Иртә барһаң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Байрам менән!
  • Атың булһа, ил таный
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иң шәп көрәшселәр– Башҡортостанда! Яңылыҡтар, Спорт

    1– 2 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Рәсәйҙең иң шәп көрәшселәре йыйылды. Ауыл ере спортсылары араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй милли көрәш бәйгеһенең финал өлөшөнә Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Марий Эл республикалары, Пермь крайы, Силәбе, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Ульяновск өлкәләре йыйылма командалары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районынан, Стәрлетамаҡ финзультура техникумы һәм физкультура институтынан бөтәһе 12 команда, 130 тирәһе спортсы килгән.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Силәбе өлкәhендә Йосоповтар милли көрәште үҫтерә Яңылыҡтар, Спорт

    Билдәле спортсы, атаҡлы тренер Харис Йосоповтың улы Морис Йосопов бына инде икенсе йыл, үҙенең фекерҙәштәре менән берлектә асҡан Өлкә көрәш федерацияһын етәкләп кенә ҡалмай, Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында спорт залдары булдырыуға, уларҙы тренерҙар менән тәьмин итеүгә, өҫтәмә эш хаҡы түләүгә, спорт ҡорамалдары һатып алыуға ҙур көс һала, мәғариф бүлектәре, спорт комитеттары менән бәйләнеш булдыра. Федерация ағзалары ла был эштән ситтә ҡалмай, етәкселәре менән берлектә әүҙем эш алып бара. Ике йыл эсендә өлкәлә ете спорт залы асылды.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Отолоу Әҙәбиәт » Хикәйә

    Ҡышҡы кис. Шундай аяҙ, күк йөҙөндәге йондоҙҙар ергә яҡынайған кеүек, үҙҙәренә саҡырғандай, сағыу балҡый, ҡырын төшөп, яңы тыуған ай тирбәлә. Әкиәт донъяһымы ни? Тәмәке алырға тип, кибеткә сыҡҡан Таһир сихырланғандай, күк йөҙөнә ҡабат-ҡабат күтәрелеп ҡараны. Өйөнә ҡайтырға уҡталған еренән туҡтап ҡалды. Ошондай матурлыҡты ташлап өйөнә ингеһе килмәне, ҡайҙалыр барғыһы, ниндәйҙер батырлыҡ эшләгеһе килде. Тәмәкеһен тоҡандырып, бер-ике һурырға өлгөрмәне, кеҫә телефоны шылтыраны.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңған бал ҡорттары Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Беҙҙең бал ҡорттарыбыҙ
    Бик уңған булып сыҡты.
    Яландарҙан, болондарҙан
    Йыялар сәскә һуты.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нияздын бал ҡорттары Әҙәбиәт » Хикәйә

    Биш йәшлек Нияздың ата-әсәһе эш сәфәренә китеү сәбәпле, улдарын ауылдағы олатаһы менән өләсәһенә ҡалдырҙылар.
    Нияз унға тиклем һанай белә. Көн һайын иртән торғас, бармаҡтарын бөкләй-бөкләй атаһы менән әсәһенең ҡасан киткәнен һәм нисә көндән ҡайтырға тейешлеген һанап ҡуя.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортомдоң даны Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Олатайым бал айыра,
    Дуҫ ул бал ҡорто менән.
    Беҙгә лә өлөш сығара,
    Тәмле бал кәрәҙенән.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Умартасылыҡ – Башҡортостан биҙәге! Яңылыҡтар

    Башҡортостан! Был бер һүҙҙе әйтеү менән, шунда уҡ күҙ алдына Урал тауҙары, икһеҙ-сикһеҙ урмандар, борғаланып-борғаланып аҡҡан саф йылғалар, башҡорт тоҡомло аттар һәм, әлбиттә, хуш еҫле сәскәләр келәме йәйелгән яланда, гөл-сәскәнән шәрбәтле һут йыйып йөрөгән, нәҙеккәй билле, эшһөйәр бал ҡорттары килеп баҫа. Уларһыҙ Башҡортостанды күҙ алдына ла килтереп булмай кеүек. Сөнки тыуған яғыбыҙ инде элек-электән матур тәбиғәте, сыҙамлы һәм көслө башҡорт тоҡомло аттары, тәмле буҙаһы, ҡымыҙы, балы менән бар донъяла дан алған.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем етеҙ? Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер көндө ни эшләргә белмәй йөрөгән Нәҙекәйбил, Бызылдыҡ һәм Етеҙбайҙың баштарына бер уй килде: уларҙың араһында кем етеҙерәк?
    Быны асыҡлау өсөн, улар һитә йыйып ярышырға булды. Кем биш минут эсендә күберәк йыя?
    Бал ҡорттары үҙҙәре һайлаған сәскәгә ҡунды ла, көрәк-биҙрәләрен әҙерләп, ярышҡа йыйынды.
    – Иғтибар! Стартҡа! Марш!
    Бызылдыҡ менән Етеҙбай, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, ҡулдарына нимә эләгә – шуны йыя башланы. Ә Нәҙекәйбил, ниңәлер бер ҙә ашыҡмай һитәнең ҙурын, матурын ғына усына һалып, биҙрәһенә тултыра.

    авторы: admin | 8 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru