Башлаған эш - бөткән эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондознамэ
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • Яңылыҡтар
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡ менән эшләйҙәр Яңылыҡтар

    Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң Ҙур залында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең конференцияһы үтте.
    Сараға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Федерация Советы һәм Башҡортостандан Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары һәм шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзалары – депутаттар ҡатнашты. Шулай уҡ конференцияла ҡатнашыу өсөн сәйәси партияның урындағы 69 бүлексәһенән 300-ҙән ашыу делегат килгәйне.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сауҙала кем иң матуры Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Сауҙала кем иң матурыӨфөлә бишенсе тапҡыр ойошторолған махсуслашҡан «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы – 2008. Бөтәһе лә кухня, магазин, ресторан өсөн» күргәҙмәһе менән берлектә быйыл беренсе тапҡыр «Сауҙа һылыуҡайы – 2008» республика матурлыҡ конкурсы уҙғарылды.
    Конкурстың финалына республиканың төрлө ҡалаларынан 18 ҡыҙ үтте. Улар араһында сауҙа тармағының төрлө баҫҡыстарында эшләүселәр бар ине – һатыусы-кассирҙар ҙа, сауҙа менеджерҙары ла, бүлек етәкселәре лә, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенткаһы ла. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусылар араһында төрлө йәштәге ҡыҙҙарҙың булыуы ҡыҙыҡһыныу уятты. Һылыуҡайҙар үҙҙәре эшләгән сауҙа ойошмаларын презентацияланы, үҙҙәре менән генә таныштырып ҡалманы, эшләгән урындарының да имиджын күтәрҙе, хатта бик шәп реклама эшләне тип әйтергә кәрәк.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хоҙайға ялбарып ҡарайыҡмы? Иҡтисад

    Яҙмыш менән уҙышып хәлдән тайған саҡтарҙа, һыҙланыуҙарға сыҙар әмәл ҡалмағанда, беҙ, аҡтыҡ көсөбөҙҙө йыйып, йә Аллаға ялбарабыҙ, йә әсәйебеҙҙе ярҙамға саҡырабыҙ. Донъяның иң уҫал бәлә-ҡазаларынан беҙҙе Хоҙай ҡөҙрәте менән әсә мәрхәмәте генә йолоп алыр һымаҡ.
    Мәжит ағай Ғафуриға: «Юҡтырһың да, Алла! Әгәр булһаң, сабыр итмәҫ инең был эшкә», – тип, шикләнеүҙәрен һәм рәнйеүҙәрен тышҡа сығарыу өсөн ни ҡәҙәр йөрәк ғазаптары кисерергә тура килгәндер. Беҙ бит донъяға тыуғандан алып һуңғы һулышыбыҙға тиклем Алланың сикһеҙ ҡөҙрәтенә, уның һәр эшебеҙҙе генә түгел, бәлки нисек һулыш алыуыбыҙҙы ла күреп-һиҙеп тороуына инанып йәшәйбеҙ. «Ҡайҙа һуң ул Алла? Ниңә күҙебеҙгә бер ваҡытта ла салынмай?» – тигән тәбиғи һорауҙарыбыҙға: «Аллаһы Тәғәлә – һинең уңыңда ла, һулыңда ла, алдыңда ла, артыңда ла. Ул һиңә үҙеңдең елкә тамырҙарыңдан да яҡыныраҡ», – тигән фәлсәфәүи яуап ала килдек.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңғыраһын ҡурай моңдары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына быйыл 80 йыл. Ошо иҫтәлекле ваҡиға уңайынан, республикабыҙ Хөкүмәте бойороғона ярашлы, ҙур юбилей саралары үткәреләсәк. Шуларҙың береһе – Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге I республика ҡурайсылар бәйгеһе.
    Яңы ҡурай оҫталарын асыҡлау сараһының тәүге туры республикабыҙҙың муниципаль райондары һәм ҡалаларында барһа, уның һөҙөмтәләре буйынса II һәм III турҙар 20 ноябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк. Ә бәйгенең гала-концерты менән еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 21 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ. Конкурста еңеүселәр иһә 22 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында Ишмулла Дилмөхәмәтов хөрмәтенә үтәсәк ҙур юбилей концертында ҡатнашасаҡ.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Иртәгә БР Профсоюздар йортонда «Башҡортостан Республикаһы предприятиелары йәштәренең актуаль проблемалары» республика семинары үтәсәк.
    Семинар барышында уҡытыу тренингтары, эшсе йәштәр араһында «Иң-иң»дәр республика конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын уҙғарыу ҡаралған.
    Был конкурс тәүге тапҡыр үткәрелә. Уның ойоштороусылары – БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм БР Профсоюздар федерацияһы. Сараның маҡсаты – ойошмаларҙа йәштәр менән эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү, йәш эшсенең ыңғай имиджын булдырыу, ойошмаларҙағы йәштәр советтары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, шулай уҡ эшсе йәштәр проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
    Жюри хөкөмөнә дүрт номинация буйынса 40-тан ашыу эш тәҡдим ителгән.
    Еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ» Яңылыҡтар

    Кесе йомала Төньяҡ Осетияның баш ҡалаһында «Газель» маршрут таксийындағы шартлау һөҙөм-тәһендә 12 кеше үлгән. Вафат булыусылар араһында террорсы ҡатын да бар.
    БР Президенты Мортаза Рәхимов Төньяҡ Осетия – Алания Президенты Таймураз Мамсуровҡа ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын ебәрҙе.
    «Хөрмәтле Таймураз Дзамбекович!
    Теракт хаҡындағы ҡурҡыныс хәбәр беҙҙең йөрәктәрҙе һыҙлатты. Был оятһыҙ енәйәт Төньяҡ Кавказдағы, бөтә Рәсәйҙәге бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған кешеләргә, тыныслыҡ һәм килешеүгә ҡаршы йүнәлтелгән. Күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән Төньяҡ Кавказ – Алания Республикаһы халҡының, теракт ваҡытында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был фажиғәле көндәрҙә беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ».

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат Юлаевтың тыуыуына – 255 йыл Башҡортостан » Хәтер

    БР Президенты Мортаза Рәхимов «2009 йылда Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыу һәм «Салауат йыйыны» республика фольклор йыйыны байрамдарына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
    Указға ярашлы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең һәм БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының киләһе йылдың июнь айында Өфөлә «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы үткәреү тураһындағы тәҡдиме ҡабул ителде.
    Байрамдарға әҙерлек, уларҙы уҙғарыу планын эшләп, раҫлау, сараларҙы финанслау тәртибен асыҡлау эштәре Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте менән берлектә БР Хөкүмәтенә йөкмәтелде.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Өфөләргә китәм, башҡортома, унда минең телдә һөйләйҙәр» Башҡортостан

    «Өфөләргә китәм, башҡортома, унда минең телдә һөйләйҙәр»Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе күрше төбәктәр генә түгел, уларҙы яҡын ҡәрҙәштәр тип тә әйтергә мөмкин. Сөнки әллә нисә быуат буйы уларҙың яҙмышын уртаҡ тарихи тамырҙар бәйләгән: 120 йыл буйы Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе бер административ-территориаль берәмек булған. 1744 йылда Өфө провинцияһы һәм Урал аръяғы башҡорттары Ырымбур губернияһына ингән. Һуңынаныраҡ губерния Өфө наместниклығына үҙгәртелгән, ә ул, үҙ нәүбәтендә, 1865 йылда ике өлөшкә – Өфө һәм Ырымбур губернияларына бүленгән.
    Тарихи тамырҙарыбыҙ Башҡортостан менән ырымбурҙарҙы бөгөн дә ныҡлы бәйләп тора. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең үҫешен 2004 йылдың 2 июнендә ике күрше төбәк – Ырымбур өлкәһе хакимиәте менән БР Хөкүмәте араһында төҙөлгән Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү билдәләй. Был документтың положениеларын бойомға ашырыу БР Президенты Мортаза Рәхимовтың бойороғона ярашлы Ырымбурҙа Башҡортостан вәкиллеге асылыуы һәм уның республиканың хужалыҡ итеүсе субъекттарына һәм ойошмаларына күрше өлкә менән төбәк-ара бәйләнештәрҙе артабан нығытырға һәм үҫтерергә булышлыҡ итеүе тора.

    авторы: admin | 10 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru