Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе ректоры, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара төрки академияһы вице-президенты, Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы Зиннур Әхмәҙи улы НурҒәлин менән был әңгәмәлә һүҙ Өфө дәүләт сәнғәт институты хаҡында бара.
– Зиннур Әхмәҙиевич, Өфө дәүләт сәнғәт институты булып асылған, бөгөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының барлыҡҡа килеүенә 40 йыл тулыуҙы республика йәмәғәтселеге киң билдәләп үтте. Һеҙ уҡыу йорто ойошторолғандың тәүге көндәренән унда эшләйһегеҙ. Тимәк, һеҙҙең сәнғәт академияһында эшләүегеҙгә лә 40 йыл. – Сәнғәт академияһында эшләй башлауым хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуны әйтә алам: үҙемдең ул саҡта әле күптәргә билдәле булмаған юғары уҡыу йортонда эшләргә тейеш буласағымды 1968 йылдың 6 июлендә белдем. Өфөлә сәнғәт институты асыу хаҡында шул уҡ йылдың июнендә Мәскәүҙә ҡул ҡуйылыуын күҙ уңында тотҡанда, бер айҙан һуң мин унда эшләй башлаған булып сығам. – Һеҙ унда эшләүгә тиҙ генә риза булғанға оҡшаған... – Улай тип әйтеү бик үк дөрөҫ булмаҫ. Шул көндө мин һүҙмә-һүҙ ошондай телеграмма алдым: «Ректорат Уфимского государственного института искусств от всего сердца поздравляет с успешной защитой. С большим нетерпением ожидаем приезда для совместной работы. Ректор Исмагилов». Ул саҡта минең КПСС Үҙәк комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһында уҡып йөрөгән ваҡытым ине. 5 июлдә «Тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлап, ҡайтырға һанаулы ғына көндәр ҡалғайны. Шуның иртәгәһенә үрҙәге телеграмма килеп төштө лә. Ҡайтҡас, ҡайҙа эшләйәсәгем хаҡында нығытып әйткәйнеләр инде. Көтмәгәндә шундай телеграмма килеп төшкәс, бик ғәжәпләндем. Яҙмышым партия Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев кабинетында хәл ителде. Ул, яңы юғары уҡыу йорто мәнфәғәтендә шулай кәрәк, тине. Шулай итеп, мин яңы ойошторолоп ятҡан уҡыу йортоноң марксизм-ленинизм кафедраһының мөдире итеп тәғәйенләндем. Бына 40 йыл инде үҙ йортомдай яҡын күреп хеҙмәт итәм. – Һеҙ бит Өфө дәүләт сәнғәт институтының ректоры булып та эшләгән кеше. – Ректор булып институттың тәүге ректоры булып танылған композитор Заһир Исмәғилевтан һуң һайландым. Ул 20 йыл буйы ректор булып хеҙмәт итте. Институт ойошторолған саҡта уның ректоры итеп тәғәйенләнеүе отошло булды. Мин дә институттың партия ойошмаһы төҙөлгәндән алып 17 йыл буйы партбюро секретары вазифаһын башҡарҙым. – Миңә ул йортта бер нисә тапҡыр студенттарҙың диплом спектаклен ҡарарға тура килде. Өсөнсө ҡатҡа ла күтәрелеп, ҡарап йөрөнөм. Уны рәссам студенттар һоҡланырлыҡ итеп биҙәп ҡуйған. Ысынлап та, үҙ ваҡытында Цюрупа урамындағы уҡыу корпусы сәнғәт институтына бирелмәгән булһа, бөгөнгө академия ҙур юғалтыу кисерер ине һымаҡ. – Һис һүҙһеҙ. Алда әйткәнебеҙсә, ул саҡта сәнғәт институтына ошо уҡыу корпусын алыу яңы бер юғары уҡыу йорто асыуға тиң ваҡиға булды. Белеүегеҙсә, Өфөлә асылған сәнғәт институты өс юғары уҡыу йортоноң берлеген хасил итте. Ул консерваторияны, театр һәм һынлы сәнғәт вуздарын берләштерҙе. Әммә күпмелер ваҡыт үткәндән һуң режиссерҙар әҙерләү һәм һынлы сәнғәт бүлектәре ябылды. Был саҡта бөтә институт хәҙерге Ленин урамындағы төп уҡыу корпусына тыңҡыслап тултырылғайны. Шуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар коллективы үҙ бурысын намыҫ менән үтәне, айырым һөнәрҙәр буйынса тәүге халыҡ-ара конкурстар лауреаттары исеменә лайыҡлы башҡарыусылар әҙерләүгә өлгәште. Әммә уҡыу майҙанының етешмәүе ныҡ һиҙелде. 1988 йылда институт етәкселеге алмашынғандан һуң режиссура һәм һынлы сәнғәт бүлектәренең ҡайтанан тергеҙелеүе был мәсьәләне тағы ла ҡатмарлаштыра төштө. Бына ошо ваҡытта инде институт Мортаза Ғөбәйҙулла улының ярҙамы менән ауыр хәлдән сығыуға өлгәште. |