановты 50 йәшлек оло юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ, Зөлфиә еңгәбеҙ менән тиң ғүмер итеп, балаларының уңыштарына һөйөнөп, тыныс ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Бәхетең килһен үрелеп.
Ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын,
Йәшә, шатлыҡтарға төрөнөп.
Иң изге теләктәр менән – ата-әсәйең, Зиннәт, Әғләм ҡустыларың, Мәрйәм, Гөлсинә һеңлеләрең исеменән –
Ишембайҙан Гөлнара һәм Ғәлим Хәйбуллиндар.

* * *
Миәкә районының Сәтәй-Бөрйән ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешеләребеҙ Фәнир Абдрахман улы менән Әнүзә Ҡотой ҡыҙы
РАФИҠОВТАРҘЫ бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы ҡотлайбыҙ. Ныҡлы hаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта.
Бөтә балалары hәм ейән-ейәнсәрҙәре исеменән – ейәнсәрҙәре Лилиә, кейәүҙәре Салауат, ҡыҙҙары Розалия.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 1 ноября 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru