Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Хорау-яуап
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Йондоҙнамә
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Мәләүез районының Иштуған ауылынан ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ
    Нурия Мәхмүт ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВАНЫ hәм Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы
    СӘFИТОВАНЫ 70 йәшлек оло юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ. Хоҙай hеҙҙе hаулыҡтан, күңел тыныслығынан айырмаhын.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙыҡтар ҙа, сәмлеләр ҙә Мәҙәниәт

    Ошо көндәрҙә Өфө Ҡала мәҙәниәт hарайында республика КВН суперлигаhының ярымфинал конкурсы үтте. Унда барлығы hигеҙ команда: «Беҙҙең кешеләр» (Нефтекама), «+1» (ӨДИСА), «Яңы йылдан hуң иртә» (БДУ), «Яҡшылыҡ» (Өфө), «Достучаться до небес» (Стәрлетамаҡ), «Признак дурного тона» (БДПУ), «Ажиотаж» (БДАУ), «Улар» (Бөрө) финалға үтеү өсөн көрәш тотто.
    Уйын «Танышыу», «Видео тән яҙыу», «Бер мәҙәк конкурсы» hәм «Музыкаль өй эше» тигән дүрт конкурстан торҙо. Ә hуңынан уйынсыларҙың актерлыҡ hәләте, номерҙарҙың мәҙәклеге hәм үҙенсәлеге жюри тарафынан баhаланды. Әйтеп үтергә кәрәк, уҙғарылған конкурстарҙың икеhе республика лигаhы тарафынан булдырылған.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сәнғәт академияһы үҙ йортомдай яҡын» Мәҙәниәт, Юбилейҙар

    Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе ректоры, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара төрки академияһы вице-президенты, Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы Зиннур Әхмәҙи улы НурҒәлин менән был әңгәмәлә һүҙ Өфө дәүләт сәнғәт институты хаҡында бара.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы ---

    Үҫмер сағынан уҡ баш ҡаланың Карл Маркс урамында, ул саҡтарҙа «Ким» тигән комсомол клубында драма, хор, әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнгән Зәйтүнәне, Өфөлә сәнғәт техникумы асылғас, тәүгеләрҙән булып ошо уҡыу йортона ҡабул итәләр. Техникумда уҡыған ваҡытында уҡ ул Башҡорт драма театры сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Сөнки ҡыҙ үҙен ысын мәғәнәһендә сәхнә өсөн генә яратылған илаһи йән итеп таныта. Янып торған зәңгәр күҙҙәр, ҡыйыулыҡ, һылыу йөҙ, һомғол буй-һын, ярһыу йөрәк, бай күңел – Зәйтүнәнең асылы.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдары Мәҙәниәт

    «Гәлсәр һандуғас»тың яңы моңдарыПроектта башҡарған йырҙары: «Һандуғас» (Т. Ғәниева һүҙҙәре, Ю. Моратов көйө), «Һинең менән һинһеҙ йәшәйем» (С. Әлибай һүҙҙәре, Р. Зарипов көйө) һәм «Атай» (Ә. Мирхәйҙәрова һүҙҙәре, Ю. Үҙәнбаев көйө).
    Өйҙәгеләренә микрофон урынына тараҡ тотоп концерт ҡуйырға яратҡан кескәй Резедаға ҡарап, һоҡланып бөтә алмай ата-әсә, киләсәктә ҡыҙҙарының йырсы булырына ҙур өмөт бағлай улар.
    Республикабыҙ райондары буйлап гастролдәргә йөрөп сыныҡҡан ҡыҙ «Йәшлек-шоу»ҙа ла, «Сая ҡыҙҙар» конкурсында ла ҡатнаша, 2004 йылда «Гәлсәр һандуғас»та ла һынау тотоп ҡарай.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Гәлсәр һандуғас» Мәҙәниәт

    «Гәлсәр һандуғас» – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған республикабыҙҙағы берҙән-бер телевизион проект. Был телефестивалдең маҡсаты булып республикабыҙҙың эстрада йырсылары, йыр авторҙары араһында «иң-иң»дәрҙе билдәләү тора.
    Быйыл да, йылдағыса, 8 – 9 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Гәлсәр һандуғас» телефестиваленең гала-концерты үтәсәк. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылып, эфирға сыҡҡан 30 кеше араһынан һайлап алынған 10 конкурсант – Айнур Туҡтаев, Ришат Төхвәтуллин, Фәнис Яхин, Иҙел Нурғәлин, Алина Сабирйәнова, Гөлсинә Ҡудашева, Гөлфинә Хәмитова, Резеда Әмәкәсева, Заһир Иҫәнсурин, Резеда Баязитова – «Йыл асышы», «Өмөт» номинацияһы, «Тамашасы һөйөүе» исемен яулауға һынау тотасаҡ.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өләсәйем ашы Сәләмәтлек

    250 г һыйыр ите, 5 стакан һыу, 3-4 картуф, 1 баш һуған, 1-әр аш ҡалағы томат пастаһы һәм иретелгән һары май, 3 аш ҡалағы күрәгә, тоҙ, борос – тәменә ҡарап.
    Ошо нисбәттә алынған ризыҡтар биш кешегә тәғәйенләнә һәм был ашты 50 минутта әҙерләргә мөмкин.
    Ит өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп, бешкәнсе ҡайнатырға. Итте һурпаһынан алып, киҫәкләп турарға. Һурпаны һөҙөргә лә ҡабаттан ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сығыр алдынан киҫәктәргә бүленгән картуф, май менән пастала ҡыҙҙырылған һуған, күрәгә, бешкән ит, тоҙ, борос өҫтәп, картуфы бешкәнсе ҡайнатырға.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар ҒӘБИТОВТАН кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    Илдар ҒӘБИТОВТАН кроссвордГоризонталь буйынса. 3. Һуҡҡан киндер, балаҫты урай бара торған ағас. 8. Балыҡтың аталыҡ hөтө. 10. Йыртҡыс ҡош. 11. Йөн йәбештереп, осона үткер башаҡ ҡуйылған hыҙма уҡ. 12. Дини хөрәфәт буйынса, әҙәмдәрҙең гонаhы өсөн ер йөҙөн баҫа торған ташҡын hыу. 13. Йәш ярымлыҡ тана. 18. Йәй ҙә, ҡыш та бер тун кейеп йөрөй. 20. Йоҡа ҡоростан яhалған боронғо яу кейеме. 21. Мөгөҙҙән яhалған дары hауыты. 22. Һыуҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө. 23. Саранск халҡы. 25. Белдереү. 27. Кейәү егеттең бажаhын hыйлау өсөн килтергән күстәнәс эсемлеге (ҡымыҙ, бал, буҙа h. б.) 28. Нәҫел-ырыу тарихы; шәжәрә. 32. Траур. 33. Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе hауа, монар.

    авторы: admin | 6 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru